ҺИРТМӘ
□ Силок. ■ [Алдар:] Өҫтәп тағы биш һиртмә ҡороп ҡайттым әле. Н. Мусин.
4. Ҡоҙоҡтоң һыу күтәртә торған оҙон һайғауы; сиртмә. □ Журавль (колодца). ■ Яҡында ғына ҡоҙоҡ һиртмәһе шығырлап китте. Ә. Бикчәнтәев. Ауылдың башында уҡ һиртмәһеҙ генә ҡоҙоҡ. А. Таһиров.
ҺИРТМӘ II (Р.: жмурки; И.: blindman’s bluff; T.: körebe) и. диал.
Күҙҙе бәйләп уйнаусыларҙы баҫтырыу уйыны. □ Жмурки (игра). Һиртмә уйнау. Һиртмәлә көтөүсе булыу.
ҺИРТМӘК (һиртмәге) (Р.: верёвка с петлей; И.: rope with a noose; T.: ilmikli bağ) и.
1. Тоҡанлы бау. □ Верёвка с петлей. Һиртмәк һалыу. ■ Ынйыташ битен яулыҡ менән ҡапланы, һиртмәккә төшкән кейек һымаҡ, ысҡынырға тырышып һуғылды. Ә. Хәкимов.
2. Саталы таяҡҡа һығылмалы материал ҡуйып яһалған атҡыс ҡорал; сөйөртмәк.
□ Рогатка, һиртмәк яһау. һиртмәктән атыу. Ҙур һиртмәк.
3. хәрби. ҡар. һапҡын, һиртмәктән таш атыу. һиртмәк менән ҡош аулау.
ҺИРТМӘЛЕ (Р.: пружинный; И.: spring; T.: zemberekli) с.
1. һиртмә (I, 1) йәки һығылмалы материал ҡуйылған. □ Пружинный, рессорный; с пружиной. ■ Завхоз өҫтәл башына, тәрән кеҫәһенән һурып, ҡара кун һиртмәле рогатка ырғытты. Й. Солтанов. Пар ат егелгән һиртмәле ыҡсым бричка .. бәуелә-тирбәлә алға тәгәрләй. Ә. Хәкимов. Тура атын һиртмәле кырандасҡа егеп, колхоздың инженерын ултыртып, бригадир ҙа килеп етте. Ф. Әсәнов.
2. Һиртмәһе (4) булған. □ Имеющий коромысло, журавль. ■ Күҙенә салынған бар нәмәне күңеленә һала барҙы Нурия. Ана һиртмәле ҡоҙоҡ. Ә. Байрамов.
ҺИРӘГӘЙЕҮ (һирәгәй-) (Р.: редеть; И.: thin, thin out; T.: seyreltmek) ҡ.
1. Аҙ ҡалыу, һан яғынан кәмеү, әҙәйеү.
□ Редеть, становиться меньше (по количеству). ■ Егерме йыл эсендә элекке егет-ҡыҙҙар ныҡ үҙгәргәйне: сәстәр һирәгәйгән, тештәр кәмегән, ҡорһаҡтар күпкән. Н. Ал
сынбаев. Батальондарҙа хәлдәр уғата мөшкөлләнде, сафтар һирәгәйҙе. Р. Байымов. Ағастар һирәгәйгәс, күк юлы асылып китте. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ниндәйҙер бер күренеш, хәл һ. б. кәмеү, әҙәйеү. □ Убавляться. Яҡты көндәр һирәгәйҙе. Осрашыуҙар һирәгәйҙе. ■ Ямғыр һирәгәйгән ине инде, ул үтеп китеп бара ине, шикелле. Ә. Вәли. Әсе февраль елдәре һирәгәйеп, көндәр бер аҙ емшей бирҙе. С. Ильясов. Урамдарҙағы төрлө тауыштар һирәгәйә төштө. Н. Мусин.
ҺИРӘГӘЙТЕЛЕҮ (һирәгәйтел-) ҡ. төш. ҡар. һирәгәйтеү, страд, от һирәгәйтеү. Һирәгәйтелгән түтәл, һирәгәйтелгән сөгөлдөр баҫыуы.
ҺИРӘГӘЙТЕҮ (һирәгәйт-) (Р.: разрежать; И.: thin out; T.: seyreltmek) ҡ.
һирәккә әйләндереү, һирәк итеү; әҙәйтеү. П Разрежать, прореживать; убавлять. ■ Ап-аҡ алъяпҡыстар быуған апайҙар кил-' деләр ҙә бәләкәс үҫемлектәрҙе һирәгәйттеләр. Р. Ғабдрахманов. Ҡыуандыҡ иһә, ҡурай тауышынан күңеле нескәреп, сүкеүен бер һирәгәйтә, бер йышландыра. Ә. Хәкимов. Беҙҙә лә бәғзеләр, ҡыш ҡурмы яғы наҡыҫ була тип, малын һирәгәйтә башланы. Р. Кинйәбаев.
ҺИРӘГӘЙТКЕС (Р.: прореживатель; И.: thinner; T.: inceltici) и. а. х.
Йәшелсәне һирәгәйтә торған машина. □ Прореживатель (машина). Сөгөлдөр баҫыуын һирәгәйткес менән эшкәртеү, һирәгәйткес һатып алыу. Тракторға һирәгәйткес тағыу.
ҺИРӘК I (Р.: редкий; И.: rare; T.: seyrek) с.
1. Бер-береһенән алыҫ, аралыҡлы урынлашҡан; ҡуйы түгел. □ Редкий. ■ Гилаж ҡыҫҡа буйлы, ҡалын елкәле, ҡарсыға танаулы, һирәк кенә һаҡаллы бер кеше. С. Агиш. Габбас мулла ирен өҫтөндә нәҙек кенә булып һыҙылып торған һирәк мыйығын ҡулының һырты менән һыпырғылап алды. 3. Биишева. Таң алдынан батальондар һирәк ағаслы урманда ял итергә туҡтанылар. Ә. Бикчәнтәев. • һирәк тешле кешенең ауыҙында һүҙ тормай. Мәҡәл.
548