ҺӨҘӘКЛЕК
3. Йылым йәки башҡа бер нәмәне һыуҙан тартып, ниҙер тотоу. □ Ловить (сетью, сачком и т. д. рыбу). Балыҡ һөҙөү. Һөҙгө менән һөҙөү. Йылым менән һөҙөү. Саҡ менән һөҙөү. Ау менән балыҡ һөҙөү. ■ [Петерға] Камала һыу инеп, балыҡ һөҙөп йөрөгән саҡтары хәҙер инде алыҫ бер төш һымаҡ ҡына ине. В. Исхаҡов. Беҙ Сәлих менән мәктәпкә уҡырға төшмәҫ элек Сәрмәсәндең һай ғына ҡомло яр ситендә яулыҡ менән балыҡ һөҙә торғайныҡ. Ф. Туғыҙбаева.
4. Ниҙер эҙләп, бер ерҙе ҡалдырмай тотош ҡыҙырып ҡарау (ғәҙәттә, урманға ҡарата).
□ Прочёсывать (в поисках кого-то, чего-то). Урманды һөҙөү. Бөтә ерҙе һөҙөп сығыу. Я Улар [Зәйниҙең иптәштәре] төн буйынса берсә ҡысҡырып, берсә мылтыҡтан атып, уны эҙләп сыҡтылар,.. тау-таш араларын, урман шырлыҡтарын һөҙҙөләр. Й. Солтанов. Халыҡ күмәкләп эҙләне [сабыйҙы], тотош тирә-яҡ урманды һөҙөп сыҡтылар. Г. Яҡупова.
5. күсм. Тотош рәттән ныҡ ҡарау; тирә-яҡты байҡау. □ Обозревать, осматривать. // Обозрение, осматривание. Асыулы күҙҙәре менән һөҙҙө. Табында ултырыусыларҙың барыһын да һөҙөп сыҡты. Я Ғариф трибунаның бер ситенә килеп тирәләй әйләндерелгән халыҡ диңгеҙен үткер күҙҙәре менән һөҙҙө. А. Таһиров. Ул [Шакир] шулай Зөһрәне баштан-аяҡ үткер күҙҙәре менән һөҙҙө. Ғ. Хәйри.
ҺӨҘӨШ (Р.: бодание; И.: horning; Т: toslama) и.
Малдарҙың мөгөҙҙәре менән төкөшөүе.
□ Бодание. Кәзә тәкәләре һөҙөш башланы.
■ Ишек алды мал менән тулды, һөҙөш, баҡырыш китте. И. Ғиззәтуллин.
ҺӨҘӨШКӘК с. ҡар. һөҙгәк. Һөҙөшкәк үгеҙ.
■ Туйҙа Нияз .. һөҙөшкәк үгеҙ кеүек ҡотороноп йөрөгән, кешеләрҙең ҡоттарын алған, имеш. X. Зарипов.
ҺӨҘӨШӨҮ (һөҙөш-) ҡ. урт. ҡар. һөҙөү I. взаимн. от һөҙөү I. Я Кәзәләр ҙә бик уҫал бит. Тик торғанда бер-береһе менән һөҙөшөргә теләйҙәр йәки арбаларҙағы йәшел ебәк кеүек яңы ғына сабылып килтерелгән бесәндәргә ынтылалар. М. Ғафури. Ике тәкә ҡанға туҙып һөҙөшөп ята, ти. Әкиәттән. Баштарын сайҡай-сайҡай һөҙөшөргә килгән үгеҙҙәр кеүек ғәйрәтләнеп, малайҙар бер-береһенә ташландылар. М. Кәрим. • Тәкәләр һөҙөшкәндә кәзә
ләр ял итә. Әйтем. Һөҙөшкән һыйырға Хоҙай мөгөҙ бирмәгән. Мәҡәл.
ҺӨҘҺӨТ (Р: удод; И.: hoopoe; T: ibibik) и. зоол.
Елпеүес һымаҡ супайлы, кәкре суҡышлы сыбар ҡош. □ Удод (лат. Upupa epops), һөҙһөт йомортҡаһы, һөҙһөт суҡышы. Я һөҙһөттөң башында ҙур ғына өлпөһө бар. Дөйөм төҫө ҡыҙғылт һары, ҡорһағы аҡ. Бүркендә һәм ҡанаттарында сөм ҡара һыҙыҡтар бар. Э. Ишбирҙин.
ҺӨҘӘГӘЙЕҮ (һөҙәгәй-) (Р: становиться пологим; И.: become slanting; T: inişli olmak) ҡ.
һөҙәккә әйләнеү, һөҙәк булыу. □ Становиться пологим, покатым. Һөҙәгәйеп тора. Tay бите һөҙәгәйә башлай. Я Ирәндектең саҡ ҡына һөҙәгәйә биргән һырты Каттанмыҡ ҡасаҡтар каруаны өсөн тәүге артылыш ине. Ғ. Хөсәйенов. Әйгә етәрәк тауҙар бөтөнләй һөҙәгәйә,.. иркен туғайҙар яһай. Н. Мусин. Саҡ ҡына арыраҡ, һырт ауыл яғына һөҙәгәйгәс, зыярат күренәсәк, унан инде - ауылдары [Һыбайға ҡайтыусыларҙың 1. Ә. Әминев.
ҺӨҘӘГӘЙТЕҮ (һөҙәгәйт-) (Р: сделать пологим, покатым; И.: make slanting; T: inişli etmek) ҡ.
Һөҙәккә әйләндереү, һөҙәк итеү. □ Сделать пологим, покатым. Ярҙы һөҙәгәйтеү. Тауҙы һөҙәгәйтеп бөтөү. Калҡыулыҡты һөҙәгәйтеү.
ҺӨҘӘК (Р: пологий; И.: slanting; T: inişli) с.
1. Әҙләп кенә үргә күтәрелгән йәки түбәнгә табан төшкән, киреһе - текә. □ Пологий, отлогий, покатый. /Отлогость, покатость, һөҙәк ҡалҡыулыҡ. Һөҙәк һырт. Һөҙәк урын. Һөҙәк ергә барып сығыу. Я Ул [Ғәлиәхмәт] ҡалын ҡар ҡаплаған һөҙәк ярҙан түбәнгә, ялтырап ятҡан боҙ өҫтөнә төштө. Р. Байымов. Кәмә, талдар артынан сығып, ҡаяның һөҙәк ҡабырғаһына бәрелеп, әйләнгеләп-әйләнгеләп ары аҡты. Д. Бүләков, һөҙәк үр башланды, аттар атлауға күсте. Ә. Вәли.
2. диал. Ҡайырыңҡы, үтмәҫ. □ Распрямлённый (о косе). Һөҙәк салғы. Һөҙәк салғыны тапап алыу.
ҺӨҘӘКЛЕК (һөҙәклеге) (Р: склон; И.: slope; T: yamaç) и.
Һөҙәк ер. □ Склон, скат. Һөҙәклеккә етеү. Һөҙәклеккә күтәрелеү. Һөҙәклекте үтеү. Я Машина һөҙәклекте күтәрелеү менән ап-аҡ
565