Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 562


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺОҪОҢҠО
ҺОҪОҢҠО с. диал. ҡар. һоноҡ. Һоҫоңҡо салғый. Һоҫоңҡо селтәр. Һоҫоңҡо еңле күлдәк.
ҺОҪОУ I (һоҫ-) (Р.: черпать; И.: scoop; T.: çekmek) ҡ.
1. Нимәнеңдер эсенә һауытты батырып ебәреп бер өлөшөн алыу. □ Черпать. // Черпание. Ит һоҫоу. Ҡымыҙ һоҫоу. Һоҫоп алыу. Һоҫа башлау. Көмөш сүмес менән һоҫоу. М Ул арала Рауза ҡаҙандан картуф һоҫто. Т. Ғарипова. Баһау бай улдары менән ҡорт һоҫорға тотондо. Ж. Кейекбаев. Йәншишмәнең бар һыуын һоҫоп алып киләйек, бар кешегә бирәйек. «Урал батыр».
2. диал. ҡар. һөҙөү III, 3. Йылым менән балыҡ һоҫоу. Йылғала балыҡ һоҫоу. Күлдә алабуға һоҫоу.
ҺОҪОУ II (һоҫ-) (Р.: глотать; И.: swallow; T.: yutmak) ҡ. диал.
Нимәнелер (ашамлыҡ, эсемлекте һ. б.) шәп-шәп йотоу. □ Глотать, проглатывать, заглатывать. // Глотание, проглатывание, заглатывание. Сәйнәп тормай һоҫа ғына. Ашты һоҫа ғына. Тиҙ-тиҙ һоҫоп бөтөрҙө.
ҺОҪОШОУ (һоҫош-) ҡ. урт. ҡар. һоҫоу I. взаимн. от һоҫоу I. Аш һоҫошоу. Һоҫошоп тороу. Бал ҡорто һоҫошоу. Һоҫоша башлау.
ҺОҪТОРОУ(һоҫтор-) ҡ. йөкм. ҡар. һоҫоу I. понуд. от һоҫоу I. Ҡәйнәһе килененән йәһәтләтеп аш һоҫторҙо. Юлсылар, ҡалаҡтары менән мул ғына аш һоҫтороп, тамаҡ ялғарға тотондо. Сүместе мөлдөрәмә һоҫтороп һыу эсте.
ҺӘБӘ и. диал. ҡар. һебә. Һәбә өләшеү.
ҺӨДДӘ с. диал. ҡар. һонтайған, һөддә кәүҙәле. Һөддә егет.
ҺӨҘГӨ (Р: бредень; И.: drag net; T.: balık tutma aleti) u.
1. Балыҡты һөҙөп тота торған ау; йылым. □ Бредень, һөҙгө менән балыҡ һөҙөү. Оҙон һөҙгө. Һөҙгө һабын яңыртыу. Н Салих менән Насретдин бәләкәй генә һөҙгө менән балыҡ тоторға төштөләр. Ғ. Хисамов. Һөҙгөнө ярға сығарған һайын әллә күпме ҡыҫала эләгә. Ғ. Хисамов.
2. диал. Һөт һөҙгөсө. □ Цедилка. Ағас һөҙгө. Тимер һөҙгө. Һөттө һөҙгө менән һөҙәһең.
ҺӨҘГӨ ҠАПСЫҒЫ и. ҡар. һөҙгө тоғо. Һөҙгө ҡапсығын һыуҙан тартып сығарыу. Һөҙгө ҡапсығы ҡамышҡа сырмалған.
ҺӨҘГӨС I (Р: решето, сито; И.: sieve; filter; T.: süzgeç) и.
1. Шыйыҡ нәмәне һөҙөп таҙарта торған иләк һымаҡ нәмә. □ Решето, сито, шумовка, дуршлаг. Һөт һөҙгөсө. Һөҙгөс менән һөҙөү. Һөйәкле һурпаны һөҙгөс аша үткәреү. ■ Миһранов ҡабаланмай ғына тәүҙә һауынсылар менән һөйләште. Тегеләре яңы халаттар, капрон һөҙгөстәр таптырҙылар. Р. Кинйәбаев.
2. диал. Балыҡты һөҙөп тота торған ау; йылым; һөҙгө. □ Бредень, сеть. ■ Байрас ҡулындағы һөҙгөсөн ергә ырғытып бәрҙе лә һыу буйында йөрөй торғас, ярылып, ҡарайып ҡатҡан устарына ҡаты ғына төкөрөп алды.
3. Биишева.
ҺӨҘГӨС II (Р.: нож для сдирания бересты; И.: kind of special knife; T.: bir tür bıçak) и.
Ҡайын туҙын ҡырҡа торған ҡорал. □ Нож для сдирания бересты. ■ Түбәндә ҡыҙҙар, малайҙар ҡороҡтар, һөҙгөстәр менән эләктереп туҙ, сыбыҡ-сабыҡ тота. 3. Биишева.
ҺӨҘГӨС III с. ҡар. һөҙгәк. М Морат бесән араһынан сыға алмай ҙа ҡалды. Уны хәҙер ферма янында йөрөгән һөҙгөс үгеҙҙәргә алып барып ырғытырҙар, ә тегеләр тештәрен ыржайтып көтөп торалар. Р. Байбулатов.
ҺӨҘГӨ ТОҒО (Р: мотня; И.: bunt; T.: balık ağının şişen kısmı) и.
Балыҡ тота торған һөҙгөнөң урта өлөшө, тоғо, ҡапсығы. □ Мотня. Һөҙгө тоғона балыҡ эләктереү. Һөҙгө тоғона эре суртан эләккән.
ҺӨҘГӘК (Р: бодливый; И.: apt to butt; T.: boynuz vuran) c.
Һөҙә, төкөй торған ғәҙәте булған. □ Бодливый. Һөҙгәк мал. Һөҙгәк һыйыр. ■ Гөлгөнә үҙҙәренең ишек алдындағы һырғалаҡтан шыуып йөрөгәндә, ҡаршыһына күршеләрҙең ҡап-ҡара ҙур һөҙгәк кәзәһе килде лә сыҡты. Р. Байбулатов. Мөлдөрәп торған күҙле шаян быҙау, бәрәстәрҙең ҡарышҡыр үгеҙ, һөҙгәк тәкәгә әүерелеүе кемгә ҡыҙыҡ. Т. Ғарипова. • Һөҙгәк малға Алла мөгөҙ бирмәй. Әйтем.
ҺӨҘҘӨРӨҮ (һөҙҙөр-) ҡ. йөкм. ҡар. һөҙөү II, 1-4. понуд. от һөҙөү II, 1-4. Иләк аша һөттө һөҙҙөрөү. Ҡатыҡ һөҙҙөрөү. Һөҙмә һөҙҙөрөү. Марля аша һыу һөҙҙөрөү.
ҺӨҘЛӨК (һөҙлөгө) (Р: навар на поверхности бульона; И.: fat on the surface of soup; T.: et suyunun üzerine çıkan yag) и.
562