ҺӨҘӨМТӘ
һитәһе һөҙөлгән бал әсеүҙән еҙнәһенең кәйефе бер төрлөрәккә өйләнгән, мәрәкәләп маташа. С. Шәрипов.
ҺӨҘӨМТӘ (Р.: результат; И.: result; Т.: netice) и.
1. Ниндәйҙер эш-хәлдең аҙағы; нәтижә. □ Результат. Яҡшы һөҙөмтә. Ыңғай һөҙөмтә биреу. Кире һөҙөмтә. Эш һөҙөмтәһе уңышлы.
■ Ләкин уның [Саяфтың] уҙе эшләгән эшенең һөҙөмтәһен кургеһе килә. С. Агиш. Роза бөтөнләй көтөлмәгән һөҙөмтәгә өлгәшкән -икенсе урынға сыҡҡан. Р. Байбулатов. Тәртипте боҙоу һәр саҡ куңелһеҙ һөҙөмтәләр менән тамамлана. Ғ. Хисамов.
2. Нимәгәлер иң һуңынан дөйөмләштереп яһалған бер фекер; йомғаҡ. □ Вывод, итог. Һөҙөмтә сығарыу. Һөҙөмтә яһау. Бер һөҙөмтәгә килеу. һөҙөмтәһе билдәле. ■ Әхмәт һөҙөмтә яһарға ашыҡты. Р. Ханнанов. Донъяға реаль ҡарап, әленән-әле булып торған ваҡиғаларға үҙеңсә һөҙөмтә яһай белеу ҙур аҡыллылыҡ талап итәлер. Ғ. Аллаяров. [Батырша ] көн оҙоно, донъяһын онотоп, йыйған мәғлүмәттәрен эшкәртергә, һөҙөмтәләрен ҡағыҙға төшөрөргә ултыра. Ғ. Хөсәйенов.
ҺӨҘӨМТӘЛЕ (Р: результативный; И.: having good results; useful; T.: sonuç alıcı) c.
Һөҙөмтәһе яҡшы; уңышлы. □ Результативный. һөҙөмтәле эш. Һөҙөмтәле булыу.
■ Хеҙмәт һөҙөмтәле булһын өсөн кеше дөрөҫ ял итергә тейеш. В. Ғүмәров. Эште лә яратып, куңел һалып башҡарһаң ғына һөҙөмтәле, мәғәнәле була. Т. Даянова. Ял иткәс ни, ул көн ифрат һөҙөмтәле эшләне Рәуеф. Ә. Әминев.
ҺӨҘӨМТӘЛӘ (Р: в результате; И.: in consequence of; T.: neticede) инш.
һуңғы сиктә; нәтижәлә. □ В результате. ■ Ҡот осҡос һуғыш булған, һөҙөмтәлә киткәндәр кире әйләнеп ҡайтмаған. Н. Алсынбаев. Һөҙөмтәлә уның [Зәйнулланың] ҡатыны Гөлбикә ҡалалағы универсаль магазиндарҙың иң ҙурыһына кассирша булып урынлашты. Ә. Вәли. Һөҙөмтәлә теге өлкән сержант өс автоматсыға Мишаны эҙләп табырға бойорҙо. Ә. Хәкимов.
ҺӨҘӨМТӘЛӘҮ (һөҙөмтәлә-) (Р: подытоживать; И.: sum up; add up; T.: sonuç çıkarmak) ҡ.
Һөҙөмтә яһау, дөйөмләштереү. □ Подытоживать, делать вывод. Телмәрҙе һөҙөмтәләп ҡуйыу. Докладты һөҙөмтәләү. Яҙғандарҙы һөҙөмтәләү. ■ Ә был ҡыҙ һыуға китте: ул бай ҡыҙы булмаҫ, тип һөҙөмтәләне [Айбулат]. һ. Дәүләтшина.
ҺӨҘӨМТӘҺЕҘ (Р: безрезультатный; И.: ineffective; T.: sonuçsuz) с.
һөҙөмтәһе, нәтижәһе насар; уңышһыҙ. □ Безрезультатный, һөҙөмтәһеҙ эш. һөҙөмтәһеҙ булыу. Һөҙөмтәһеҙ эҙләнеүҙәр. ■ Был килеш [насар ҡоралланған килеш] батальонды ебәрһәң, уның һис бер һөҙөмтәһеҙ һәләк булыуы ихтимал, тип уйланы ул [Бәхтизин]. В. Исхаҡов. Кәңәшмә ошолай дауам итһә, тәугеһе һымаҡ уҡ, бер һөҙөмтәһеҙ тамамланыры ла ихтимал ине. Р. Байымов. Бәҙерғол уҙе комиссия эшенең һөҙөмтәһеҙ бөтәүен ауыр кисерҙе. Ғ. Хөсәйенов.
ҺӨҘӨҮ I (һөҙ-) (Р: бодать; И.: butt; poke with the horns; T.: süsmek) ҡ.
Мөгөҙ менән төртөү, төкөү (ғәҙәттә, һыйыр малына ҡарата). □ Бодать, бодаться. Һөҙөп ебәреу. Үгеҙ бөтә ваҡ малды һөҙҙө. ■ [Сабир - Батыевҡа:] Кис менән көтөү ҡайттымы, тегеләре бөтә өйөрҙәре менән бына быларға [айырым ятыусы ун ике һыйырға] ябырылалар: һөҙәләр, аҙыҡтарын ашайҙар. Д. Исламов. Буян .. үкерә-үкерә алғы тояҡтары менән ерҙе сапсыны, юлында осраған ағас олондарын һөҙҙө. М. Ямалетдинов.
ҺӨҘӨҮ II (һөҙ-) (Р: цедить; И.: filter; T.: süzmek) ҡ.
1. Шыйыҡ йәки башҡа нәмәне таҙартыу өсөн нимәлер аша үткәреү. □ Цедить, процеживать. Ҡымыҙҙы һөҙөү, һурпаны һөҙөү. Марля аша һөҙөү. Иләк менән һөҙөү. ■ [Рахман:] Бешеп иҙелә башларға өлгөргән картуфтың һыуын һөҙөп түгә-түгә, миңә [Өфөнән килгән вәкил] ҡарап күҙ ҡыҫыбыраҡ көлөмһөрәне. Д. Исламов, [һеңлеһе - Нурияға:] Һыйырҙы һауып, һөттө һөҙөп ҡуйыуыма, Фәтих шылтыратты. Г. Яҡупова.
2. Бер шыйыҡлыҡтан икенсеһен айырып алыу. □ Снять (пену, навар с жидкости). Һөт өҫтөнән ҡаймаҡ һөҙөү, һурпа өҫтөнән һөҙлөк һөҙөү. Ҡайнап сыҡҡан аш өҫтөнән турта һөҙөү. Сәй өҫтөн һөҙөп ташлау.
564