Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 567


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӨЙҘӨРГӨС
итерен һис көтмәгән төркөм тәуге мәлдә ҡурҡыуҙан баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. М. Ямалетдинов.
4. спорт. Спорт (футбол, хоккей, баскетбол һ. б.) уйындарында ҡаршы яҡты ҡыҫырыҡлау, уйында өҫтөнлөк алыу □ Атака, нападение. Ҡаршы яҡ ҡапҡаға һөжум башланды. Уйында һөжумгә кусеу. Һөҙөмтәле һөжум яһау.
ҺӨЗ саҡ. ҡар. һөс. Акту ш, һөз! Һөз, һөз, Дурткуҙ!
ҺӨЗЗӨЙ саҡ. ҡар. һөс. Я Ана буре! Ана, тотоғоҙ! Аҡбай, Һорлаҡ, әйҙә һөззөй, һөззөй, һөз! Д. Юлтый.
ҺӨЗЗӘҮ (һөззә-) ҡ. диал. ҡар. һөзләү II. Тамаҡ төбө менән һөззәу. Һамаҡлап һөззәу.
ҺӨЗЛӘҮ I (һөзлә-) (Р.: мычать; И.: moo; bellow; T.: böğürmek) ҡ.
1. Орғасы һорап ызылдау, мөңрәү (угеҙ малына ҡарата). □ Мычать. // Мычание. Үгеҙ һөзләй, һөзләп тора. Һөзләй башланы.
2. ҡар. һөсләү. Эт һөзләргә генә тора. Эт һөзләп ҡуя ла тыныслана.
3. кусм. һөйл. Ни эшләргә белмәй сабыу-лау, сыпранлау; ҡотороу. □ Беситься, буянить. һөзләп йөрөу. Я [Әсфиәндәр мулла ыңғайына башҡалар ҙа ҡушылды:] Эрәсәй иленә ҡаршы һуғыш башларға һөзләгән шайтандарҙың һырт һөйәге һынһын! Я. Хамматов.
ҺӨЗЛӘҮ II (һөзлә-) (Р.: петь горлом; И.: sing with deep overtones; T: boğazdan şarkı söylemek) ҡ. диал.
Тамаҡ төбө менән көйләү; өзләү. □ Петь горлом, исполнять мелодии горловым голосом. // Горловое пение. Һөзләп ебәреу. Моңло итеп һөзләу. Ҡурай уйнап һөзләу. Халыҡ араһында һөзләу оҫталығы бөтөп бара. Бик боронғо көйҙө һөзләй.
ҺӨЗӨЛДӘТЕҮI (һөзөлдәт-) ҡ. диал. ҡар. һөзләү. Һөзөлдәтеп көйләу. Һөзөлдәтеп өз-ләу. Тубәндән алып һөзөлдәтеу.
ҺӨЗӨЛДӘТЕҮ II (һөзөлдәт-) ҡ. диал. ҡар. һөсләтеү. Эт һөзөлдәтеу. Этен һөзөлдәтә башланы.
ҺӨЗӨЛДӘҮ (һөзөлдә-) ҡ. ҡар. һөзләү II. Эт һөзөлдәй, һөзөлдәп сығып китте, һөзөлдәй башланы. Һөзөлдәргә генә тора.
ҺӨЙГӘН (Р.: любимый; И.: beloved; Т: sevgili) с.
1. Күңелгә ныҡ яҡын булған, үҙ күргән, яҡынлыҡ тойғолары һаҡлаған; һөйөклө. □ Любимый. һөйгән бала. һөйгән әсә. Я [Вәлитов -малайға:] Яуыз фашист ағас башына менеп алған да баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй. Йән һөйгән бер иптәште ултерҙе, өсәуҙе яраланы. И. Ғиззәтуллин.
2. Күңелгә оҡшаған, ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
□ Любимый, һөйгән эше эшләу. Һөйгән ерҙә йәшәу. ■ Фәтих .. эсе бошоуҙан ҡотолорға хыялланып, һөйгән эше менән хушлашыу ҡайғыһын баҫырға теләне. А. Мағазов. Азамат йәне һөйгән арғымаҡҡа атланған саҡта ғына уҙен бәхетле тоя, тик был бәхетте ҡулға төшөрөуҙәре генә ауыр шул. Й. Мостафин. Шул инде: уңған ат, хеҙмәт һөйгән кеше куп егелә. С. Поварисов.
3. Һөйөү, мөхәббәт тойғоһо, яратыу хисе йүнәлтелгән (икенсе енес кешеһенә ҡарата).
□ Любимый, любимая. Һөйгән егет. Һөйгән ҡыҙ. Һөйгән йәр. Я [Юламанов:] Һинән йәшерен-бошорон тугел, Рәшиҙә Хәмитовна, минең һөйгән ҡыҙым бар ине. Ғ. Аллаяров. [Хаммат:]Һөйгән кешеңде көтөп алыуҙан да ҙур бәхет юҡтыр. Бына бит минең Байрасым да һөйгән кешеһен көтөп алған. 3. Биишева. Уның [Зәйнәптең] һөйгәне ҡыйыу ҙа, алсаҡ та, сибәр ҙә, осоп торған етеҙ ҙә булырға тейеш кеуек ине. Ғ. Лоҡманов. Һөйгән ҡыҙының һыны уның [Усмандың] куҙ алдына килеп баҫты. В. Исхаҡов.
ҺӨЙҘӨРГӨС (Р: привораживающий талисман; И.: mascot of love; T: aşk muskası) u. миф.
Үҙеңде берәүҙән яраттырыу өсөн төрлө им-том доғаһы уҡып өшкөртөлгән нәмә (ғәҙәттә, бетеу итеп тағып йөрөгәндәр). □ Привораживающий талисман. Һөйҙөргөс өшкөртөп алыу. Һөйҙөргөс менән һөйҙөртөу. Һөйҙөргөс яһатыу. Я Ҡайһы бер Ғәйнуш кеуек намыҫһыҙ иннәкәләр баланың йөҙлөгөн шым ғына урлай ҙа берәйһенә һөйҙөргөс бетеу эшләй. Р. Сабитова. Ҡайтһын ғына атаҡайым, һөйҙөргөс менән сихырлап, әсәйемә ҡуша йәбештереп ҡуйырмын уҙен - ныҡ итеп, мәңгелек итеп, айырылмаҫлыҡ итеп! Ғ. Яҡупова.
567