ҺОҪМА
Мөһим тарихи ваҡиғаға йәки батырҙарҙы данлауға бағышланған боронғо шиғри әҫәр. □ Кубаир (стихотворный эпический жанр башкирского фольклора). Һорын әйтеу. Һорын сығарыу. Һорын сәсәндәр ижадына хас.
ҺОС ҠЫЛЫУ (һос ҡыл-) (Р.: скользить; И.: glide; hurtle by inch; T.: kaymak) к.
1. Тайыу, кәйелеү. □ Скользить (о шпаге или мече), чуть не задеть, поразить. Ҡылыс һос ҡылып китте. Шпагаһы һос ҡылды.
2. кусм. Гөнаһ, яҙыҡ ҡылыу. □ Ошибаться, грешить. Хаҡлыҡҡа һос ҡылыу. ■ [Йософ:] Ҡәрҙәштәрем, өмөттәрем,.. мин һеҙҙәргә ни һос ҡылдым? «Йософ вә Зөләйха».
ҺОҪА I (Р.: челнок ткацкого станка; И.: shuttle; T.: mekik) и. туҡ.
Туҡыу станогында шүрене ҡуйыу һәм йөрөтөү өсөн эсе ҡыуыш итеп яһалған оҙонса ағас ҡорал; шүре ояһы. □ Челнок ткацкого станка. Һоҫа ҡуйыу, һоҫаны ҡайындан яһау. Һоҫа юныу. ■ Ҡарышҡан шикелле, һоҫаһындасы епкә сырмалып ҡына бөттө [Сәлимә].
3. Биишева. Ул [Хөсәйен менән Әхсәндең әсәһе] яһаған сурелярен, һоҫаларын ҡалтырса эсенә тултырып, һике аҫтына ултыртты. Ж. Кейекбаев. Буй ептәре араһында куренеп-куре-неп ҡалған өс мөйөшлө аралыҡтан балыҡтай һоҫа бер уңға, бер һулға сумып китә. Р. Ғабдрахманов.
ҺОҪА II (Р: берестяной совок для вычерпывания пчелиного роя; И.: kind of scoop; T: bir tür kürek) и. диал.
Ҡорт күсен һоҫоп алыу өсөн туҙҙан яһалған һоҫҡо, ҡорт ҡашығы. □ Берестяной совок для вычерпывания пчелиного роя. һоҫа менән ҡорт һоҫоу. Туҙҙан эшләнгән һоҫа. Боронғо һоҫа. Кус һарыған урынды һоҫа менән һоҫоп алып моҙғаға һалалар.
ҺОҪА III (Р: лоток; И.: hawker’s stand; T: değirmen tezgâhı) и. диал. ҡар. морондоҡ II.
Тирмән ташына ашлыҡ ҡоя торған киң ауыҙлы төбө тишек йәшник; мөшкә. □ Лоток (мельничный). Тирмән һоҫаһы. Тирмән һоҫаһын таҙартыу.
ҺОҪА ЭНӘҺЕ и. туҡ. ҡар. епһә 2.
ҺОҪҠАҠ (һоҫҡағы) и. диал. ҡар. һоҫҡо.
Бер һоҫҡаҡ кумер. Ике-өс һоҫҡаҡ көл. Төтөн юлының ҡоромон һоҫҡаҡ менән алыу.
ҺОҪҠО I (Р.: совок; И.: dust tray; T: kürek) и.
1. Ҡуҙ, көл йәки бүтән төрлө ваҡ нәмәне һоҫоп, йыйып ала торған ҡорал. □ Совок. Тимер һоҫҡо. Ағас һоҫҡо. ■ Төлкө бурене тирмән ташы өҫтөнә ултыртты ла бер һоҫҡо он бирҙе, ти. Әкиәттән. Әлмира, һепертке, кунәк, һоҫҡоларын хужалыҡ булмәһенә алып барып ҡуйғас, өйөнә ашыҡты. Р. Байбулатов. Торонбашты йәки ҡоро тиҙәкте кәлгә кумеп кенә ауылда утты һаҡлап киләләр. Әгәр уҙенең усағында ут һунһә, һоҫҡо тотоп, урам буйлап ут эҙләп йөрөйҙәр ине. 3. Биишева.
2. Ер соҡоғос машинаның балсыҡ-ташты һоҫа торған өлөшө. □ Ковш, лопата (экскаватора). Экскаватор һоҫҡоһо. М Гәлиәхмәт .., трактор һоҫҡоһо алдында ҡапыл ғына пәйҙә булған ниндәйҙер әҙәмде куреп, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Р Байымов. Экскаватор рычагтары артына ултырған Рафиҡ ҡеуәтле машинаны гөрөлдәтте лә һоҫҡоно’ергә батырҙы һәм ерҙе ситкә алып тукте. Ғ. Хисамов. [Исмәғилев] тимер һоҫҡо һымаҡ көрәге менән берәй ҡалҡыулыҡты ҡырып тигеҙләй. Ә. Вәли.
ҺОҪҠО II (Р: совковый; И.: with a squarepoint shovel; T: kürek) с.
һоҫа торған, һоҫҡоло. □ Совковый, һоҫҡо кәрәк. һоҫҡо иләк. ■ Өйрәк, көндәр буйына туңгәк башында һоҫҡо моронон һуҙып, бала сығарырға ултыра. А. Карнай.
ҺОҪҠОН и. диал. ҡар. оҫҡон йыуаһы. һоҫҡон ашау. һоҫҡон йыйыу, һоҫҡонға барыу, һоҫҡон бәлеше.
ҺОҪЛАН (Р: суслон; И.: pile of sheaves; T: yığın) и.
Теҙеп ултыртып, береһе өҫтән һалынған бер нисә кәлтә. □ Суслон, һоҫлан яһау. һоҫландарға ултыртыу, һоҫландар һалыу. Бойҙай һоҫландары. Арыш һоҫланы. ■ Улар [Зифа менән әсәһе] артында кескәй ҡыуыштарға оҡшаған һоҫландар ҡала барҙы. Ә. Бикчәнтәев.
ҺОҪМА (Р.: приспособление (снасть) для ловли рыб; И.: kind of fishing net; T: balık tutma aleti) и. диал.
Балыҡ тота торған ҡулайлама. □ Приспособление (снасть) для ловли рыб, сачок. һоҫма менән балык һоҫоу. Эре балыҡ һоҫмаһы. Ваҡ балыҡ тотоу өсөн эшләнгән һоҫма.
561