ҺОҒОНДОРОШОУ
док тауышы кәмәсе Ҡыҙрас олатайҙы һиҫкәндереп ебәрҙе. Яр. Вәлиев.
ҺИҪКӘНЕҮ (һиҫкән-) (Р.: вздрогнуть; И.: startle; wince, flinch; T.: seğirmek) ҡ.
Ниндәйҙер сәбәптән ҡапыл ҡурҡҡан һымаҡ итеп ҡалтыранып ҡуйыу. □ Вздрогнуть, встрепенуться. М Голкәй һиҫкәнеп китте, уның ҡулындағы төйөнсөк ергә төштө. Ғ. Аллаяров. Саръян ҡолаҡты ярып ингән был тауышты ишетеугә һиҫкәнеп китте һәм, бер генә минутҡа ла икеләнеп тормаҫтан, шул яҡҡа ашыҡты. Ә. Байрамов. Машина тормоздарының әсе һыҙғырыуына һиҫкәнеп, артыма боролдом. Р. Вәлиев.
ҺИТӘ (Р.: перга; И.: ambrosia; T.: arıların topladığı çiçektozu) и. умарт.
Бал ҡорттарының сәскә һеркәһенән йыйып, кәрәҙгә тултырып әҙерләгән аҙығы; манса. □ Перга, хлебина. М Сейәләр сәскә атҡанда, бал ҡорттарының бызылдағанын, һитә йыйғанын ҡарап, тыцлап ултырырбыҙ. И. Абдуллин. Һитә балы Төлкөсураның бөтә тамырҙарына таралып өлгөргәйне инде: биттәре ҡыҙарған, куҙҙәре йылтырай. Н. Мусин.
ҺИТӘЛЕ (Р.: с пергой; И.: with pollen; T.: çiçektozu ile) c.
һитәһе булған. □ С пергой. И Ояла һәр ваҡыт кәмендә һитәле ике рам булһа, ҡорттар яҡшы урсей, ауырыуҙарға, һауа шарттарының уҙгәреуенә бирешеп бармай. И. Шафиҡов. Куп кенә умарталыҡтарҙа .. ҡышҡылыҡҡа насар, һитәле бал ҡалдырыла. Н. Мусин.
ҺИТӘЛӘНЕҮ (һитәлән-) (Р.: почернеть; И.: grow (become) black; T.: balmumu kararmak) ҡ.
Ҡарайып боҙолоу (балауыҙға ҡарата).
□ Почернеть, испортиться (о воске). Балауыҙ һитәләнгән. Һитәләнә башлау. Һитәләнеп бөткән балауыҙ.
ҺОҒАЛАН (Р.: прожорливый; И.: voracious; T.: obur) с.
Ҙур-ҙур һоғоноп, ҡабаланып ашаусан.
□ Жадный на еду, прожорливый. М [Емеш — Хәсәнгә:] Бәләкәс саҡтан өйрәк кеуек һоғалан булдың бит һин. 3. Биишева.
ҺОҒАЛАНЫУ (һоғалан-) (Р.: торопливо есть; И.: eat hastily; T.: acele ile yemek) ҡ.
Ҡабаланып, ҡарһаланып ашау, һоғоноу.
□ Торопливо, жадно есть. М Закир аҡ ҡаласты умыра тешләп, аслығын йәшерергә көсө етмәй, һоғаланып билмәнгә тотондо.
3. Биишева. Бик ныҡ асыҡҡан Зариф һоғаланып ашарға тотонғайны, тик ҡапыл ниндәйҙер әсе тәм уның ауыҙын бөрҙө. Б. Рафиҡов.
ҺОҒОНДОРОУ (һоғондор-) (Р.: кормить с руки; И.: hand-feed; T.: elden yedirmek) ҡ.
1. этн. Ҡунаҡ итеү йолаһы буйынса ҡул менән алып, итте кеше ауыҙына ҡаптырыу.
□ Кормить с руки (обряд угощения, в соответствии с которым хозяева и гости угощали друг друга куском мяса непосредственно с руки в знак особого уважения и наделения каждого долей). М Хажғәле ҡарт ҡунаҡтарҙы ҡыҫтап-ҡыҫтап ашарға өндәне һәм, уҙенең мөсәһенән һимеҙ ит киҫәктәрен ҡырҡҡылап алып, һоғондороп сыҡты. Ж. Кейекбаев. Ҡорһағым ҡаптай була, тегеләр һаман тауыҡ ите, ҡаҙ ите һоғондоралар. И. Абдуллин. Туйғандан ҡалған бутҡаны Заһира, Шәурә, Емештәр ҡыҙҙарҙы көсләп һоғондорорға, һоғонмай ҡасҡан ҡыҙҙарҙы ҡыуып йөрөп биттәрен, баштарын буярға керештеләр. 3. Биишева.
2. кусм. һөйл. Ҡаты бер һүҙ әйтеү йәки ауыр бер яза биреү. □ Сказать жёстко, обругать; наказать. М Ғәлиә менән мин эйәрергә итеп ҡарағайныҡ та, беҙгә лә ғәйрәт ҡайтырлыҡ һуҙҙәр һоғондорҙо Нәҡиә. И. Ғиззәтуллин. Нуриханов ике туған ағаһына ҡаты ғына яуап һоғондорорға йыйынғайны ла, һуңғы һуҙҙәрҙе ишетеп, ҡойолдо ла төштө. Д. Бүләков.
ҺОҒОНДОРОШОУ (һоғондорош-) ҡ. урт. ҡар. һоғондороу 1. взаимн. от һоғондороу 1. Я Ҡыҙҙар, егеттәр вәғәҙә бирешкән. Ҡаҙан-ҡаҙан бишбармаҡ бешергәндәр, бер-береһенә ҡалъя һоғондорошҡандар. Р. Солтангәрәев. Табындағы ҡунаҡтар һаман ит һоғондороштолар, бер-береһен мәрәкәләп шаярҙылар, ҡысҡырып көлөштөләр. Я. Хамматов.
551