Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 555


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺОҢ БАШҠОРТ
ҺОНА с. диал. ҡар. һонтор. Һона егет. Хәҙерге балалар бигерәк һона. Һона буйлы.
ҺОНДОР с. диал. ҡар. һонтор. В Әсҡәте-беҙ .. һондор кәуҙәһен боршанлатып, ҡултыҡ аҫтынан ғына йөрөгән бер математик ҡыҙ менән әйләнә. Н. Мусин.
ҺОНО с. диал. ҡар. һауалы I. һоно холоҡло. һоно ҡатын.
ҺОНОҠ (Р.: разогнутый; И.: bent; T.: doğrulan) с.
1. Саманан тыш һонолоп торған, яҙынҡы. □ Разогнутый, распрямлённый. Һоноҡ салғы. Һоноҡ ураҡ. Һоноҡ муйынлы. ■ Фатиманың көйәнтә һымаҡ һоноҡ ҡара ҡашы Сөнәғәткә бигерәк тә оҡшай. Ж. Кейекбаев.
2. кусм. Эйелергә иренгән, ялҡау, булдыҡһыҙ. □ Ленивый. Һоноҡ кеше. Һоноҡ бала иҙән йыуырға ла иренә.
ҺОНОҠЛАНЫУ (һоноҡлан-) (Р: рас прямиться; И.: straighten; T.: düzlenmek) ҡ.
Салғының артҡа ҡарай яҙылыуы. □ Распрямиться (о косе). Салғы һоноҡланып китте, туралар кәрәк.
ҺОНОЛОУ (һонол-) ҡ.
1. төш. ҡар. һоноу 2. страд, от һоноу 2. ■ Сәми бер кемгә лә кутәрелеп ҡарамай, һонолған буләкте урелеп алды ла, рәхмәт әйтеп, йәһәт кенә сығып китте. Р. Байымов. Татар әбекәйҙең алға һонолған ҡулы ихтыярһыҙ һәленеп төштө. Г. Яҡупова.
2. Оҙон булып һуҙылыу, оҙонайыу. □ Вытягиваться. һонолған муйын, һонолоп ятыу. М Егет, нисектер, һонолоп, кукрәктәре киңәйеп киткәндәй булды, ирен өҫтөндәге йомшаҡ бәпкә йөндәр ҡуйырып ҡара мыйыҡҡа әйләнде. Ғ. Хөсәйенов. [Ат] аяҡтарын ташлап, һонолоп елә ине. Яр. Вәлиев.
3. Кемгәлер йәки нимәгәлер һуҙылып ынтылыу, үрелеү. □ Тянуться; протягивать руку. ■ Ҡыҙырас кәртә янына тағы ла яҡыныраҡ һонолоп, ҡыҙыҡһынып тыцлай башланы.
3. Биишева. Иртәнән бирле тамағы ярайһы ғына сарсап өлгөргән Оморҙаҡ ағай шунда уҡ сәйгә һонолдо. Ш. Бикҡол. Ҡар ҡатыш ямғыр яуған ҡараңғы төндә Еиҙелбанат йәшәгән өйҙөң яртылаш асылған ишегенә бер баш һонолдо. И. Ғиззәтуллин.
♦ һонолоп һыу эсмәү бер нәмә лә эшләмәй, рәхәткә һалышып ятыу. □ Пальцем не шевельнуть, бездельничать. В Ныязғол
хәҙер ҡайһылай булып китте: һонолоп һыу ҙа эсмәй. Һ. Дәүләтшина.
ҺОНОУ (һон-) (Р: тянуть; И.: extend; Т: çekmek) ҡ.
1. Оҙон итеп һуҙыу. □ Тянуть, вытягивать. ■ Һарыбай бейек картуф һабаҡтары араһынан уҙенең һарғылт башын һоноп йәнә ҡуҙғалды. Р. Байбулатов. Малайҙар, уҙҙәре йәшенгән утын һарайынан баштарын һоноп, тирә-йунде ҡаранылар. 3. Биишева.
2. Кемгәлер йәки нимәгәлер ынтылып һуҙыу. □ Протягивать, подавать. Ш Гөлгөнә ҡапыл тал сыбығын һындырып алды ла апаһына һондо. Р. Байбулатов. Сәрбиямал ҡағыҙ киҫәген Хәйруллаға һондо. Д. Бүләков. Хатты бер аҙ тотоп ултырғас, әсәйемә кире һондом. Н. Мусин.
♦ Ҡул һоноу үҙеңә тейеш түгел нәмәне үҙләштерергә тырышыу. □ Посягать на чужое. Кеше мөлкәтенә ҡул һоноу. И Ярһыу атта һыбай уҙһа, уға ҡарап ымһынмайым, буйым етмәҫ ағастарҙың емешенә ҡул һонмайым. М. Кәрим.
ҺОНТАЙЫУ (һонтай-, һонтая) (Р: становиться долговязым; И.: grow lanky; T: sink gibi uzanmak) ҡ.
Буйға оҙон булып үҫеп китеү, оҙонайыу (кешегә ҡарата). □ Становиться, вырасти долговязым. М Ун кон тигәндә буйы һонтайып уҫкән .. Уйылдан .. «һуп» итеп килеп тә төштө: өйҙә аптырашта ҡалдылар. Р. Өмөтбаев.
ҺОНТОЙМАҪ (Р: скрытный; И.: secretive, cagey; T: sinsi) с. диал. ҡар. аҫтыртын.
Уй-ниәтен һиҙҙермәй, йәшерен эш итеүсән. □ Скрытный, һонтоймаҫ әҙәм. һонтоймаҫ кешегә йомошоң төшмәһен.
ҺОНТОР (Р: долговязый; И.: lanky; Т: sırık gibi) с.
Килбәтһеҙ ныҡ оҙон буйлы. □ Долговязый. ■ Рәжәптең һонтор, ябыҡ кәуҙәһе кәкре бурәнәне хәтерләтә, уның оҙон, кәкерсәк аяҡ-ҡулдары, гуйә, ағастың тарбағай ботаҡтары. Р. Вәлиев. Мирхәйҙәров ҡулына аҡ сус арҡан тотҡан һонтор иргә текәлеберәк ҡараны. Т. Ғарипова. Һонтор буйлы, ялтас башлы Ҡотлояр елкәһен ҡашыны. Р. Камал.
ҺОҢ БАШҠОРТ (Р: башкир, использующий в языке звук «Һ»; И.: true Bashkir; T: h ile konuşan Başkurt) и. һөйл.
555