ҺОЛО
ҺОҠЛАНДЫРЫУ (һоҡландыр-) (Р.: очаровывать; И.: fascinate; T.: büyülemek) ҡ.
Таң ҡалдырыу, һоҡланыу тойғоһо уятыу.
□ Очаровывать, восхищать, изумлять. // Очарование, восхищение, изумление. ■ Әхирәтенең һәр нәмәнән тик ирмәк яҡты ғына курә торған ғәжәп ҡылығы Емеште тағы ла һоҡландырҙы. 3. Биишева. Йылмайған да кеуек булып куренгән Бикҡолдоң аҡ, таҙа тештәре Ғиләж ҡартты һоҡландырҙылар. А. Таһиров. Фәрит туйҙы ата-бабаларҙан ҡалған боронғо йолаларға яңы йолаларҙы ҡушып, ҙур итеп, мул итеп, бөтә ауылды һоҡландырырлыҡ итеп уткәрҙе. Ф. Әсәнов.
ҺОҠЛАНЫУ (һоҡлан-) (Р.: восхищаться; И.: admire; T.: hayran olmak) ҡ.
Бик яҡшы, матур нәмәгә таң ҡалып ҡарау, кинәнеү, шатланыу. □ Восхищаться, восторгаться, изумляться. // Восхищение, восторг, изумление. ■ Атаһының донъяға һоҡланып, хайран ҡалып ҡарауы Иршатҡа ла кусте. И. Абдуллин. Купте кургән етәкселәр ҙә, Яҡуптың оҫта ойоштороусы булыуын куреп, һуңынан йыш һоҡланалар ине уға. Ә. Байрамов. Емеш тағы ла ғәжәпһенеп, хатта һоҡланып ҡараны әбейгә. 3. Биишева.
ҺОҠЛАНЫШЫУ (һоҡланыш-) ҡ. урт. ҡар. һоҡланыу, взаимн. от һоҡланыу. М Зөлфәт менән һоҡланышып, ҡыуанышып һөйләшеп ултырғанда, яныбыҙға Гөлшат һеңлем килеп инде. Р. Сабитов. Аттымы әле аҫыл сәскәң? Атты ла, ти. Куптәр уға һоҡланышып баҡты ла, ти. Р. Назаров.
ҺОҠҺОҠ (һоҡһоғо) (Р: широконоска; И.: shoveler; T: bayağı kaşıkgaga) и. диал. ҡар. ҡашыҡморон.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған оҙон киң моронло йылға ҡошо. □ Широконоска (лат. Anas clypeata). Һоҡһоҡ аулау. Инә һоҡһоҡ. Ата һоҡһоҡтоң башы сағыу ҡара йәшел төҫтә була.
ҺОҠҺОР (Р: прожорливый; И.: voracious; T: obur) с. диал. ҡар. ҡомһоҙ 2.
Ашауға ҡомһоҙ, ҡомағай. □ Прожорливый, ненасытный. Һоҡһор мал. Сусҡалар һоҡһор була.
ҺОЛ I (Р: сноровка; И.: skill; T: maharet) и. диал. ҡар. оҫол.
Эштәге оҫталыҡ, таһыллыҡ. □ Сноровка, навык. ■ Башҡалар, нисектер, һол менән, еңел генә эшләйҙәр. С. Поварисов. Иң аянысы: араларында берҙәмлек юҡ, тыңлай, бойора белеу етмәй. Хәрбиҙәрсә һол юҡ. Ғ. Хөсәйенов.
ҺОЛ II с. диал. ҡар. һоҡһор. Өйрәктәр һол була. Һол мал. Сусҡалар бигерәк һол.
ҺО Л АУ (һола-) (Р: лежать растянувшись; И.: lying full length; T: uzanmak) ҡ. диал.
Лыпын һуҙылып ятыу. □ Лежать растянувшись. һолап ятыу. һолай ҙа ята!
ҺОЛҒА и. диал. ҡар. һол I. һолға менән эшләу. Һәр эшкә һолға кәрәк.
ҺОЛЛАНЫУ (һоллан-) (Р: приобретать сноровку; И.: acquire skill; T: maharet kazanmak) ҡ.
һәләтлегә, булдыҡлыға әйләнеү, эшкә оҫтарыу. □ Приобретать сноровку, навык в чём. ■ [Бәхтейәр:] Һуғыш йылдарында уҙ алдарына донъя көтөп һолланып бөткән бисәләргә тауыҡ кетәге һалыу нимә ул. М. Хәйҙәров.
ҺОЛЛАУ (һолла-) (Р: жадно глотать; И.: gulp; T.: yutmak) ҡ. диал. ҡар. оҫолланыу.
Ялмап йотоу; һоғоноу. □ Жадно глотать. ■ [Карт] ҡаҙандағы итте һоллап, ишектән сығып та һыҙған. Әкиәттән.
ҺОЛЛО (Р: сильный; И.: strong, hard, sturdy; T.: kuvvetli) с. диал. ҡар. оҫолло.
1. Көслө, ҡеүәтле. □ Сильный, мощный, крепкий. ■ Һолло, баһадир улдарың ныҡ һаҡлай Ватан һағын, тыныс бул, тыуған яғым! А. Игебаев. Көс ташына ташҡын кук-рәктә, һоҫоп алып, сөйөп ырғытырға ярһып тора һолло беләк тә! Ғ. Амантай.
2. Һәләтле, булдыҡлы, уңған, етеҙ. □ Сноровистый, ловкий. ■ Ғөбәй Сәлихтең ат биленә эйәр һалыуын, айыл-умелдеректәрҙе кунегелгән һолло хәрәкәт менән йәтешләп тартыуын куҙәтеп ултырҙы. Ә. Хәкимов. Ишкәксе арыу һолло ғына ишә башланы. М. Кәрим.
ҺОЛО (Р: овёс; И.: oats; T.: yulaf) и.
1. бот. Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, ялбыр башаҡлы, көплө орлоҡло һабан ашлығы. □ Овёс (лат. Avena). ■ Әгәр арыш, һоло, бәрәңге уңышын куберәк алайым тиһәң, баҫыуҙарға йыл һайын куп итеп
553