ҺИРӘК-ҺАЯҠ
2. Беше, ныҡ, тығыҙ түгел (туҡыма тураһында). □ Неплотный, лёгкий, тонкий (о ткани). Һирәк селтәр. Һирәк бәйләнгән шәл. ■ һирәк кенә һирәк, әй, аҡ ситса, куре-неп тора ап-аҡ тәнкәйем. Сеңләүҙән.
3. Бик әҙ осрай торған, әҙ була торған.
□ Редкий, единичный, исключительный.
■ Миңлебаныу — матур, хәҙерге заман өсөн һирәк исем. И. Аҡъюлов. Зәки Вәлиди ихлас яуапланы, һирәк осрай торған тарихи яҙмалар хаҡында һөйләне. Р. Байымов. Хаммат иген игергә, хатта ауылда һирәк кеше сәскән көнбағыш, картуф, ҡарбуз-ҡауындарға хәтле уҫтерергә ярата. 3. Биишева.
4. Ғәҙәттәгенән оҙаҡ, күп ваҡыт үткәс ҡабатлана, була торған; йыш, һәр саҡ түгел.
□ Редкий, нечастый, һирәк ҡунаҡ, һирәк хәл. һирәк ваҡиға. ■ Юлдаш уҙе ҡолағына тиклем ҡыҙарып китте. Бындай хәл унда бик һирәк саҡта, бик ныҡ ғәрләнгән йәки бик ныҡ тулҡынланған саҡта ғына була торғайны. 3. Биишева. Ашҡаҙарский һирәк осрай торған был куренеште, тормоштоң ниндәй ҙә булһа берәй ваҡиғаһына сағыштырып, шиғыр яҙырға теләне. Д. Исламов.
ҺИРӘК II (Р: редко; И.: rarely, seldom, infrequently; T.: seyrek) р.
Йыш түгел, осраҡлы. □ Редко, нечасто.
■ Мәҙрәсәгә шул дәрәжә өлфәт пәйда иттем, ғәзиз әсәйем дә бик һирәк иҫемә төшә башланы. М. Ғафури. Ҡоштар йырыла һирәк ишетелә. Ә. Ғибәҙәтов. Ҡул сабыуҙар башта һирәк кеуек ине, аҙаҡ бөтә яр башын солғап алды. И. Ғиззәтуллин. • Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләнгән һирәк. Әйтем.
ҺИРӘКЛӘНЕҮ (һирәкләп-) ҡ. ҡар. һирәгәйеү. ■ Хәйретдин, уң ҡулынан балтаһын төшөрмәйенсә, һул ҡулы менән һирәкләнгән туңәрәк һаҡалын тартҡыланы. Я. Хамматов. Ҡасандыр уртаса ауыл булғандыр, хәҙер иһә тештәре һирәкләнгән ҡул тырмаһын хәтерләтә. Яр. Вәлиев.
ҺИРӘКЛӘП (Р.: изредка; И.: sometimes, occasionally; T.: seyrek) р.
Әллә ниҙә бер, йыш түгел. □ Изредка, иногда. ■ Зиннур һирәкләп булһа ла Дәуе-риә янына инеп ултыра. 3. Биишева. Юл буйынса һирәкләп йәйәуле һәм һыбайлы
юлсылар тап булдылар. Б. Дим. Төлкөсура-нан һирәкләп хат килә, әммә ҡасан ҡотолоп ҡайтасағын өҙә генә яҙмай әле. Н. Мусин.
ҺИРӘКЛӘТЕҮ (һирәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. һирәкләү, понуд. от һирәкләү. Сөгөлдөр һирәкләтеу. Ҡишер һирәкләтеу. ■ Мин мәҙрәсәгә йөрөуҙе бик һирәкләттем. М. Ғафури. Нәфисә уҙе лә хат яҙыуҙы һирәкләтте, тора-бара бөтөнләй яҙмай ҙа башланы. Ш. Янбаев.
ҺИРӘКЛӘҮ (һирәклә-) ҡ.
1. ҡар. һирәгәйтеү. М Бөтә ҡатын-ҡыҙ плантацияла сөгөлдөр һирәкләне. Р. Низамов. Сөгөлдөрҙө берәр ҡарыш ара ҡалдырып һирәкләйем. Г. Яҡупова.
2. кусм. Ҡайҙалыр барып йөрөүҙе кәметеү, һирәккә ҡалдырыу. □ Редко приходить, редко показываться. Һин беҙгә быйыл һирәкләнең.
ҺИРӘК-МИРӘК I (Р.: изредка; И.: sometimes, now and then; T.: arada sırada) p.
1. Бик һирәк, йыш түгел. □ Изредка, нет-нет да и, время от времени. ■ Ҡуршеләрҙең Шаригы һирәк-мирәк сәңгелдәп ҡуя. И. Абдуллин. Ватыҡ тәҙрәнән ел өрә, һирәк-мирәк ҡыҙыҡайға ямғыр тамсылары килеп эләгә. Д. Бүләков.
2. Тегендә-бында, һирәкләп. □ Там и тут, там-сям. ■ Ҡайһылары элекке йылда мал тапағанда ҡойолған орлоҡтан һирәк-мирәк кенә һерәйеп уҫкән арыш башаҡтарын йыйып ыуҙылар. Ғ. Ибраһимов.
ҺИРӘК-МИРӘК II с. ҡар. һирәк I, 1.
■ Йорт һирәк-мирәк ҡарағай ағастары менән уратылған. 3. Биишева. Ҡайһы бер ботаҡтарҙа һирәк-мирәк ҡып-ҡыҙыл алмалар аҫылынып тора. Р. Ғабдрахманов.
ҺИРӘК-ҺАРАҠ р. диал. ҡар. һирәк-һаяҡ. ■ Ҡыҙ ниңәлер шат кеуек куренмәй, һирәк-һараҡ ауыр ғына һулап ҡуя. Ғ. Хәйри.
ҺИРӘК-ҺАЯҠ р. ҡар. һирәк-мирәк I.
■ Малай һирәк-һаяҡ селектәр менән генә ҡапланған яланғас тауға атаһының нисек кутәрелеуен куҙәтергә кереште. Р. Байбулатов. һирәк-һаяҡ төҫһөҙ генә йондоҙҙар ҙа ҡалҡып сыҡты. 3. Биишева. Председатель һирәк-һаяҡ сал инә башлаған һары мыйығы аҫтынан йылмайҙы. Б. Дим.
549