ҺӨҘӘКЛӘНЕҮ
ҡайынлыҡҡа барып инде. Б. Ноғоманов. Аҫтан, быҙауҙар йөрөгән йәшел һөҙәклектән, Камил ҡул болғап нимәлер ҡысҡырҙы. М. Садиҡова, һулда һәм алда - бойоҡһоноп торған тау тубәләре, ә аҫтараҡ Ҡыйҙаш йылғаһының ике яҡ һөҙәклегенә һыйынып Ахун ауылы һуҙыла. X. Ғиләжев.
ҺӨҘӘКЛӘНЕҮ (һөҙәклән-) (Р.: стать пологим; И.: become sloping; T.: inişli olmak) ҡ.
һөҙәккә әйләнеү, һөҙәк булыу. □ Стать пологим. Һөҙәкләнә төшөу. ■ Тау, һөҙәкләнә килеп, кинәт тубән төшөп китә. Яр. Вәлиев. Утрау бөтә яҡтан да, киртләс-киртләс булып, һөҙәкләнә барып һыу эсенә инеп юғала ине. 3. Биишева. Алда йылға яғына һөҙәкләнә барған аҡлан куренә. Р. Низамов.
ҺӨҘӘКЛӘҮ (һөҙәклә-) ҡ. ҡар. һөҙәгәйтеү. Ярҙы һөҙәгәйтеу. ■ Ә ҡарт кейәу, йәй сыҡҡас, һыңар ҡуллы көйө кәрәк тотоп, кеше төшөп менерлек итеп ике ярҙы ла һөҙәкләгән, баҫҡыстар соҡоған, йылға аша бик матур итеп баҫма һалған. Ғ. Хисамов. [Нефтселәр] уткер тимер менән селекле, ҡылғанлы ерҙең ҡыртышын һыҙырып ырғытҡандар ҙа ситкә өйгәндәр, уҙҙәренсә тауҙы һөҙәкләгәндәр. Р. Солтангәрәев.
ҺӨҘӘКӘС с. диал. ҡар. һөҙгәк, һөҙәкәс тана. Һөҙәкәс бәрәс. ■ [Немецтар] бөгөн инде, һөҙәкәс һыйыр һымаҡ, тағы ла ярһый-ярһый һөҙөшөргә килмәҫтәр. С. Поварисов.
ҺӨЖДӘҺЕҘ (Р.: недобросовестный; И.: conscientiousless; T.: vicdansız) с.
Выжданһыҙ. □ Недобросовестный, бессовестный. һөждәһеҙ егет. һөждәһеҙ кешегә өмөт юҡ.
ҺӨЖӨРӨЛӨҮ (һөжөрөл-) (Р: нахлынуть; И.: rush; T.: kaplamak) ҡ. диал.
Саманан тыш күп булып килеү, ябырылыу. □ Нахлынуть, һөжөрөлөп килеу. Ҡапыл һөжөрөлдөләр. Тулҡындар ярға һөжөрөлдө.
ҺӨЖӨРӨҮ (һөжөр-) (Р: скоблить; И.: scrape; T.: kazımak) ҡ. диал.
1. Үткер нәмә менән һыҙыра төртөп ҡырыу, таҙартыу; һөжөү. □ Скоблить, скрести, чистить. Төрпө менән солоҡ эсен һөжөрөу. Трактор менән юлды һөжөрәләр. М Бульдозер ярҙан һөжөрөп ҡом, балсыҡ килтерҙе. М. Ғиләжев. Ҡыҙыл көртмәлене һөжөрөп йыя торған тараҡ тешле һоҫҡо, һабы һынған утмәҫ һалдау, һәммәһе лә тәу ҡарашҡа, гуйә,
ҡәҙимге музей ҡомартҡыларын төҫмөрләтә. С. Шәрипов.
2. Ышҡыу, шымартыу, ыуыу, ҡырыу. □ Тереть, шлифовать. Кирбес менән һөжөрөу. Таяҡтың бер осон аяҡҡа кейеп, тирене һөжөрәһең.
3. Тәгәрәтеү. □ Катать (о холсте). Киндер туҡыманы һөжөрөу.
ҺӨЖӨҮ I (һөж-) ҡ. диал. ҡар. һөжөрөү. Һөжә башлау. Һөжөп барыу. Һөжөп сығыу.
ҺӨЖӨҮ II (һөж-) (Р: уплетать; И.: stodge; throw oneself on food; T: çala kaşık yemek) ҡ. диал.
Тиҙ генә ашап бөтөрөү. □ Уплетать; быстро, жадно есть. Куҙ асып йомғансы һөжөу. Һөжөп бөтөу. Бер өймәләм ҡоймаҡты тиҙ арала һөжөп ҡуйҙылар. Бал бер туҫтаҡ ине, шуны һөжөп ҡуйғандар.
ҺӨЖҮМ [ғәр. (Р: нападение; И.: attack; T: saldırı) и.
1. Хәрби көстәрҙең алға барышын тәьмин итеү өсөн дошманға ҡаршы йүнәлтелгән һуғыш. □ Нападение, атака, набег. Һөжум итеу. Һөжум башлау. ■ [Желедко - Фәтиховҡа:] Немецты Мәскәу тирәһенән ҡыуып, беҙҙекеләр һөжумгә кускәндәр. И. Абдуллин. Новиковтың экипажы танкыны көнө-төнө һөжумгә әҙерләне. Ғ. Аллаяров. Көтөлмәгән һөжум яһап, беҙҙең ғәскәрҙәр немецтарҙың оборонаһын өҙөп инде. Р. Байымов.
2. Дошман өҫтөнә йүнәлтелгән киҫкен ынтылыш; атака. □ Атака. Ҡотороноп һөжум итеу. Һөжумгә кусеу. ■ Һис көтөлмәгәндә яһалған был һөжумдән лётчик ҡапыл ҡаушап төштө. X. Мохтар. Кавалеристарҙың көтөлмәгән һөжуменә сыҙамаған дошман һалдаттары араһында паника тыуҙы. Я. Хамматов. Бер мәлде аҡтар кутәрелде лә ҡысҡырыша-ҡысҡырыша һөжумгә ташланды. Ғ. Лоҡманов.
3. Кемдеңдер тормошона, нимәнеңдер именлегенә зыян килтереү өсөн йүнәлтелгән эш, хәл (талау, юҡ итеу һ. б. маҡсат менән). □ Налёт. Һөжум яһау. ■ Бер ваҡыт Әсләм, ҡыҙығып китеп, көпә-көндөҙ был баҡсаға һөжум итергә булды. Р. Ғабдрахманов. Ҡапыл бер ажар айғыр .. ҡабырғанан һөжум итергә торған алғыр бурене ҡаршы алырға - алышҡа әҙерләнде. Т. Ғарипова. Үгеҙҙең һөжум
566