ҺӨЙҘӨРӨҮ
ҺӨЙҘӨРӨҮ (һөйҙөр-) (Р.: вызывать любовь (у противоположного пола)', И.: excite love; T.: sevdirmek) ҡ.
1. Тәбиғи матурлығы йә һөйкөмлөлөгө менән хайран итеү, һөйөү тойғоһо уятыу (икенсе енесле кешелә). □ Вызывать любовь (у противоположного пола). ■ [Заһира[мөмкин булған һайын Әхәттең юлына сығып күренергә, һөйҙөрөргә, һөйләшергә тырышты. 3. Биишева. • Һөйгән йәр һөйҙөртә лә, көйҙөртә лә. Әйтем.
2. Һөйөү тойғоһо уятыу. □ Вызывать восхищение, расположение или симпатию у кого-то. Йәш бала һөйҙөрә. Үҙен гел һөйҙөрөп кенә торғоһо килә. ■ Уның [Хаят әбейҙең] балаларҙан уҙен һөйҙөрә торған нәмәһе шул: ул әкиәттәр һөйләй, йомаҡтар ҡоя. А. Таһиров. • Балалар итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә, көйҙөрә. Әйтем. Көйҙөргән дә тел, һөйҙөргән дә тел. Мәҡәл. Тел һөйҙөрә, тел көйҙөрә, тел көлдөрә, тел бөлдөрә. Мәҡәл.
ҺӨЙКӨМ (Р.: миловидность; И.: comeliness; T: sevimlilik) и.
Кешенең үҙен яраттырып, күңелде тартып торған булмышы. □ Миловидность, симпатичность. Бигерәк ҡупшы, һөйкөмө бөркөп тора. Һөйкөмө күҙгә бәрелеп тора.
ҺӨЙКӨМЛӨ (Р: миловидный; И.: comely, lovely; T: sevimli) с.
1. Күңелгә килешле, һөйҙөргөс. □ Миловидный, симпатичный, һөйкөмлө бала. Һөйкөмлө ҡыҙ. Һөйкөмлө ҡараш. Һөйкөмлө йөҙ. Һөйкөмлө ҡиәфәтле. ■ Сәғит янында һөйкөмлө генә бер ҡыҙ урын алды. Ғ. Хисамов. Атаһын Ғәлим яҡшы хәтерләй. Ул урта буйлы, төҫкә-биткә һөйкөмлө кеше ине. Ф. Чанышева.
2. Күңелгә ятышлы, яғымлы. □ Хороший, приятный на вид. һөйкөмлө күкшел тауҙар. Һөйкөмлө ҡырҙар. Һөйкөмлө күл. ■ Бәләкәй сағында кәзә бәрәсе лә, һыйыр быҙауы ла матур, һөйкөмлө була. С. Агиш. Оҙаҡламай кешеләр ҡағанды ерҙәге иң миһырбанлы, иң һөйкөмлө хаким итеп күрә лә башланы шикелле. Б. Рафиҡов.
ҺӨЙКӨМЛӨЛӨК (һөйкөмлөлөгө) (Р: миловидность; И.: attractiveness; T: sevimlilik) и.
Күңелгә ятышлы булған яғымлылыҡ. □ Миловидность, һөйкөмлөлөгө менән кеше күңелен арбай. ■ Бик үк сибәр булмаһа ла,
был ҡатындың [Тоняның] йөҙөнән шундай һөйкөмлөлөк һирпелә ине. А. Абдуллин. Унда [ҡолонда] һылыулыҡ та, шаянлыҡ та, һөйкөмлөлөк тә етерлек. С. Агиш. Мине [Иҙристең һеңлеһен] ап-аҡ сәсле, олоғайһа ла һөйкөмлөлөгөн юймаған, һоро костюм эсенән аҡ кофта кейгән мөләйем ҡарсыҡ ҡаршы алды. Ф. Чанышева.
ҺӨЙКӨМҺӨҘ (Р: несимпатичный; И.: unlikeable; T: sevimsiz) с.
1. Күңелгә оҡшамай торған, һөйкөмлө түгел. □ Несимпатичный, необаятельный, һөйкөмһөҙ ҡиәфәтле булыу, һөйкөмһөҙ кеше. ■ Уларҙың [Риф менән атаһының] айырылышыры ла теге һөмһөҙ, һөйкөмһөҙ кеше - Бикташев арҡаһында ғына була инде. X. Зарипов.
2. Күңелгә ятмаған, йән биҙҙергес. □ Отталкивающий, неприятный, неприглядный. һөйкөмһөҙ күренеш, һөйкөмһөҙ һорғолт болоттар. ■ Буш ҡалған һөйкөмһөҙ өйгә Хәбибулла ҡарт бер сана утын тейәп ҡабаттан килде. Я. Хамматов. Миңә [Сергейға] яңынан һөйкөмһөҙ Күгатты килтереп бирҙеләр. А. Абдуллин.
ҺӨЙКӘЛЕҮ (һәйкәл-) ҡ.
1. төш. ҡар. һөйкәү, страд, от һөйкәү. Таяҡ һөйкәлгән. Стенаға көҙгө һөйкәлгән.
2. ҡар. һөйәнеү. Һөйкәлгән килеш тора биреү. Йылы мейескә һөйкәлде. ■ Буй-буй юлаҡланған ҡытыршы ҡарама олонона һөйкәлеп ултырған Ғәбделәхәт, башын салҡайта биреберәк, тәрән һулыш алды. Й. Солтанов. Сәғиҙуллин пожар лапаҫы алдындағы мискәләрҙең береһенә һөйкәлде. А. Карнай. Кәзәләр ылаҡтары менән, көтөүҙән ҡасып килгән һыйырҙар, аҫау тана-тыусалар, башмаҡ үгеҙҙәр хәл өҫтөндә генә торған шул кәртәләргә арҡаларын, муйындарын ышҡышып, һөйкәлеп, ҡолатып, емереп бөтөргәндәр. Ғ. Дәүләтшин. • Һөймәгәнгә һөйкәлмә. Әйтем. Кеше йәренә һөйкәлмә. Әйтем.
ҺӨЙКӘЛЕШ (Р: наклонение; И.: mood; T.: kip) и. грамм.
Эш-хәлдең ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен белдергән ҡылым категорияһы. □ Наклонение. Хәбәр һөйкәлеше. Бойороҡ һөйкәлеше. Шарт һөйкәлеше. Теләк һөйкәлешенең яһалыу формалары. ■ Бойороҡ һөйкәлеше берәй эш-хәрәкәтте башҡарырға йәки башҡармаҫҡа ҡушыуҙы, бойороуҙы аңлата. Ғ. Сәйетбатталов.
568