Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 560


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺОРНАЙЫУ
ҺОРНАЙЫУ (һорнай-, һорная) (Р.: становиться долговязым, вырасти долговязым; И.: become lanky; T.: sırık gibi olmak) ҡ.
Нәҙек оҙон булыу, һорнайып үҫеп китеү. □ Становиться долговязым, вырасти долговязым. Үтә ныҡ һорнайыу. Килбәтһеҙ булып һорнайыу. Малайҙар үҫеп һорнайып китте.
■ [Емеш:] Ә теге һорнайған Моратшаны кур, бер ни булмағандай, таҫрайып, яр ситендә баҫып тора. 3. Биишева.
ҺОРНАС с. диал. ҡар. һорғолт. Һорнас төҫкә кереү. Һорнас йөнлө һарыҡ. Һорнас һыртлы.
ҺОРНАУ (һорна-) (Р.: играть на зурне; И.: play the zurna; T.: zurna çalmak) ҡ.
1. Һорнайҙа (I) уйнау. □ Играть на зурне. һорнайҙа һорнау. Моңло һорнау. Үтә нәзәкәтле тауыш сығарып һорнау. Оҫта һорнау.
2. һорнай (II) уйнау, һорнай тауышы сығарыу. □ Трубить в горн. һорнайҙа һорнау. Һорнай башлау. Һорнап ебәреу.
3. Берәй музыка ҡоралында уйнау. □ Играть на каком-л. музыкальном инструменте.
■ [Заятуләк:] Думбырам минең уйнайҙыр, ҡыл ҡумыҙым һорнайҙыр, тыңлай килгән әҙәмдәр уҙен уҙе белмәйҙер. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ҺОРО (Р.: серый; И.: gray; T: gri) с.
1. Ҡара менән аҡ төҫтәрҙең ҡушылдығынан торған буҙ төҫ, көл төҫө. □ Серый. Һоро болот. Һоро салбар. Һоро шинель. Һоро йылан. М Күк йөҙөн һоро болоттар ҡаплап алды, офоҡто еүеш томан баҫты. А. Абдуллин. Сәлих, тик кенә ултырып ҡалмаҫ өсөн, уҙенә килә башлаған һоро бесәйҙе елкәһенән эләктереп алды ла алдына ултыртты. С. Агиш. Мария Васильевнаның нур һибеп тороусы һоро күҙҙәрендә шатлыҡ та, ҡаушау ҙа күренде. И. Абдуллин. • Йыландың ҡараһы ла йылан, һороһо ла йылан. Мәҡәл.
2. диал. Ҡыҙҙырылған ҡәһүә төҫөндәге, ҡыҙғылт ҡара; көрән. □ Коричневый. Һоро күлдәк. Һоро итек. һоро кун. Һоро айыи.
ҺОРО АИЫУ (Р: бурый медведь; И.: brown bear; T: bozayı) и. зоол.
һөтимәрҙәр класына ҡараған, ерҙә йәшәүсе эре йыртҡыс хайуан. □ Бурый медведь (лат. Ursus arctos). M Сәмәр хандың алты улы алты сысҡан алды, ти; Заятуләк атлы улы ауыҙы ҡанлы бүре алды, ти, алпан-тол
пан атлаған һоро айыу алды, ти, күл яғалап йөрөгән, һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән ҡолағы миңле төлкөалды, ти. «Заятүләкменән һыуһылыу».
ҺОРО КИЛЕЙЕК и. зоол. ҡар. шәгүрәкәй. ■ Һоро килейек - күсмә ҡош. Һоро ки-лейектең тауышы киҫкен. Э. Ишбирҙин.
ҺОРО ҠОРТ (Р: трутень; И.: male bee, drone; T: asalak) и.
1. Ата бал ҡорто; әре, буҙ ҡорт. □ Трутень.
2. кусм. Кеше елкәһен кимереп, иҙеп, эшләмәй ятҡан кешегә ҡарата әйтелә. □ Трутень, дармоед, тунеядец. ■ Батырҙары киткән һуң, инәһе үлгән бал ҡорттай, илең ҡалыр сыр-сыуға; бөтә тапҡан табышын һоро ҡорттай талаусы берәүҙе бей танырһың. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҺОРОЛАНЫУ (һоролан-) (Р: становиться коричневым; И.: become brown; T: kahverengi olmak) ҡ.
Һоро төҫкә инеү, һоро булыу. □ Становиться коричневым, һороланып тороу. Һороланып китеу.
ҺОРО МАССА (Р: серая масса; И.: ruck; T: ayaktakımı) и.
Дөйөм халыҡтың көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, үҙ хоҡуҡтарын белмәүен аңлатҡан кәмһетеү атамаһы. □ Серая масса, безликая толпа. ■ Халыҡ азатлыҡ, уҙ ирке өсөн көрәштән туҡтаһа, һоро массаға әүерелә. Т. Ғарипова.
ҺОРО ӨЙРӘК (өйрәге) (Р: разновидность дикой утки; И.: sort of mallard species; T: yeşilbaş) и. зоол. ҡар. сысҡаҡ һуна.
Ерәнһыу һоро төҫтәге, ҡауырһындары ерән һәм аҡ таптар менән сыбарланған ҙур ғына ҡыр өйрәге. □ Разновидность дикой утки (лат. Anas platyrhynchos). ■ һоро өйрәктең дөйөм төҫө һоро. Йорт өйрәге ҙурлығында һәм уға оҡшаған. Э. Ишбирҙин.
ҺОРТОЙ с. диал. ҡар. һорғолт, һортой эт. һортой башмаҡ. Шәшке һортой була.
ҺОРТУРҒАЙ с. диал. ҡар. турғай, һор-турғайҙар сырҡылдашыу ы. һортурғайҙар тубы.
ҺОРҺОҘ с. диал. ҡар. холоҡһоҙ, һорһоҙ кеше. һорһоҙ әҙәм кеуек ҡыланыу.
ҺОРЫН (Р: кубаир; И.: kubair (genre of Bashkir folk poetry)', T: kubayir) и. фольк. ҡар. ҡобайыр.
560