ҺӨЙЛӘШЕҮ
һөйләусе. Ауыҙ-тел ижадын оҫта һөйләусе. М Сал Урал ҡуйынында, текә ҡаялар араһында Ҡурғашсы батыр тураһында һөйләусе табылһа, ҡолаҡ һалығыҙ. Ғ. Хисамов. Шакир тарих һөйләусенец ауыҙынан сыҡҡан һәр һуҙҙе теркәй барҙы. Ғ. Хисамов. Әлегә тиклем «иң яҡшы шиғыр һөйләусе» рәтенән йөрө-йөрө лә бөгөн шулай хур булып торсо. К. Кинйәбулатова.
2. Телмәр тотоусы. □ Выступающий, докладчик. Доклад һөйләусе. Телмәр һөйләусе. Алдан һөйләуселәргә ҡушылам. М Оҙон телмәр һөйләуселәр, бәхәсләшеуселәр булманы. Ә. Ча-ныш. Тәржемәсе, һөйләусене туҡтатып, әйткәндәрен руссаға өйләндерҙе. Ғ. Хөсәйенов. Бу-тәнсә һуҙ алып һөйләусе лә, һорау биреусе лә булманы. В. Исхаҡов.
3. Әңгәмә мәлендә хәбәр, ғәйбәт йә башҡа ниҙер һөйләп торған кеше. □ Собеседник. Һөйләусене булдереу. Һөйләусенец теле телгә йоҡмай. Хәбәр һөйләусе. Кеше һуҙен һөйләусе. Ғәйбәт һөйләусе. ■ Һине һөймәҫ ир булмаҫ, юҡҡа илама, һылыу ҡыҙ; ҡалымһыҙ килгән килен тип һөйләусенән ҡурҡма, ҡыҙ. Сеңләүҙән. Сәжидәнең йәне һөймәгәне - ҡолаҡҡа ятмаҫ хәбәр һөйләуселәр. Н. Мусин. Сәй янында иң куп һөйләуселәр Өммөгөлсөм менән Таиба әбей булды. 3. Биишева.
4. Нимәлер тураһында яҙма һ. б. мәғлүмәт биреү, иҫбатлау, күрһәтеү. □ Рассказчик. / Рассказывающий. ■ Йөҙ мең тугел, биш-ун мең йылдар борон был төбәктә ниҙәр булғанын һөйләусе дәлилдәр ҙә аҙ. Ғ. Хисамов. Матростың улеме тураһында һөйләусе гузәл моңло йыр ағыла башланы. X. Мохтар. Тулы бер тарих һөйләусе юлдар ҙа әллә ни хәтлем: Ҡәнифә оҙатҡан юлы, Ҡыҙҙар юлы, Ҡуңыр буға юлы. Н. Мусин.
ҺӨЙЛӘШ (Р: говор; И.: sub-dialect; Т: lehçe) и. лингв.
Диалекттың үҙенә генә хас үҙенсәлектәре менән билдәләнгән айырым бер төрө. □ Говор. Ерле һөйләш уҙенсәлектәре. Көньяҡ диалекттың урта һөйләше. Көнсығыш диалекттың салйоғот һөйләше. Һөйләш уҙе һөйләшсәләрҙән тора.
ҺӨЙЛӘШЕЛЕҮ (һөйләшел-) ҡ. төш. ҡар. һөйләшеү, страд, от һөйләшеү. Һөйләшелгән эш буйынса. Төрлө хәлдәр тураһында һөй
571
ләшелде. Бер-бер артлы ауыл яңылыҡтары ла һөйләшелде. М [Исҡужин:] Әфләтуновты урынында ҡалдырыу мәсьәләһе обком менән дә һөйләшелгән. Ә. Вәли. Ғаризаны Мамалиев курҙе, юғиһә Юлбирҙин менән икәуҙән-икәу генә һөйләшелер ине тәуҙә. Р. Низамов. Мине [район газетаһы корреспондентын] райондың баш зоотехнигына ултыртып ебәрергә һөйләшелде. 3. Ураҡсин.
ҺӨЙЛӘШЕНЕҮ (һөйләшен-) ҡ. диал. ҡар. һөйләшелеү, м [Кенәз Бутурлин - Алдарға:] Уның һымаҡ ваҡлыҡтар килешеу төҙөгәндә батша һарайында һөйләшенер. Н. Мусин.
ҺӨЙЛӘШЕҮ I (һөйләш-) (Р: разговаривать; И.: converse, talk; T: söyleşmek) ҡ.
1. Тел ярҙамында уй-фекерҙе әйтеп аралашыу. □ Разговаривать, беседовать. // Разговор, беседа. Ихлас һөйләшеу. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеу. Көлә-көлә һөйләшеу. Ҡысҡырып һөйләшеу. Дуҫтарса һөйләшеу. Кешесә һөйләшеу. В Гөлкәй менән Мария икеһе генә ҡалһа, фронт хәлдәре тураһында һөйләшә башлайҙар. Ғ. Аллаяров. Бары тик халыҡтың кәңгер-көңгөр һөйләшеуе, тоноҡ ҡына хырыл-дауы һәм стеналағы герле сәғәттең ойотҡос тыҡылдауы ғына ишетелде. А. Абдуллин.
2. Ниндәйҙер бер телде белеү, шул телдә аралашыу. □ Говорить (на каком-л. языке). Башҡортса һөйләшеу. Русса һөйләшеу. Төрөксә һөйләшеу. Сит телдә һөйләшеу. Я Рая Буяненконың биографияһын яҙғанда йәнә шуны ла өҫтәргә кәрәк - ул сит телдәргә бик һәуәҫ була һәм мәктәпте тамамлағанда инде немецса бик еңел һөйләшә. И. Абдуллин. Ғәмле ҡыҙ Ғәмилә, куҙ ҡарашҡайҙарың әҙәпсә, һөйләшеукәйҙәрең ғәрәпсә. Халыҡ йырынан. [Әлфиә - военкомға:] Немецса һөйләшә белә торған кеше тылда һөрәнләп йөрөй. И. Абдуллин.
3. һүҙҙәр әйтә белеү, тел менән аңлатыу (балаға ҡарата). □ Говорить, разговаривать. Һөйләшә башлау. Һөйләшә белеу. Шышылдап һөйләшеу. ■ Һөйләшкән бер йәшендә Кусәк бала, әсәһенән яңы тыуған имсәк бала. «Бабсаҡ менән Күсәк».
4. Ике яҡҡа ҡағылышлы мәсьәлә буйынса уртаҡ фекергә килер өсөн һүҙ алып барыу. □ Договариваться, уговариваться, вести переговоры. Һөйләшеп килешеу. һөйләшеп эшләу. М Зәки Вәлиди баш тартты, мәсьәләне
I