Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 547


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺИРТМӘ
5. кусм. Өҫкә күтәрелеү, һикереү. □ Взметнуться, взметаться. М Тоняның йөҙө яҡтырҙы, оҙон керпектәре һирпелеп ҡуйҙы. А. Абдуллин. Ҡыҙҙыц оҙон керпектәре һирпелеп китте. 3. Биишева.
6. кусм. Күңел торошо йәки кәйефтең тирә-йүнгә таралыуы. □ Излучаться, источаться. ■ Өйҙәге шатлыҡ тышҡа һирпелде. С. Ҡудаш. Әнуәрҙе төштәрендә куреп уяна торған булды, һағыш, моң һирпелә ине һылыу ҡыҙҙың зәңгәр куҙҙәренән. Ғ. Лоҡманов.
7. Ауырыу таралыу, йоғоу. □ Распространяться (о болезни). Һалыу һирпелде. Рәнйеу һирпелеу.
ҺИРПЕҮ (һирп-) (Р.: лить; И.: pour; T.: serpmek) ҡ.
1. Шыйыҡ нәмәне ҡапыл һелтәп түгеү, һибеү. □ Лить, выливать; брызгать. ■ Амантаев сынаяғын сайҡап һирпте лә сәй ҡойорға тотондо. Р. Солтангәрәев. Шурфта эш-ләуселәрҙең береһе биҙрә менән туҡтауһыҙ һыуҙы һирпте, икенсеһе соҡолған балсыҡты юғары ырғытты, өсөнсөһө шул породаларҙы тасҡа йәки ижауға һалып проба алды. Я. Хамматов. Мәңгелек ғумер бирер һыуҙы, уҙе эсмәйенсә, Урал яланғас таш һәм ҡаянан торған тауға һирпкән. Ғ. Хисамов.
2. Ҡапыл һелтәп сәсеү, һибеү (ваҡ, бөртөклө нәмәне). □ Рассыпать, посыпать. ■ Электросварканың кукһел уты, ирегән металл тамсыларын тирә-йунгә һирпеп, ҙур төҙөлөш майҙанында, әле тегендә, әле бында балҡыны. Ә. Байрамов. Ҡарҙарҙы тирә-яҡҡа тәгәрмәстәре аҫтынан һирпеп, шыңшый-шыңшый барған йөк машинаһы әле уңға, әле һулға сайҡалды. Я. Хамматов.
3. Артҡа йәки өҫкә ҡарай һелтәү. □ Откинуть, закинуть. В Тимерхан .. мундир салғыйҙарын артҡа һирпә биреп, ҡулдарын салбар кеҫәләренә тыҡты ла атаһының ҡаршыһына килеп баҫты. Н. Мусин. Ислам-морат маңлайына төшкән сәсен артҡа һирпте. Т. Килмөхәмәтов. Тормош — солоҡ башына менеу тугел шул! Аяҡ терәр киртмәстәре лә, һирпеп менер кирәме лә юҡ. Н. Мусин.
4. һелтәп һоҫоп алыу, өҫтөнән һоҫоу. □ Зачерпнуть. М Таш баҫмала ҡыҙ бала
һирпеп-һирпеп һыу ала. Ҡ. Даян. Бына бер ваҡыт кәмә, көслө сайҡалып, сите менән Иҙел һыуын һирпеп алды. Р. Ғабдрахманов. Һирпеп һыу алғанда кешенең куңеле һыуҙай пак, һәттәй аҡ була. Т. Ғарипова.
5. кусм. Бөркөү, һибеү, таратыу (яҡтылыҡ, нурҙы, еҫте һ. б.). □ Излучать, рассеивать.
■ Тирә-яҡҡа алтын нурын сәсеп, аҡ төтөн һирпеп, костёр яна. 3. Биишева. Ҡояш нурҙары тәҙрә утә йылы һирпәләр. һ. Дәүләтшина. Ҡыҙ, еңелсә хушбуй еҫе һирпеп, йугерә-атлай уҙып китте. Д. Исламов.
6. диал. Һуғыу, туҡмау. □ Бить, ударить. һирпеп ебәреу. Ҡешене һирпеу.
ҺИРПЕШЕҮ (һирпеш-) ҡ. урт. ҡар. һирпеү 1, 2. взаимн. от һирпеү 1, 2. Бер-береһенә һыу һирпештеләр. Һирпешә башлау. М Аҡҡоштар шатлыҡ менән ҡабындылар, һыу һирпешеп бер-береһенә ҡағындылар. Ш. Бабич.
ҺИРПМӘ I и. диал.
1. ҡар. һиртмә I, 3. һуйыр һирпмәһе. һирпмә ҡуйыу.
2. ҡар. һиртмә I, 4. Ҡоҙоҡ һирпмәһе.
ҺИРПМӘ II (Р.: мысль; И.: thought; T.: fikir) и. диал. ҡар. уй.
Кеше аңын биләгән фекер. □ Мысль. Ҡеше һирпмәһен белеу. Аҡыллы һирпмә. Халыҡ һирпмәһе.
ҺИРТМӘ I (Р.: пружина; И.: spring; T.: zemberek) и.
1. Тартҡанда һуҙыла һәм кире ҡайта торған һығылмалы нәмә; сиртмә. □ Пружина, рессора. Һиртмә ҡуйыу. Сәңгелдәк һиртмәһе.
■ Элегерәк ҡойо һиртмәһенә аҫҡайнылар [Сынтимер яһаған төрәндәрҙе], юғалып ҡуймаһын тип, шунан алып ҡайтты [Әхмәр]. Б. Рафиҡов.
2. Бер осон нығытып, икенсе осо тирбәлеп торорлоҡ булған, балаларға әүһәләк итеп бәүелеү өсөн яһалған ағас; сиртмә, ағас әүһәләк. □ Деревянный шест для подвесных качелей. Миләш һиртмә. Муйыл һиртмә. Тал һиртмә. Һиртмә яһау. һиртмәлә бәуелеу.
3. Йәш ағасты бөгөп, тартҡас та ысҡы-нырлыҡ итеп эләктереп, осона бауҙан тоҙаҡ яһап ҡуйылған һунар ҡоралы; сиртмә.
547