ҺИҢКЕЛДӘК
тыңдан барып етермен. Тик һин күр ҙә мин күр булһын. Д. Исламов.
ҺИНД (Р.: индиец; И.: Indian, Hindoo; T.: Hintli) и.
һиндостандың төп халҡын тәшкил иткән милләттәрҙең береһе һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Индиец. / Индийский, һинд халҡы, һинд ҡатыны, һинд теле. Я Ығы-зығы килеп беҙҙе ҡаршылаусылар араһында бер һинд ҡыҙын күреп ҡалдыҡ, ҡалғандары аҡ тәнле аҡшар балалар ине. Ә. Бикчәнтәев. Һинд, япон оҫталарының осоп ҡына торған ебәк туҡымаларын күреп хайран ҡалған бар. Т. Ғәниева.
ҺИНД-ЕВРОПА ТЕЛДӘРЕ (Р.: индоевропейские языки; И.: Indo-European languages; T.: Hint-Avrupa dilleri) и. лингв.
Бер нисә төркөмдө (һинд, иран, славян, балтик, герман һ. б.) үҙ эсенә алған күп һанлы телдәр ғаиләһе. □ Индоевропейские языки. ■ һинд-европа телдәр ғаиләһе һәм урал-алтай телдәр ғаиләһе икеһе бер үк олондан ботаҡланған: уларҙың олоно ла, тамыры ла бер — уртаҡ — тәүтел булған, быны инде бик күп ғалимдар таный. Й. Солтанов.
ҺИНДИ (Р.: хинди; И.: Hindi; Т.: Hindu dili) и.
Һинд-европа телдәр ғаиләһенең һинд-арий төркөмөнә ҡараған тел. □ Хинди. Һинди телендә һөйләшеү. Һинди телендә уҡыу.
ҺИНДОНЕЗИЙ (Р.: индонезиец; И.: Indonesian; T.: îndonezyah) и.
һиндонезия халҡының исеме һәм шул халыҡтың бер вәкиле. □ Индонезиец. / Индонезийский. Һиндонезий халҡы. Һиндо-незий ҡатыны, һиндонезийса һөйләшеү.
ҺИНДУ ДИНЕ (Р.: индуизм; И.: Hin-dooism; T.: Hinduizm) и.
Брахман һәм Будда диндәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән дин. □ Индуизм, һинду динендә булыу, һинду динен тотоу. Һинду динен тотоусы.
ҺИНЕКЕ (Р.: твой; И.: your, thy; T.: seninki) эйл. а.
һиңә ҡараған, һиңә хас булған. □ Твой, твоя, твоё. Был әйбер һинеке. Һинеке түгел.
■ Бәхет ул — ус төбөндә булғанда ғына һинеке, ыскындырһаң — уны ел осора. Ә. Бикчәнтәев. Минең исемем — Фәнисә, ә һинеке? — тине ул, яғымлы йылмайып. X. Зарипов.
ҺИНЕКЕ-МИНЕКЕ (Р : твоё-моё; И: yours and mine; T.: seninki ve benimki) эйл. a.
Нимәнелер бүлеп, айырып ҡарауҙы аңлата. □ Твоё-моё. М [Хөрмәт — Ямаҡаевҡа:] Мәктәп менән ғаилә араһында һинеке-минеке юҡ. Яр. Вәлиев.
ҺИНЕҢСӘ (Р.: по-твоему; И.: in your opinion; T.: sence) p.
һин әйткәнсә, һин уйлағанса, һинең фекерең буйынса. □ По-твоему. ■ Ярар инде, һинеңсә булһын, — тип Хөрмәт күңелһеҙ генә ризалашты. 3. Биишева. Алаҡай, һинеңсә лә, минеңсә лә булмаһын тигәндәй, юлдан сығып, бата-сума һөргән ерҙән сабырға тотондо. Р. Ғабдрахманов. Һинеңсә, иптәш Әлемғолов, Әй аръяғында икенсе донъя инде, — тине Мамалиев. Р. Низамов.
ҺИНТЕКЛӘҮ (һинтеклә-) (Р.: тупеть; И.: become dull; T.: aptallaşmak) ҡ. диал. ҡар. миңрәүләнеү.
Аҡыл томаланыу, аңраға әйләнеү. □ Тупеть, становиться бестолковым, глупым.
■ Аҡназар бай һиңмайланған һымаҡ, йөрөп ятты башы һинтекләп. М. Тажи.
ҺИҢЕРӘҮ I (Р.: гнусавый; И.: nasal; T.: hımhım) с. диал. ҡар. тыңҡыш.
Танау аша һөйләшкән. □ Гнусавый. Һиңерәү тауыш. Һиңерәү кеше.
ҺИҢЕРӘҮ II (Р.: глупый; И.: stupid; T.: aptal) с. диал. ҡар. миңрәү.
Иҫ-аҡылы томаланып, фекер асыҡлығы юйылған, аңра. □ Глупый, тупой. Һиңерәү булыу, һиңерәү бала. һиңерәүгә аҡыл өйрәтмә.
ҺИҢЕҮ (һиң-) ҡ. диал. ҡар. һимеү. Ер өҫтө һиңгән. Ҡар һиңде. Ҡояшҡа ямғыр тиҙ һиңде.
ҺИҢКЕЛДӘК (Р.: тряский; И.: jerky, bumpy; T.: sarsan) с.
1. Һелкетә торған. □ Тряский, качающийся. Һиңкелдәк арба. һиңкелдәк баҫма. Һиңкелдәк күпер.
543