Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 572


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӨЙЛӘШЕҮ
тура ярып, рәсми һөйләшергә ине иҫәбе. Р. Байымов. Радик звеноһы менән лагерь начальнигы Йәуҙәт ағай хатта уҙе һөйләште. Р. Байбулатов.
5. урт. ҡар. һөйләү 1-3, 6. взаимн. от һөйләү 1-3, 6. Көләмәстәр һөйләшеу. Ауыл яңылыҡтары тураһында һөйләшеу. Әкиәт һөйләшеу.
♦ Аяҡ терәп һөйләшеү ҡурҡмай, үҙеңде ныҡ тотоп һөйләшеү. □ Говорить уверенно. ■ Ярлы-ябаға Зариф бай кеуектәр менән аяҡ терәп һөйләшә башлаған ине. И. Ғиззәтуллин.
ҺӨЙЛӘШЕҮ II (Р: переговоры; И.: talks, conversation; T.: görüşme) и.
Үҙ-ара уртаҡ фекергә килер өсөн алып барылған һүҙ. □ Переговоры, договор, уговор. Ике ил араһындағы һөйләшеу. Һөйлә-шеуҙең килешеуен төҙөу. Ике яҡлы һөйләшеу алып барыу. Рәсми һөйләшеу уткәреу. ■ Дума рәйесе Родзянконың Николай II менән һөйлә-шеуҙәре уңышһыҙ бөткән. Р. Байымов. [Ри-наттың] Иҫке Өфөнөң яңы районында урынлашҡан милиция булегенә барыуы ғына оҙағыраҡ булды, ә һөйләшеу йәһәт тамамланды. Р. Байбулатов.
ҺӨЙЛӘШСӘ (Р: подговор; И.: sub-dialect; T.: ağız) и. лингв.
Һөйләштән бәләкәйерәк айырым бер территорияла йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре. □ Подговор. Эйек-һаҡмар һөйләшенең һөйләшсәләре. Йылайыр һөйләшсәһе.
ҺӨЙЛӘШТЕРЕҮ (һөйләштер-) ҡ. йөкм. ҡар. һөйләшеү 1-3. понуд. от һөйләшеү 1-3. Һөйләштерергә тырышыу, һөйләштерергә маташыу. Һөйләштереп ҡарау. М Ҡарт-атаһы уны [Заһираны] өйҙән сығармаҫҡа, кеше араһына ҡатнаштырмаҫҡа, һөйләштермәҫкә тырыша. 3. Биишева. Алтынбаев, ҡыҙҙы һөйләштерергә теләп, һуҙ ҡатып ҡараһа ла, тегенеһе уның һорауҙарына, «эйе» йәки «юҡ» тип, теләр-теләмәҫ кенә яуап биреп ултырҙы. Ә. Бикчәнтәев.
ҺӨЙМӘЛЕК I (һөймәлеге) (Р: притягательность; И.: attractiveness; T.: sevimlilik) и.
Кешенең күңелде тартып, яраттырып торған булмышы; һөйкөм. □ Притягательность. һөймәлеге менән уҙенә тартып тора. Һөймәлеге менән куңелде арбай. Буй-Һын менән һөймәлек һәр кемгә лә бирелмәй. Ш Хоҙай һәр
кемгә уҙенең бер һөймәлеген бирә икән шул. Зөһрәнең, төҫкә урта сибәрҙәр рәтендә торһа ла, һөймәлеге бар, тауышы уҙенсәлекле. Г. Яҡупова.
ҺӨЙМӘЛЕК II (һөймәлеге) и. диал. ҡар. һөйөү II. Һөймәлек тотоп хат яҙышыу, һөймәлек уты.
ҺӨЙМӘЛЕКЛЕ (Р.: обаятельный; И.: charming; T.: sevimli) с.
Күңелгә ятышлы; һөйҙөргөс, һөйкөмлө. □ Обаятельный, притягательный, һөймәлекле ҡыҙ бала. һөймәлекле, мөләйем ҡатын. Һөймәлекле ҡарашлы булыу. М Әлегәсә Һибә-товтың бындай ҙа һөймәлекле, кәртинкә бисә кургәне юҡ ине. Р. Камал. Солан ишеге алдында һөймәлекле, йәш сырайлы булһа ла, ҡара сәстәренә сал ҡуна башлаған ҡатын куренде. Н. Мусин.
ҺӨЙМӘЛЕКҺЕҘ (Р: отталкивающий; И.: unattractive; grimly; T.: sevimsiz) с.
Күңелгә ятышһыҙ; һөйкөмһөҙ. □ Отталкивающий, несимпатичный, һөймәлекһеҙ әҙәм. һөймәлекһеҙ булыу. ■ [Сөнәғәткә] Ғи-лаждың һөймәлекһеҙ уландары ҡойма башына менеп, «килмешәк, әтәмбәй, ерең дә юҡ бит һинең беҙҙең ауылда», тип ирештерер һымаҡ. Ж. Кейекбаев. Ярғаҡ битле, эскә батып торған куҙле, һөймәлекһеҙ бер кеше ине землемер. Н. Мусин. Сәлмән, әлбиттә, бисә-сәсә куҙ һалмаҫлыҡ ир тугел: ҡапыл ҡарауға һөймәлекһеҙ, ҡырыҫ тойолһа ла. С. Шәрипов.
ҺӨЙМӘН (Р: пешня; И.: icepick; T.: dağcı kazması) и.
Туңған ер, боҙ аҡтара торған ағас һаплы, осло тимер ҡорал. □ Пешня. Һөймән һабы. Һөймән менән мәке уйыу. ■ Инде беребеҙ һөймән менән ватып тора, икебеҙ эре-эре киҫәктәрҙе ситкә ырғыта. Й. Солтанов.
ҺӨЙӨКЛӨ (Р: любимый; И.: beloved; darling; T: sevgili) с.
1. Күңелгә яҡын булған, тоғролоҡ, яҡынлыҡ тойғоларын уятҡан; һөйгән. □ Любимый, дорогой, һөйөклө әсә. һөйөклө балам, һөйөклө илем. һөйөклө Ватаным. ■ Эштән ҡайтҡан һайын ҡыҙын уҙенең көслө ҡулдарына алып иркәләй торған һөйөклө атаһы, бала йөрәгенә мәңгелек ауыр яра һалып, ҡайҙалыр Маннергейм линияһында ятып ҡалды. Ә. Байрамов.
572