Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 542


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺИММӘТ
гән шешек. Ҡар һимә. ■ Урыны-урыны менән көндән-көн һимә барған ҡар өйкөмдәре осрай. С. Шәрипов.
2. Үҙләшеп һеңеү (ашаған ашҡа ҡарата). □ Усваиваться (о пище). Һимгән аҙыҡ. Емеш-еләк ашҡаҙанға тиҙ һимә. Еңел һимеу.
■ Ашағаның һимә төшһөн. М. Тажи.
ҺИММӘТ [ғәр. Ciaa] (Р.: вдохновение; И.: inspiration; T.: himmet) и.
1. Көслө ынтылыш, ялҡынлы дәрт; тырышлыҡ. □ Вдохновение, старание, усердие. Һәр эштә теләк һәм һиммәт кәрәк. ■ Дәрткә — ҡанат, ашҡа — тат, һиммәт биргән Уралтау. А. Игебаев. • Ҡош ҡанат менән, ир һиммәт менән оса. Әйтем.
2. Намыҫ, дан. □ Честь, авторитет, слава.
■ Сәсәндәр төрлө йыйындарҙа, байрамдарҙа уҙ ырыуының һиммәтен һаҡлар, ил ағаларының эшен яҡлар булғандар. Ә. Харисов. Уралтауҡай емерелмәһә, Ағиҙел, Һаҡмарҙар ҡоромаһа, илен, иркен, уҙ һиммәтен һаҡлар аҫыл улдарын тыуҙыра, уҫтерә торор башҡорт халҡы ғумер-ғумергә. Ғ. Хөсәйенов.
3. Игелек, йомартлыҡ, ярҙам. □ Великодушие, благородность, любезность, һиммәт курһәтеу. Һиммәтегеҙгә — рәхмәт. ■ [Шәң-гәрәй:] Ярлы халыҡҡа бер һиммәт булһын тип, уҙем алырға итәм шул тирмәнде. С. Агиш.
ҺИММӘТ ИТЕҮ (һиммәт ит-) (Р.: стараться; И.: try, attempt, seek; T.: himmet etmek) ҡ.
Тырышыу, тырышлыҡ күрһәтеү. □ Стараться, усердствовать, приложить усилия.
■ Ир кеше һиммәт итер төн дә, көн дә, ирлеге беленер ҡарап һиммәтенә. М. Ғафури. Хәҙрәт: «Ҡәрҙәш, диндәштәребеҙ ҡушылып, динебеҙ хаҡына залимдар өҫтөнә ябырылырбыҙ. Иншалла Тәғәлә, шуға һиммәт итәйек». Ғ. Хөсәйенов.
ҺИММӘТЛЕ (Р.: воодушевлённый; И.: encouraged; T.: coşkun) с.
1. Дәртле, тырыш. □ Воодушевлённый, задорный, страстный, һиммәтле егет. һиммәтле булыу. ■ Ни ҡәҙәр маниғдар куренһә лә, һиммәтле ир кукрәк биреп алға ашыр. М. Ғафури.
2. Күренекле, абруйлы. □ Выдающийся, авторитетный. ■ [Әхмәт Лотфуллин] тауҙай ҙур, аҫылташтай сағыу, һиммәтле шәхес [ине]. Ә. Әминев. Билдәле, иң алда ауылдың һиммәтле кешеләре, мулла, байҙары беренсе булып хаж ҡылыусыларға ҡул биреп, ҡиммәтле сағында сауап алып ҡалырға ашыҡты. Р. Өмөтбаев. Ошондай ҙур мәсьәлә менән һиммәтле кешеләрҙең уҙенә килеуе Ғәлиәхмәтте елкендерҙе. Р. Байымов.
3. Оло йөрәкле, юғары намыҫлы, кеселекле. □ Благородный, любезный, великодушный. һиммәтле кеше. ■ һыйыр бит ул, кеше һымаҡ, талымлы, һиммәтле, һиҙгер йән эйәһе. Т. Ғиниәтуллин.
ҺИН (һинең, һине, һиңә, һиндә, һинән) (Р.: ты; И.: you, thou; Т.: sen) зат a.
1. Икенсе зат алмашының берлек формаһы (бер кешегә мөрәжәғәт иткәндә ҡулланыла). □ Ты. М Тоня, һиңә ни булды? — тип һораны Йәғҙә, ҡулын ипләп кенә уның иңенә һалып. А. Абдуллин. Бәй, Ринат, һин дә килгәнһең бит, — тине Әлмира, тип-тигеҙ аҡ тештәрен йылтыратып. Р. Байбулатов.
2. Ир менән ҡатындың бер-береһенә өндәшеү һүҙе. □ Ты (слово обращения супругов друг к другу). Һин, атаһы, ашҡа иртәрәк ҡайт!
♦ һин дә мин бик яҡшы, бик һәйбәт. □ Очень хорошо, прекрасно. ■ Аңыма килгәндә, Ғарифйән эргәмдә ултыра, ике ат та һин дә мин көйшәп йөрөй. Н. Алсынбаев. Мәсеткә әле лә бер ни булмаған, шул көйө һин дә мин ултыра бирә. Р. Байымов, һин дә мин, Мөхәмәтәмин {йәки ибн Әмин) шаяр. бөтәбеҙ ҙә, барыбыҙ бергә. □ соотв. Ты да я, да мы с тобой. ■ [Хөрмәт:] Бына һеҙ, отряд советы ағзалары, нисә кеше? Һин дә мин, Мөхәмәтәмин. Өс кеше. ҒПулай бит? Яр. Вәлиев, һин күр ҙә мин күр ниндәйҙер бер эш, хәлде кешеләр белеп ҡуймаһын тип шикләнгәндә әйтелә. □ Только между нами. ■ Көндәрҙән бер көндө, селтәрле битлек кейеп умарталар араһында йөрөгәндә, һин кур ҙә мин кур, Мәулихә ҡарсыҡ килеп етмәҫме. Р. Ғабдрахманов. [Кусәрбаев — Михайло ҡартҡа:] Бар, инеп әҙерләй тор, мин ар
542