ҺИРӘК-ҺАЯҠЛАП
ҺИРӘК-ҺАЯҠЛАП р. ҡар. һирәкләп.
■ Мөхәмәтша тағы, һирәк-һаяҡлап булһа ла, талсыҡҡан тәнгә көс-ҡеүәт биргән туҡлыҡлы һарына ҡаҙып ашаштырғылай. И. Ноғманов. Ҡырыҫ, тупаҫыраҡ окоп тормошо уҙенең бер төрлөлөгө менән нисек кенә ялҡытмаһын, бында ла һирәк-һаяҡлап күңелле минуттар ҙа була торғайны. Д. Исламов.
ҺИРӘК-ҺИРӘК (Р.: очень редко; И.: very rarely; T.: çok seyrek) р.
Бик һирәк. □ Очень редко, редко-редко.
■ Ҡала урамында һирәк-һирәк кенә кырандас, арба еккән кешеләр ҙә күренәләр. С. Агиш. Ай-йондоҙҙар көҙгө ҡара болоттар артынан һирәк-һирәк кенә ҡарайҙар ҙа тағы йәшеренәләр. Ғ. Хәйри.
ҺИРӘМЕК с. диал. ҡар. һирәк 1. һирәмек урман, һирәмек тешле бабай. Һирәмек сәс.
ҺИРӘҮ (һирә-) ҡ. диал. ҡар. һирәгәйеү. Ауылда балалар һирәне. Йыуан тирәк күп ине, хәҙер һирәне.
ҺИРӘҮӘН (Р.: умеренный; И.: moderate; T.: ılımlı) с. диал. ҡар. тандыр I.
Һүрәнерәк, уртаса ҡыҙыулыҡтағы (ут тураһында). □ Умеренный, медленный (об огне). Һирәүән генә янған ут. Һирәүән утта бешереү.
ҺИС [фарс. (Р.: ни; И.: not; entirely; T.: hiç) киҫ.
1. Юҡлыҡ мәғәнәһенә ҡаты ҡәтғилек бирә; бөтөнләй, бер ҙә. □ Ни, совсем (усилительная частица с отрицательным значением). ■ Сәмиәр һис кенә лә һеләүһендең үлемен теләмәне. Ф. Аҡбулатова. Ҡапыл ғына һис көтөлмәгән бер хәл булды. Ә. Байрамов.
2. Төрлө һүҙҙәр менән килеп, ҡәтғи, тулы инҡарҙы белдергән ҡушма алмаш яһай. □ Образует сложные местоимения с отрицательным смыслом 'никогда, ничего, никто’ и т. д. Һис бер. Һис кем. Һис ҡайҙа. Һис бер нәмә. Һис ни. ■ Үҙенең ерәнсәйен бөгөн өйҙә ҡалдырып сығыу ына Рәшиҙә һис бер үкенмәне. Ғ. Аллаяров. Әллә ниңә Катюшаны башҡа һис ҡасан да күрә алмамдыр шикелле тойолдо. Ә. Байрамов.
ҺИС БУЛМАҺА (Р.: хотя бы; И.: although; T.: en azından) мөн.
Бер ҙә булмағанда; исмаһам. □ Хотя бы, хотя, хоть. ■ Шәриф теге урында бер аҙ ваҡыт көтөп торһа ла, бер ҙә эш тура килмәне, һис булмаһа, кисәге мәрйә осраманы. М. Ғафури. Төш ваҡыты үтеп, көн кискә ауышҡас та саҡырыусы йә, һис булмаһа, эштән туҡтарға ҡушыусы булманы. Ә. Ча-ныш. • Барс йылы барын сәс, һис булмаһа, тары сәс. Мәҡәл.
ҺИС ТӘ (Р.: ни в коем случае; И.: in по case; T.: hiç te bile) р.
Бер ҙә, бөтөнләй, бер ҡасан да. □ Ни в коем случае, ни за что, никогда. ■ [Шәғәле] юлдың былай мәшәҡәтле һәм мажаралы буласағын һис тә күҙ алдына килтерә алманы. К. Мәргән. Шундай дуҫлыҡ була бит: ул үҙ-ара нескәлектәргә, сөсөлөктәргә бирелеү, татлы һүҙҙәр менән өҙлөкһөҙ нығытып тороуға һис тә мохтаж түгел. 3. Биишева. Надирҙың һис тә ҡулы күтәрелмәй, бағана һымаҡ ҡатҡан да ҡалған. Р. Байбулатов.
ҺИС ҺҮҘҺЕҘ (Р.: несомненно; И.: without fail; T.: şüphesiz)/?.
Икеләнеп тормайынса, ҡаршылыҡһыҙ. □ Без сомнения, несомненно, непременно. ■ Дуҫының һәр бер фекере менән һис һүҙһеҙ килешергә өйрәнгән Шәүрә, ысынлап та, хатта йүгергәндә лә сәскәләргә баҫмаҫҡа, рәнйетмәҫкә тырышты. 3. Биишева. Муса киреләнер тип уйлағайным, ләкин ул һис һүҙһеҙ минең тәҡдим менән риза булды. Ә. Бикчәнтәев.
ҺИС ШИКҺЕҘ/?, ҡар. һис һүҙһеҙ. ■ Эре һөйәкле, ҡыйыу ҡарашлы мөһабәт был ир — һис шикһеҙ ҡаһармандар затынан. Р. Байымов. Ағастарҙың көс алған сағы булмаһа, һис шикһеҙ, бер япраҡ ҡалмаҫ ине, шул тиклем ел көслө! Ә. Бикчәнтәев.
ҺИҪКӘНДЕРЕҮ (һиҫкәндер-) (Р.: испугать; И.: scare, startle; T.: ürkütmek) ҡ.
Ҡапыл ҡурҡытыу, өркөтөү. □ Испугать, напугать, заставлять вздрагивать. Я һәр саҡ баҫалҡы ғына йөрөгән Гөлдәрҙең сая тауышы күптәрҙе һиҫкәндереп ебәргәйне. Р. Байбулатов. Ҡайһылыр тәңгәлдә, июль урталары етеп килеүгә ҡарамаҫтан, ниндәйҙер ҡош сутырлап һиҫкәндереп ҡуя. Д. Бүләков. Гу
550