Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 557


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺОРАУ
2. Төбәшеп һорау, төпсөнөү. □ Расспрашивать, разузнавать. Һоранып йөрөу. һоранып ултырыу.
ҺОРАНЫУСЫ (Р.: попрошайка; И.: inquisitive person; T.: dilenci) и.
Кешеләрҙән йыш ҡына нимәлер һорап йөрөүсе. □ Попрошайка (тот, кто выпрашивает что-л.). ■ Басариев бөтә оҫталығын һалды, уҙҙәренең план яғынан бик ауыр хәлдә икәнлеген дә, яңы урынды уҙләштерергә көстәре етерлек икәнен дә иҫбатланы, хатта .. һораныусы рәуешенә инеуҙән дә тартынманы. Р. Солтангәрәев. [Гөлзар]уҙен һораныусы хәйерсе хәленә төшөргөһө килмәне. С. Ильясов.
ҺОРАТЫУ (һорат-) (Р: запросить; И.: inquire; T.: soruşmak) ҡ.
1. Кемдер аша нимәлер һорап алыу, мөрәжәғәт итеү. □ Запросить, затребовать. ■ Ту-ғанов Арҡаюл районынан килгән заявкаларҙы уҙенә һоратып алды һәм тикшерә башланы. Ә. Вәли. Насыров иһә коммунист Нурисла-мовтың учёт карточкаһын һоратып кил-тертте. М. Ғиләжев. Бына оҙон егет телефонға тотондо, моғайын, милициянан машина һоратырға булғандыр. Ә. Бикчәнтәев.
2. этн. Ҡатын-ҡыҙға яусы аша тәҡдим яһатыу; ҡыҙ яусылау. □ Сватать, свататься, послать сватов. ■ Ғәлиәкбәр хәҙрәттең ҡыҙын Сәмиәрҙең ҡустыһына һоратҡайнылар бит. Ф. Аҡбулатова. Ябай крәҫтиән ҡарты, берҙән-бер улына батшаның ҡыҙын һоратырға тип барғас, хаким кеше был биса-ранан көлөргә уйлаған. И. Ғиззәтуллин. Сафа ҡарт Сәхәп мулланың ҡыҙын һоратып яусы ебәрҙе. Д. Исламов. • Кем икәнеңде белгең килһә, ҡыҙ һорат. Әйтем.
ҺОРАУ I (һора-) (Р: спрашивать; И.: ask; T.: sormak) ҡ.
1. Кемдер йәки нимәлер тураһында мәғлүмәт алыр, белер өсөн кешегә мөрәжәғәт итеү, өндәшеү. □ Спрашивать. ■ Фәтих ағай, туҙемһеҙләнеп: «Йә, куренәме?»-тип һораны. И. Абдуллин. Вәлит, өйгә ингәс тә, тирә-яҡҡа ҡаранып алды ла Сәлихтең ҡайҙалығын һораны. С. Агиш. Исеме нисек булыр? - тип һораны йәш кенә мулла, алдына биләуҙәге сабыйҙы килтереп һалғас. И. Аҡъюлов. • Куп
йәшәгәндән һорама, куп йөрөгәндән һора. Мәҡәл. Үҙе уңған егеттең ата-инәһен һорама. Мәҡәл.
2. Һорау биреп кешенең белем кимәлен тикшереү. □ Спрашивать, проверять знания, вызывать к доске. Уҡыусынан уткән дәресте һорау. Мәсьәләнең сиселешен һорау.
3. Кемделер күрергә йәки уның менән һөйләшергә теләк белдереп мөрәжәғәт итеү.
□ Спрашивать, вызвать. Телефон аша һорау. Директор хеҙмәткәрен инергә һорай. Һине һоранылар.
к.Кемдәндер бер нәмә алырға теләп мөрәжәғәт итеү. □ Просить, попросить. Эш хаҡы һорау. Аҡса һорау. Эш һорау. II Нина Сергеевна машина һорарға бригадир янына йунэлде. Р. Байбулатов.
5. Бер төрлө теләк йәки талап менән мөрәжәғәт итеү. □ Просить, требовать. Ярҙам һорау. Аҡыл һорау. Кәңәш һорау. ■ Роза кургәҙмәнән матур ғына тәьҫир алғанға, Сәлихтән уҙен насар картиналар тирәһенә алып бармауын һораны. С. Агиш.
6. Кемдәндер бер нәмә эшләргә үтенеү.
□ Просить. Үтенеп һорау. Ялбарып һорау.
■ Аҙаҡ Нурҙың йырлау ын һоранылар. И. Абдуллин. Иптәш Шакирова, президиумға менеуегеҙҙе һорайбыҙ, - тине Баязитов, залға куҙ йугертеп сығып. Ғ. Аллаяров.
7. Ризалыҡ, рөхсәт алыу. □ Просить разрешения. Ризалыҡ һорау. Һорап китеу. Рөхсәт һорау, һорап эшләу. ■ [Хәмит:] Иптәштәр, Сәлих туған һуҙ һорай. С. Агиш. [Карт:] Рөхсәт итегеҙ ҡайтырға, Кәримов туған, -тип һораны. Ғ. Аллаяров.
8. этн. Яусы аша кәләшлеккә тәҡдим яһатыу; һоратыу. □ Свататься, просить руки. Кәләшлеккә һорау. Ҡыҙ һорау. ■ Куршеләргә ситтән яусы килгән, әллә ниңә, әллә ниңә һорамай. Халыҡ йырынан.
9. һөйл. Сауҙа һәм алыш-бирештә нимәгәлер хаҡ ҡуйыу. □ Просить, назначить (цену). Хаҡ һорау. Ҡиммәт һорау. Арзан һорау.
■ Ғәҙәттә, алыусы һатыусы һорағандың яртыһын бирә. И. Абдуллин.
♦ һорама инде һорауға ҡаршы нимәнән-дер ризаһыҙ икәнде белдереп яуап биргәндә әйтелә. □ И не спрашивай (о плохом состоянии чего-н.). ■ Минең хәлде һорама инде, ҡайным, - тип яуап ҡайтарҙы йонсоу тауыш
557