ҺӨЙЛӘНЕҮ
ҺӨЙКӘЛЕШЕҮ (һөйкәлеш-) ҡ. урт. ҡар. һөйкәлеү, взаимн. от һөйкәлеү. Һөйкәлешеп тороу. Бер-береһенә һөйкәлештеләр. Өрккән малдар ҡапыл һөйкәлешеп ҡатып ҡалдылар.
ҺӨЙКӘНЕҮ (һөйкән-) (Р.: опираться; И.: lean; T.: dayanmak) ҡ.
Ауыша биреп терәлеү; һөйәнеү. □ Опираться. Ағасҡа һөйкәнеу. Ҡапҡаға һөйкәнеу. Һөйкәнеп ҡалыу. Ишек яғына һөйкәнде. ■ [Хәсән:] Яҙыуынан бер аҙға туҡталып, ултырғысының арҡаһына һөйкәнә биреп, уйҙарын иреккә ебәрҙе. «Ағиҙел», № 2, 2013. • Ҡыу ағас, йәш ағасҡа һөйкәнеп, ҡырҡ йыл ғумер иткән. Мәҡәл.
ҺӨЙКӘҮ (һөйкә-) (Р.: прислонить; И.: bend; T.: eğmek) ҡ.
Ауыштыра биреп, үрге осон терәү; һөйәү. □ Прислонить. Таяҡты һөйкәу. Һөйкәп ҡуйыу. ■ Ул [Лида] кәуҙәһен Ҡинйәғолға нығыраҡ һөйкәне. А. Таһиров. Рәйсә, сикәһен Юлдыбайҙың уң беләгенә һөйкәп, иркәләнгән куҙҙәре менән уға ҡараны. Һ. Дәүләтшина. Бабай башын һөйкәп ултырған таш ҡыймылдай башлаған. Әкиәттән.
ҺӨЙЛӘМ (Р: предложение; И.: sentence; T.: cümle) и. грамм.
Бер бөтөн уй аңлатып, грамматик һәм интонацион яҡтан ойошҡан һүҙ йәки һүҙбәйләнештәр төркөмө. □ Предложение. Ябай һөйләм. Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләм, һөйләм төрҙәре. Тарҡау һөйләм. Йыйнаҡ һөйләм. ■ Теркәуесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр уҙ-ара интонация ярҙамында бәйләнә. Ғ. Сәйетбатталов.
ҺӨЙЛӘМЕШ и. диал. ҡар. һөйләү 3. Бабамдарҙың һөйләмеше буйынса ғына беләм.
ҺӨЙЛӘМЛЕ (Р: образованный; И.: literate; T.: bilgili) с. диал.
Ҙур белемгә, мәғлүмәткә эйә; уҡымышлы, ғилемле. □ Образованный, грамотный, сведущий, знающий, һөйләмле кеше. Муллабыҙ һөйләмле кеше булып сыҡты.
ҺӨЙЛӘНДЕРЕҮ (һөйләндер-) (Р: разговорить кого-л.; И.: make tell; T.: söyletmek) ҡ.
һөйләүсенең һүҙенә ҡушылып, уға һөйләргә ихтыяр ҡуйыу, ирек биреү. □ Разговорить кого-л. һөйләндереп тороу. Һөйлән
дерергә маташыу. М Ул [Хәмит] һаман уны-быны белмәгән кеше булып һецлеһен һөйләндерҙе. Ж. Кейекбаев. Ошо саҡта Елена Васильевна уҙе ауырыуҙың баш осонан китмәйенсә һаҡлап ултырҙы, Фәриткә төрлө һорауҙар бирҙе, уны өҙлөкһөҙ һөйләндерҙе. Ф. Әсәнов.
ҺӨЙЛӘНЕЛЕҮ (һөйләнел-) ҡ. төш. ҡар. һөйләнеү, страд, от һөйләнеү. Мәҫәл һөйләнелде, тик асылын һәр кем төшөнмәне. ■ [Садрислам:] Бына шулай, һуҙ эйәрә һуҙ сығып, Зәбирәгә лә Шәфәҡ тураһында һөйләнелеп ташланған. Ш. Бикҡол. Төнгө усаҡ янында, ғәҙәттә, гел әкиәт, әкиәттең дә гел шомлоһо һөйләнелә торғайны. И. Абдуллин.
ҺӨЙЛӘНЕҮ (һөйлән-) (Р: говорить про себя; И.: talk to oneself; T: söylenmek) ҡ.
1. Берәүгә лә мөрәжәғәт итмәй, үҙ алдыңа һөйләү. □ Говорить про себя, бормотать. Үҙ алдына һөйләнеп йөрөу. Һөйләнеп тороу. Һөйләнеп ултырыу. М Болоҡһоуын һиҙҙертмәҫ өсөн, ул [Рая] куп һөйләнде, йыш көлдө. И. Абдуллин. Маһира ҡояш байыған тапҡырға табан ымлап, аҡрын ғына һөйләнде. Ә. Байрамов. Атака алдынан һәр кем юҡ-бар хаҡында һөйләнгән була. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ризаһыҙлыҡ белдереп нимәлер әйтеү. □ Ворчать. Һөйләнә башлау, һөйләнергә ярата. Өләсәйем ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнер инде. ■ Доктор һаман һөйләнде. С. Агиш. Ҡи-тап магазины янынан уткәндә Рәсул зарланған һымаҡ һөйләнде. Р. Байбулатов.
3. Йоҡо аралаш һөйләшеү, һаташып йоҡлау. □ Говорить во сне, бредить. Йоҡлағанда һөйләнә. Төшөндә һөйләнә. Ауырыуҙың төнө буйы төшө буталып, һөйләнеп сыҡты. ■ Әсәй Ғәлимә апай эргәһендә ултыра, Ғәлимә апай әллә нәмәләр һөйләнә, һаташа ине. М. Ғафури.
4. төш. ҡар. һөйләү, страд, от һөйләү. Телмәр һөйләнде, һөйләнгән һуҙ. Хәбәр һөйләнде һәм йәшен тиҙлеге менән ауылға таралды. М Халыҡ араһында телдән телгә кусеп, һөйләнеп, йырланып йөрөй торған тел әҙәбиәте .. бөтәһе берлектә фольклор тип атала. Ғ. Амантай. Ләкин, юғарыла һөйләнгән хәлдәрҙән һуң, ул [Ҡамалов] ғәҙәтенсә төплө һығымталарға килде. Р. Вәлиев.
569