ҺОРАУ
менән килене. Ф. Әсәнов. [Мөхәммәткәрим -Хажиға:] Ә, һорама инде, туған, комитетсы-лар бөтә булған ашлыҡты сәсеүгә тип тартып алды. Р. Камал.
ҺОРАУ II (Р.: вопрос; И.: question; T.: soru) и.
1. Яуап алыу маҡсатында әйтелгән һүҙ.
□ Вопрос. М Иршат ҡапыл көтөлмәгән һорау бирә. И. Абдуллин. Залдағы халыҡ Сәлихкә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. С. Агиш. Булат яуап урынына үҙе һорау ҡуйып, ат аҙауындай эре тештәрен ыржайтты. Б. Бикбай.
2. Имтиханда, уҡыу процесында яуап талап иткән мәсьәлә. □ Вопрос (на экзамене, в процессе учёбы). Билеттағы һорауға яуап биреү. Һорауға әҙерлек. Ауыр һорау эләкте.
3. Кешеләрҙең нимәгәлер (тауар һ. б.) булған ихтыяжы. □ Спрос, требование. Ауыл хужалығы тауарҙарына һорау артты. ■ [Ныязғол:] Хәҙер игенгә сит илдән һорау күп. Һ. Дәүләтшина.
4. Нимәлер теләп белдерелгән үтенес.
□ Просьба. Һорау менән мөрәжәғәт итеү. һорауҙы кире ҡағыу. ■ Шул саҡ радионан тынмаусыларҙың һорауы буйынса концерт тапшырасаҡтары хаҡында иғлан иттеләр. Р. Байбулатов.
5. Хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә. □ Вопрос, проблема, дело. Һорау килеп тыуҙы. Һорауҙы хәл итеү. М Йөҙ йылдан ашыу инде исемдәре донъяға танылған мәшһүр ғалимдар ошо һорауға яуап эҙләйҙәр. Ә. Байрамов. Ауылдаштарҙың әле береһе, әле икенсеһе Иштуған янына төрлө һорау менән инеп-сығып ҡына тора. 3. Биишева.
6. Ризалыҡ, рөхсәт. □ Разрешение. В Рухия: «Колхоздың энәһенә лә һорауһыҙ теймәҫкә!» - тип балаларын ант иттергән, имеш. Р. Байымов.
ҺОРАУ АЛЫУ (һорау ал-) (Р: допрашивать; И.: interrogate; T.: sorguya çekmek) ҡ.
Енәйәт йәки тәртип боҙоуҙы тикшергәндә ғәйепләнеүсене, шаһитты һ. б. һөйләтеп мәғлүмәттәр туплау □ Допрашивать, устраивать допрос. // Допрос. ■ Судья Йәмилдең ни өсөн ғәйепләнеүен ҡағыҙға ҡарап уҡып сыҡҡандан һуң, һорау алыу башланды. Р. Байбулатов. Ғәйепләнеүсенән һорау алғанда, Хәләф Гәрә-евичтең дә булыуын следователь Ғәләүетдинов үҙе үтенгәйне. Р. Байымов.
ҺОРАУЛЫ (Р: вопросительный; И.: interrogative; T.: sorulu) с.
Яуап талап иткән. □ Вопросительный. М Әсәһе һораулы ҡарашын атаһына төбәне. И. Аҡъюлов. Хәүефләнгән әсә, бер яҡҡа тайпылып, һораулы ҡарашын Миңһылыуға төбәне. Ә. Байрамов.
ҺОРАУЛЫҠ (һораулығы) (Р: вопросник; И.: questionnaire; T.: soru listesi) и.
Махсус темаға төҙөлгән һорауҙар теҙмәһе.
□ Вопросник. Һораулыҡ ҡағыҙы. Һораулыҡ төҙөү. Һораулыҡ буйынса яуап биреү.
ҺОРАШЫУ (һораш-) (Р: спрашивать; И.: ask (about); T.: soruşturmak) ҡ.
Белешеү, мәғлүмәт алыу. □ Спрашивать, разузнавать, справляться. ■ Рәшиҙә менән Айыу ханов иһә, һөйләшә-һөйләшә, бер-береһе тураһында һораштылар. Ғ. Аллаяров. Шәрифә Солтановна Ғүмәр ағайҙан бергә уҡыған иптәштәре хаҡында һорашыуға күсеп китте. Р. Байбулатов. Хәл-әхүәлде һорашҡас, Елена апай үҙен борсоған мәсьәләгә күсте. Ә. Байрамов.
ҺОРҒОЛТ (Р: коричневатый; И.: brownish; T.: kahverengimsi) с.
Хсъүк һор, аҡһыл һор. □ Коричневатый. Һорғолт төҫкә буяу. һорғолт бүрек, һорғолт болоттар. ■ Һорғолт бөҙрә сәсле,.. гел йүгереп кенә йөрөй торған Вәсимәһе өсөн Сәлихтең эсе өҙөлә. С. Агиш. Һорғолт ҡанаттарын йәйеп, бөркөт үҙе төйәкләгән ҡая буйҙарын урап сыға. Ғ. Аллаяров. Малайҙың асыуы йөҙөнә сыҡты, һорғолт күҙ алмалары йәшкәҙәгән һымаҡ ҡараны. Р. Байбулатов.
ҺОРҒОЛТЛАНЫУ (һорғолтлан-) (Р: становиться коричневатым; И.: become brown; T.: kahverengimsi olmak) ҡ.
һорғолтҡа әйләнеү. □ Становиться коричневатым. Һорғолтланып тороу. Һорғолтлана башлау. ■ Ғәжәп хәл, ҡапыл тирә-йүн һүнеп, һорғолтланып китте. Ғ. Лоҡманов. Ирәндек өҫтөндә аҫылынып торған хәрәкәтһеҙ аҡ болот һорғолтланып, ҡуйырып, ҡаяларға һырыша башланы. 3. Биишева.
ҺОРҒОТ (Р: высокое дерево; И.: lofty tree; T.: sink) u.
Оҙон ағас. □ Высокое дерево. Ағастарҙың һорғоттарын ғына һайлап ҡырҡыу. Яңғыҙ торған һорғот. Арғы остағы һорғоттан алып сабынлыҡ башлана.
558