ҺОЛОБАШ
ашлама индерергә кәрәк. Ә. Байрамов. Һоло сәселгән Туңәрәкҡайын тирәләре лә куренеп йәшәрә башлаған. Ғ. Лоҡманов.
2. Шул ашлыҡтың орлоғо. □ Овёс (зерно ). Һоло бутҡаһы. Һоло кеҫәле. Һоло ярмаһы. ■ Вәли мастерскойҙың ишек алдына килгәндә, кумәк кугәрсендәр, гөрләшеп, ҡар өҫтөнә һибелгән һолоно супләп йөрөйҙәр ине. Б. Бикбай. Амбар тулы арыш оно менән һоло. М. Ғафури. • Ат тартмай, һоло тарта. Мәҡәл.
3. миф. Түлһеҙ ҡатындарҙы имләүҙә ҡулланылған үҫемлек. □ Овёс (растение, которое применяют при заговаривании бездетных женщин). ■ Балаһы булмаған ҡатын итәгенә һоло һалып, яңы ҡолонлаған бейәне ашатырға тейеш. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
ҺОЛОБАШ (Р.: мятлик луговой; И.: meadow-grass; T: çayır salkım otu) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған һоло башлы болон үләне. □ Мятлик луговой (лат. Роа pratensis). ■ һирәк-һаяҡ ҡына һолобаш, Альп астралары куҙгә салына. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 11, 2011. Июнь-июль айҙарында башаҡлы уҫемлектәр (бажат, тимофеевка, һолобаш) сәскә ата. «Башҡортостан», 24 апрель 2015.
ҺОЛО ТУРҒАЙЫ (Р.: обыкновенная овсянка; И.: yellowhammer; T.: sarı kirazkuşu) и. зоол.
Турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, башы һәм түше һары ҡаурыйҙары менән айырылып торған ҡошсоҡ; зинзибәр. □ Обыкновенная овсянка (лат. Emberiza citrinella). ■ Һоло турғайы ботаҡҡа, ағас осона йәки ҡыуаҡҡа ултырып һайрай. Э. Ишбирҙин.
ҺОЛТАН (Р: султан; И.: sultan; T: sultan) и. диал. ҡар. солтан 1.
Ҡайһы бер мосолман илдәрендәге нәҫелдән килгән батшалыҡ дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Султан. Һолтан һарайы, һолтан хакимлығы. Һолтан тәхете. ■ [Йосоп:] һин, ҡустым, миңә ейән булаһың, һинең әсәйеңдең төбө Бөрйән ҡыҙы була. Ул Һәтекәй һолтанының ҡыҙы ине. Ғ. Дәүләтшин.
ҺОЛҺОҘ (Р: несуразный; И.: bulky, awkward; T: sümsük) с. диал. ҡар. килбәтһеҙ.
1. һыны, рәүеше килешһеҙ, ипһеҙ. □ Несуразный. һолһоҙ кәуҙәле. һолһоҙ хәрәкәт.
2. Оҫталығы, таһыллығы булмаған. □ Бестолковый, неспособный. Эшкә һолһоҙ.
ҺОЛҺОЛ и. диал. ҡар. һөҙһөт. Һолһол тауышы. Ата һолһол. һолһол ояһы.
ҺОМАЙ (Р: Хумай; И.: kind of mythic eird', T: Hüma kuşu) и. миф. (баш хәреф менән )
1. Ышаныуҙар буйынса, күләгәһе кемгә төшһә, шуға бәхет килтерә тип һаналған изге мифик ҡош; һомай ҡош. □ Хумай (священная птица, приносящая счастье). ■ Әҙәмдәргә куктә һомай ҡошо пәйҙә булһасы. Куләгәһе төшөп, бәлки, бәхет ҡуныр ине уҙҙәренә, бәхет ҡошо тейерҙәренә. Ғ. Хөсәйенов.
2. «Урал батыр» эпосындағы Самрау батша ҡыҙының исеме. □ Хумай (дочь правителя Самрауа в эпосе «Урал-батыр»). ■ Самрау тигән батшаның һомай тигән ҡыҙымын; алтын сәсем тараһам, нурға илде кумәмен. «Урал батыр». Бына теге дуртәу һунарҙан алып ҡайтҡан ҡоштар араһындағы аҡҡош, уҙенең Самрау батша ҡыҙы Һомай икәнен әйтеп, осоп та китте. Б. Рафиҡов.
ҺОМҒОЛ (Р: стройный; И.: slim; T: endamlı) с.
Нәҙек оҙон, ҡупшы, зифа буй-һынлы. □ Стройный, грациозный. ■ Ҡамыштай һомғол кәуҙәле .. был һылыу ҡыҙыҡай - Рифат-тың апаһы. Р. Байбулатов. Боронғо башҡорт ҡыҙҙары кейемендә килгән толсыбыҡтай нескә, ләкин бик һомғол буйлы ҡыҙ урынынан ҡалҡты. Т. Ғарипова. һөңгө кеуек ултырған һомғол ҡарағайҙарҙы Вәлиҙең тәуге куреуе ине. М. Ғиләжев.
ҺОМҒОЛЛОҠ (һомғоллоғо) (Р: грация;
И.: grace; T: cazibe) и.
Матур оҙон буйлылыҡ, күркәмлек, ҡупшылыҡ. □ Грация, стройность. ■ Таңһылыу апай һылыулыҡта, һомғоллоҡта ал бирмәне. И. Ғиззәтуллин. [Зиләнең] осло башлы туфлиҙары бөтә һынына бөтөнлөк, һомғоллоҡ бирәләр. Т. Килмөхәмәтов. Уразхан Бабсаҡты кургән икән, һомғоллоғон, батырлығын белгән икән. «Бабсаҡ менән Күсәк».
554