ҺӨЙЛӘНСЕК
ҺӨЙЛӘНСЕК (Р.: ворчливый; И.: grumbler; T.: homurdanıp duran) с.
1. Ризаһыҙлыҡ менән һөйләнеүсән. □ Ворчливый. һөйләнсек әбей. һөйләнсек булыу. 0 Марфа әбей бөтә ҡарсыҡтар кеуек һөйләнсек ине. Р. Камал.
2. Күп һөйләүсән. □ Болтливый. Һөйләнсек кеше. Мыштым ғына йөрөгән ҡарт һөйләнсек булып китте. 0 Иштуған, күрәһең, ҡалаға яҡынлашҡанға күңеле күтәрелептер, һөй-ләнсегерәк булып китте. 3. Биишева. Сәхип әбей бер ҙә һөйләнсек ҡарсыҡ кеуек тугел ине, ә бөгөн ауыҙынан бер-бер артлы һуҙҙәр ҡойолоп ҡына тора. С. Агиш. һөйләнсек малайҙарҙың береһе юрамал ҡотҡо һалды. С. Шәрипов.
ҺӨЙЛӘНСӘК с. ҡар. һөйләнсек. 0 Сабир был юлы нисектер бик алсаҡ, һөйләнсәк булып китте. Ғәҙәтенсә был һөйләнсәклеге тағы шул Емеш менән булышыуҙан башланды. 3. Биишева.
ҺӨЙЛӘТЕҮ (һөйләт ) ҡ. йөкм. ҡар. һөйләү. понуд. от һөйләү. ■ Атаһы менән оло ағаһы ни тиклем һөйләтергә тырышып ҡараһа ла, Таҙ уҙенең төшөн һөйләмәне, ти. Әкиәттән. [Таңһылыу - Әсғәткә:] Һеҙ уны минең атайымдан һөйләтегеҙ инде, ул бик ғибрәтле әкиәт. И. Абдуллин. Халыҡ алдағанды ла ысын итеп ҡабул итте. Бына бит әле лә бабайҙы туйғансы һөйләттеләр. И. Ғиззәтуллин.
ҺӨЙЛӘҮ (һөйлә-) (Р: рассказывать; И.: teli; T.: söylemek) ҡ.
1. Уй-фекереңде телдән әйтеп биреү. □ Рассказывать, говорить. Һөйләй башлау, һөйләп китеу. Хәбәр һөйләу. Һуҙ һөйләу. Матур һөйләу. Һөйләп бөтөрөу. ■ Ғәлим менән Вәғиз уҙҙәренең хәлдәрен һөйләп бирҙе. Р Байбулатов. Роза хәбәрҙәр һөйләргә кереште. С. Агиш. Фәррәхтең Ташкенттағы апаһы .. йылы яҡ тормошоноң рәхәттәре хаҡында тәмләп-тәмләп һөйләй. Ә. Байрамов. • Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. Мәҡәл. Ике уйла, бер һөйлә. Мәҡәл. Кеше ышанмаҫ һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә. Әйтем.
2. Йыйылыш һ. б. урында нәмәлер тураһында хәбәр итеү, сығыш яһау. □ Выступать, рассказывать. Доклад һөйләу. Радио аша һөйләу. Трибуна артына баҫып һөйләу. Сәхнәнән һөйләу. 0 Бер яҡ ситтә нәҙек, әсе тауыш
менән декламация һөйләйҙәр. С. Агиш. Беренсе докладты министр урынбаҫары һөйләне. Ә. Вәли. • һөйләй-һөйләй сәсән булырһың, йө-рөй-йөрөй кусем булырһың. Мәҡәл.
3. Ниндәйҙер бер хәл, ваҡиға тураһында телдән һүҙ алып барыу, хәбәр итеү. □ Рассказывать, пересказывать. Тарих һөйләу. Әкиәт һөйләу. Яңылыҡтар һөйләу. 0 Ҡыҙарынып бүртенгән Рауилә көләмәсте яңынан һөйләргә тотондо. Н. Алсынбаев. Атаһының асыулы ҡарашын һиҙеп, улы башын тубән эйҙе лә тоноҡ ҡына тауыш менән бөтә мажараны нисек булған, шулай теҙеп һөйләп бирҙе. Р. Байбулатов. Мөхтәр ағай нисек итеп баянда уйнарға өйрәнеуе, уҙешмәкәр түңәрәктәрҙә сығыш яһауы хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Р. Байбулатов.
4. Нимәлер тураһында яҙма һ. б. мәғлүмәт биреү, иҫбатлау, күрһәтеү. □ Рассказывать, излагать. Һөйләп биреу. 0 Иң аҙаҡтан бер халыҡҡа, бер президиумға әйләнә-әйләнә Ташбулат һөйләп китте. С. Агиш. һыҙғырт, ҡурай, уткән ҡайғыларҙы, һөйлә йәмле Урал буйҙарын; һөйлә тарихыңдың, яуҙарыңдың, һөйлә ҡанлы башҡорт йолаһын. Ш. Бабич. • Куп белгән эҙ һөйләр. Әйтем.
5. Яттан уҡыу. □ Рассказывать наизусть. Шиғыр һөйләу. Бәйет һөйләу. Ҡобайыр һөйләу. Поэма һөйләу. 0 Ул [Емеш] Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу әкиәтен, тап Ҡарасәс әбейҙән ишеткәнсә, тотош шиғыр менән һөйләп сыға. 3. Биишева.
6. Кешенең етешле-етешһеҙ яҡтары тураһында кемгәлер телдән әйтеү; хәбәр, һүҙ таратыу. □ Рассказывать, распускать сплетни. Ғәйбәт һөйләу. Буш хәбәр һөйләу. Ҡеше хаҡында һөйләу. 0 Һөйләй торғас, ул [Шәмсиә] ҡапыл һикереп тороп, Паташон булып ҡыланып та ала. 3. Биишева.
♦ Бушты (йәки юҡты) һөйләү дөрөҫ булмаған хәбәрҙе, һүҙҙе таратыу; булмағанды һөйләү. □ Говорить неправду, распускать сплетни. Юҡты һөйләп йөрөмә әле. Бушты һөйләп тора.
ҺӨЙЛӘҮСЕ (Р: рассказчик; И.: storyteller; T.: öykücü) и.
1. Нимәлер тураһында матур итеп, тасуири рәүештә һөйләй белгән кеше; нәфис һүҙ оҫтаһы. □ Рассказчик. Әкиәт һөйләүсе. Хикәйәт һөйләүсе. Көләмәс һөйләүсе. Шиғыр
570