ҺӨҘӨЛӨҮ
1. Итле һурпа өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан май; тоҙлоҡ. □ Навар на поверхности бульона. Аш һөҙлөгө. Ҡатыҡлап һөҙлөк эсеу. Н Һары һөҙлөктәре йылҡылдап торған тауыҡ һурпаһы ифрат тәмле булып бешкәйне. М. Садиҡова. Кенәз Волконский, кәйефе ҡырылып, салбарына тамған һимеҙ һөҙлөктө ҡулъяулығы менән ышҡып һөрттө. Я. Хамматов.
2. диал. Аштың һурпаһы өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан күбеге; турта. □ Пена (образующаяся на поверхности при закипании бульона). Аштың һөҙлөгөн алып ташлау. Аш ныҡлап ҡайнамаҫ элек һөҙлөгөн йыйып алыу.
ҺӨҘЛӨКЛӨ (Р.: наваристый; И.: nourishing; T: yağlı) с.
һөҙлөгө күп булған. □ Наваристый, һөҙлөклө аш. Һөҙлөклө һурпа. ■ [Сәхипгәрәй] ашыҡмай, ауыҙына ҡапҡан икмәкте ентекләп сәйнәп, һөҙлөклө һурпаны һемерҙе. Я. Хамматов. [һеңлеһе - Нурияға:] Туҡмас һалып итле аш бешергәйнем, һөҙлөклө генә итеп, уны ла яратып ашаны [Искәндәр]. Г. Яҡупова.
ҺӨҘЛӨКЛӘНЕҮ (һөҙлөклән-) (Р.: становиться наваристым; И.: become nourishing; T.: yağlı olmak) ҡ.
Һөҙлөгө барлыҡҡа килеү. □ Становиться наваристым. Һөҙлөкләнеп бешкән аш. Һөҙлөкләнә башлау. Һап-Һары булып һөҙлөкләнеп торған һурпа.
ҺӨҘМӨШ и. диал. ҡар. һөҙмә I. Һөҙмөш һөҙөу. һөҙмөш йыйыу.
ҺӨҘМӘ (Р: сузьма; И.: curd; T.: kesmik) и.
1. Ойоған һөттөң һыуын һарҡытҡас ҡалған массаһы. □ Сузьма (гуща отжатого кислого молока или отжатое кислое молоко наподобие сырковой массы). Һөҙмә һарҡытыу. Һөҙмә яһау. И Өҫтәл өҫтө һәр төрлө ашамлыҡтар, һөҙмәләр, емеш-еләк, башҡа тәм-том менән тулған. Д. Исламов. Ҡатын һөҙмә килтереп ултырта. Ҡусәкбай хәнйәрен сығарып һөҙмәне өскә булә лә береһен эткә ташлай, бер өлөшөн ағаска сәсрәтә һуға. «Бабсаҡ менән Күсәк». Ул арала өҫтәлгә сыжлап торған самауыр килтерелеп ултыртылды, төрлө ашамлыҡ - турам ит, кубек май, һөҙмә, кумәс, тағы әллә ни ниғмәттәр ҡуйылды. Ғ. Хөсәйенов.
2. Һыҡтырылған емеш-еләк һуты, һөҙмәһе. □ Сироп из сока отжатых ягод. М [Олатаһы -
Фәһимгә:] Тәмле булһа, ана мин килтергән баландарҙы тирә тор, иртәгәлә ашарһың, әмин ҡалған һөҙмәне ҡаҡ итеп ҡоям. И. Ғиззәтуллин. Тыуған йорттарында бер ҙә өҙөлөп тормаған балан һөҙмәһенең татлы тәмен тойғандай булды [Закиров]. А. Мағазов.
ҺӨҘМӘЛӘҮ (һөҙмәлә ) (Р.: сделать сузь-му; И.: make curd; T.: kesmik yapmak) ҡ. диал.
һөҙмә яһау. □ Сделать сузьму, отжать кислое молоко, һөттө һөҙмәләп йыйыу, һөттө һөҙмәләп алыу. һөттө һөҙмәләп йыйып сыр эшләу.
ҺӨҘМӘҪ и. диал. ҡар. һөҙмә I, II. Һөҙмәҫ һөҙөу. Балан һөҙмәҫе.
ҺӨҘӨК (һөҙөгө) и. ҡар. һөҙлөк. М [Хәсән - Гөлшатҡа:] Ярты метрлыҡ суртанды ярға һөйрәп сығарған ерҙән ыскындырҙым бит әле. Һурпаға барыбер һөҙөгө сыҡмаҫ тинем дә. Б. Рафиҡов.
ҺӨҘӨЛӨҮ (һөҙөл-) (Р: клонить ко сну; И.: feel drowsy; be starved of sleep; T: uyuklamak) ҡ.
1. Йоҡомһорап, томанланып йомолоу (куҙгә, керпектәргә ҡарата). □ Клонить ҡо сну, хотеть спать (о глазах). Ҡуҙ һөҙөлөу. Куҙҙәре һөҙөлөп тора. Баланың куҙҙәре һөҙөлә башланы. ■ Рәйсәнең .. бит урталары яна, куҙҙәре һөҙөлә. Һ. Дәүләтшина. Йоҡоларым килә, ай, куҙемә, куҙ керпеккәйҙәрем һөҙөлә. Халыҡ йырынан. Рәмил яуап бирмәне, һөҙөлгән куҙҙәрен миңә төбәп саҡ ҡына ултырҙы ла артына ауҙы һәм шул минутта уҡ хырылдап йоҡлап та китте. Н. Мусин.
2. Керпекте төшөрә биреп ҡараш ташлау. □ Смотреть исподлобья, һөҙөлөп ҡарау. ■ Вәлихан Хәсәншалар артынан, улар урам сатындағы боролмаға инеп киткәнсе, һөҙөлөп ҡарап ҡалды. Ә. Байрамов. Йомағол упкәләу ҡатыш Сәғиҙәгә һөҙөлөп ҡарап ҡуйҙы. М. Тажи.
3. төш. ҡар. һөҙөү I. страд, от һөҙөү I. М [Олатаһы - Азатҡа:] Һөҙөләһең бит, шайтан малай. Р. Байбулатов. [Шәңгәрәй] угеҙҙән һөҙөлөп, һөйәк-һаяғы имгәнеп .. ятҡан. Т. Ғарипова.
4. төш. ҡар. һөҙөү II, 1. страд, от һөҙөү II, 1. Һөт бик таҙа итеп һөҙөлгән. Һурпа утә куренмәле итеп һөҙөлгән. ■ Ҡар, боҙ араһынан һөҙөлөп сыҡҡан йылғасыҡ уның ҡойроғон оҙаҡ уйнатты. С. Ильясов. Куренеп тора, ҡуры-
563