ҺОРНАЙСЫ
ҺОРҠА (Р.: лошадь коричневой масти; И.: brown horse; T.: kahverengi at) и.
Һор төҫтәге ат. □ Лошадь коричневой масти. Һорҡа егеу. Һорҡа менеу. Һорҡа йугәнләу.
ҺОРҠАЙ и. ҡар. һорҡа. Һорҡайҙы утлауға ебәреу. Һорҡайҙың тышауын сисеу. Һорҡайҙы еккегә өйрәтеп алыу.
ҺОРҠОТ I с. диал. ҡар. һуйҙан. Һорҡот булып эшһеҙ ятыу. һорҡотҡа әйләнеу. Бер нәмәгә лә бошмаҫ һорҡот холоҡло.
ҺОРҠОТ II с. диал. ҡар. һорғот. Бер һор-ҡотто йәшен атҡан. Һорҡот төбөндә ял итеу. Аҡлан уртаһында яңғыҙ һорҡот ултыра.
ҺОРЛАН I с. диал. ҡар. һорғолт. Һорлан төҫтәге мал. Һорлан һырт. Һорлан куҙле. Һорлан ҡойроҡло ат. Һорлан яллы ат.
ҺОРЛАН II (Р.: название собаки или волка коричневой окраски; И.: name of a brown carnivor; T.: kahverengi köpek veya kurt) u.
һорғолт төҫтәге эт йә бүре атамаһы. □ Название собаки или волка коричневой окраски. Быҙау ҙурлығы һорлан бәйле тора. һорлан алғы аяғын ҡапҡанға эләктергән, һиҙгер һорлан ҡолаҡтарын торғоҙҙо. ■ Ҡаялыла тауҙың, ай, буреһе, кук һорлан да икән кубеһе. Халыҡ йырынан. Ҡапҡа төбөндә танып ҡаршы алған башмаҡ хәтлем оло һорлан .. ҡойроғон болғап оҙатты. Һ. Дәүләтшина. Элекке тирмәнсе Кузъманың ҡарт эте һорлан.. элеккесә тирмән ҡарауылларға, Ташбулат артынан эйәреп йөрөргә кереште. С. Агиш.
ҺОРЛАНЫУ (һорлан-) (Р: сереть; И.: turn grey; T.: kül rengi almak) ҡ.
Һор төҫкә инеү, көл төҫөн алыу. □ Сереть, посереть. ■ Ағиҙел тулҡындары тәуҙә йорландылар, унан әкрен генә аҡыҡ төҫөнә инә барҙылар. Ә. Вәли. Ҡояш байып, кук йөҙөн ҡалын болоттар ҡаплап алғас, әйләнә-тирә һорланып, төҫһөҙләнеп ҡалды. Ғ. Лоҡманов. Рәшиҙә балсыҡ йәбешеп ауырайған кирза итеген аяғынан һалып алды ла, ҡояш йылыһынан кибеп, бер аҙ һорлана төшкән тупраҡ өҫтөнән атлап китте. Ғ. Аллаяров.
ҺОРЛАУ с. диал. ҡар. һорғолт. Һорлау төҫлө ҡош. Һорлау һыртлы мал. Һыйырҙың ҡуңыр һырты ҡояшҡа янып һорлау төҫкә кергән.
ҺОРНАЙ [фарс. ] (Р* зурна; И.: zurna; T.: zurna) и. му з.
1. Тынлы музыка ҡоралы; тишекле борғо. □ Зурна (духовой музыкальный инструмент). Һорнайҙа оҫта уйнау. Һорнай һыҙғыртыу. Борон яуҙағы мөһим сигналдар йә хәуеф барлығы һорнай ярҙамында белдерелгән. ■ Төрлө халыҡтың тынлы музыка ҡоралы араһында ҡурайҙың уҙенә яҡыныраҡ ҡәрҙәш-ырыуҙары бар: һыбыҙғы, свирель, жалейка, һорнай, флейта, кларнет, зурна һ. б. Ғ. Хөсәйенов. Унда [уң яҡтараҡ] - бер аккордеонсы, бер скрипкасы, тағы ла ауыҙ менән ниндәйҙер һорнай өрөп уйнаусы. С. Поварисов. Бик куп кеше йыйыла, барабан, һорнай, ҡурай тартып, буҙа, шарап әсетеп, туйға әҙерләнәләр. «Буҙйегет».
2. Көслө, сағыу тауышлы, мөгөҙ йә ағастан соҡоп эшләнгән тынлы музыка ҡоралы; борғо (хәрби шарттарҙа сигналдар биреу өсөн). □ Горн (сигнальный рожок). Мөгөҙ һорнай. Ағас һорнай. Һорнай ҡысҡыртыу. М Һалдат беҙҙе куреу менән һорнайын ауыҙына ҡуйып сигнал уйнатырға тотондо. М. Тажи. Йәнә дөңгөр һуҡтылар, ҡурай уйнап, һорнай ҡысҡырттылар [тамъяндар]. И. Ноғманов. Оло йыйындағы һымаҡ һорнай тауыштары ла яңғырап ала. Р. Байымов.
ҺОРНАЙҒАН (Р: долговязый; И.: lanky; T: sırık gibi) с.
Нәҙек оҙон буйлы. □ Долговязый. Һорнайған һын. Һорнайған буй. Һорнайған килбәтһеҙ малай. Үҫмерҙең һорнайған кәуҙәһе һомғол булып киткән. М Хатта бынау ы һорнайған Моратша менән уҫал Заһира ла бик ҡәҙерле һымаҡ тойолдо хәҙер [Емешкә].
3. Биишева. [Емеш:] һорнайған, килбәтһеҙ малай ҡабат яҙырға баҙнат итмәһен өсөн, ни әмәл итергә? 3. Биишева.
ҺОРНАЙСЫ (Р. : зурнаист; И.: zurna player; T: zurnacı) и.
1. Һорнай уйнаусы. □ Зурнаист, зурнач. Һорнайсы, моңло көй уйнап, халыҡты әсир итте.
2. Борғо ҡысҡыртыусы. □ Горнист. Һорнайсы ярҙамында әмер еткереу. ■ Үҙенә яуған маҡтау һуҙҙәренә оҙаҡ ҡоторонорға юл ҡуйманы ул [Караһаҡал], һорнайсы менән һөрәнсе ярҙамында йәһәт кенә тыныслыҡ урынлаштырҙы. Б. Рафиҡов, һорнайсылар, дөмбөрсөләр сиреугә хәбәр бирергә әмер көтә. Б. Рафиҡов.
559