Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 552


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺОҒОНОМ
ҺОҒОНОМ (Р.: глоток; И.: gulp; morsel; T.: yudumluk) и. диал.
Бер йоторлоҡ күләм. □ Глоток, кусочек. Бер һоғоном ит. Бер-ике һоғоном аш ҡалған.
ҺОҒОНОУ (һоғон-) (Р.: есть с руки; И.: sort of Bashkir eating ritual; T.: elden yemek) ҡ.
1. этн. Ҡул менән биргәнде ауыҙға алыу.
□ Есть с руки (обряд принятия мяса непосредственно с руки). ■ Баярҙар йоҡолары туйғансы йоҡлайҙар, эҫтәре кубенгәнсе ҡымыҙ эсеп, ит һоғоналар, унан көтөуҙәре менән йә урманға, йә тау яғына сәхрәгә сығып китәләр. М. Кәрим. Борон йәтешләп ҡулдан һоғонорҙар ине ҡулламаны, — тип йылмайҙы Алпинә. Й. Солтанов.
2. Ҙур итеп ауыҙға ҡабыу. П Заглатывать, брать в рот большими кусками. ■ Ҡарт бригадир, һоғонғаны тамағына тығылып, сәсәп ебәрҙе. Б. Бикбай. Әсләм тәуге ҡыуаҡтың төбөнә йәшеренеп, сейәләрҙе услап-услап һоғонорға тотондо. Р. Ғабдрахманов. Fэйнулла бай һарыҡ бауыры өҫтөнә һалынған ҡалын оса майына табаҡ ситендәге тоҙҙо һибәләне лә ус аяһындай һимеҙ киҫәкте һоғоноп ебәрҙе. Р. Өмөтбаев.
ҺОҘҒАҠ (һоҙғағы) и. диал. ҡар. һоҫҡо. Тимер һоҙғаҡ. Ҡыҫҡа һоҙғаҡ. Һоҙғаҡ менән йыйып алыу.
ҺОЗДАУ I (һозда-) (Р.: петь горлом; И.: throat sing; T.: damakla şarkı söylemek) ҡ. диал. ҡар. өзләү.
1. Тамаҡ төбө менән көй сығарыу. □ Петь горлом, исполнять мелодии горловым голосом. // Горловое пение. Һоздап курһәтеу. Яҡшы һоздау. һоздап ебәреу.
2. Йәмһеҙ тауыш менән йырлау. □ Петь некрасивым голосом, горланить. Бер туҡтауһыҙ һоздау. Табын артында һозданы. Һоздаған тауыш сыҡты.
ҺОЗДАУ II (һозда-) (Р.: промчаться; И.: shoot forth; T.: koşmak) ҡ. диал.
Шәп итеп сабыу. □ Промчаться, пролететь. Быҙауҙар һоздап утеп китте. Балалар һоздай.
ҺОЙТ (Р.: междометие, которым отгоняют скот; И.: shoo! hoosh; scat; T.: hoşt!) саҡ.
Күмәк малды, ҡош-ҡортто ҡыуыу һүҙе.
□ Междометие, которым отгоняют скот, домашних птиц. М Батша вәзирҙәре ҙур бер урманды яҡ-яҡтан ау ҡороп ҡамап алалар
ҙа һайт та һойт итеп йәнлектәрҙе ҡыуалар икән. Әкиәттән.
ҺОҠ I (Р.: восхитительный; И.: beautiful, fine, glorious, lovely; T.: mükemmel) с. иҫк.
Күңел тартҡыс, һоҡланғыс. □ Восхитительный, прекрасный. Я Туҡ буйҡайҙары, ай, һоҡ, тиҙәр, Туҡ буйы кеуек ерҙәр юҡ, тиҙәр. Халыҡ йырынан.
ҺОҠ II (Р.: жадный; И.: greedy; T.: hasis)с.
Ашҡа ҡомһоҙ, мәскәй. □ Жадный. • Һоҡ һимермәҫ, бур байымаҫ. Әйтем, һайыҫҡан һаҡлығынан улмәй, һоҡлоғонан улә. Әйтем.
♦ Ҡулы һоҡ кеше нәмәһенә тейеүсән; уғры. □ Вор. Ҡулы һоҡ уның, кеше әйберенә тейә.
ҺОҠ III (һоғо) (Р.: сглаз; И.: һехе; whammy; T.: nazar) и.
Ауыр ҡарашлы кешенең бүтән кешегә булған насар тәьҫире. □ Сглаз. Я Ҡеше һоғо яман зәһәрле, хатта аҫау айғырҙарҙы ул-терә, һомғол ағасты ҡорота, тип борондан әйтә киләләр. Ш. Янбаев. • Ҡеше һоғо кешене ҡәбергә, малды ҡаҙанға илтә. Әйтем.
♦ Һоҡ тейеү кеше ҡарашынан насар тәьҫир алыу. □ Подвергаться сглазу. И Балаға ҡарап һоҡланһаң, уға һоҡ тейә. «Башҡорт мифологияһы »нан. Баланы тыумаҫ борон уҡ сит куҙҙәрҙән һаҡларға кәрәк, уға һоҡ тейеп бара. «Атайсал», 2 ноябрь 2012.
ҺОҠЛАНҒЫС (Р.: восхитительный; И.: lovely; T.: şahane) с.
һоҡланыу хисе уятырлыҡ; бик яҡшы, матур. □ Восхитительный, очаровательный. ■ Банат иҫ киткес яҡты, шағирәнә куңелле, тоғро йөрәкле, кешегә бары тик яҡшылыҡ ҡына эшләргә әҙер торған һоҡланғыс бер ҡыҙ икән. Ш. Бикҡол. Тубылдың һул яҡ яры буйлап тирә-йунгә мөһабәтлек биреп торған һоҡланғыс ҡарағайлыҡ һуҙыла. С. Бәҙретдинов. Ағиҙел буйы туғайҙарының сәскәләргә кумелгән, һоҡланғыс матур ваҡыты. Д. Исламов.
ҺОҠЛАНДЫРҒЫС с. ҡар. һоҡланғыс. Я Ҡөньяҡ Урал — һоҡландырғыс ил ул. Ә. Бикчәнтәев. Төрлө тауыштар менән һар-һылтып, сут-сут һайраған һандуғастар ҡалын урманға һоҡландырғыс йәм бирҙеләр. Ж. Кейекбаев. Ағиҙел яҡлап офоҡ бик яҡын һәм һоҡландырғыс матур булып куренә. X. Зарипов.
552