ҺӨЙӨНСӨ АЛЫУ
Эй һөйөклө дала, иркен, яҡты, саф дала, ҡабул ит ҡуйыныңа уҙ ҡыҙыңды! 3. Биишева.
2. Күңелгә оҡшаған, ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
□ Любимый, һөйөклө эш. һөйөклө ғәҙәт.
■ Моғайын, һөйөклө мәктәбенән мәңгегә айырылыуы ошолор инде уның [Рәуефтең]. Р. Ғабдрахманов. Һөйөклө кулдә һыу ингәнебеҙ булманы: һөлөктәр һәләк куп ине, шуға ҡурҡа торғайныҡ. Ш. Бикҡол.
3. Һөйөү хисе, яратыу, мөхәббәт уятҡан, һөйөлгән (икенсе енес кешеһенә ҡарата).
□ Любимый, милый, возлюбленный, һөйөклө ҡыҙ. Һөйөклө егет. һөйөклө булыу. ■ Былмәктуб Зәйнәптең һөйөклөһөнә яҙған иң һуңғы мәктубе ине. М. Ғафури. Ҡанатланып осоп барһа ла, бөгөн Сәғит һөйөклөһөн курә алманы. И. Ғиззәтуллин.
4. 1-се эйәлек заты ялғауы менән һөйгән, яратҡан кешегә генә әйтелә. □ Любимый, дорогой, һөйөклөмдө көтәм, һөйөклөм өсөн буләк. һөйөклөмдөң яратҡан йыры. ■ [Людмила:] Игорь, һөйөклөм, уҙең янған утҡа һалып киттең бит. А. Мағазов.
ҺӨЙӨЛӨҮ (һөйөл-) ҡ. төш. ҡар. һөйөү. страд, от һөйөү. ■ Һөйҙөм, һөйөлдөм дә, буғай, улдар буләк итте ҡатыным. Р. Ғарипов.
ҺӨЙӨНДӨРӨҮ (һөйөндөр-) (Р: радовать; И.: gladden; T.: sevindirmek) ҡ.
һөйөнөс тойғоһо уятыу, ҡыуандырыу. □ Радовать, обрадовать. Куңелде һөйөндөрөп тора.
■ Кәбирҙең хаты Сәғиҙәне һөйөндөрҙө лә, бер аҙ көйөндөрҙө лә. Яр. Вәлиев. Дәрес бөтөу менән, Батыр өйҙәренә осто: Зәйтунә апайҙы «бишле» менән һөйөндөрөргә кәрәк! Ф. Туғыҙбаева. Бала бит ул илап көйөндөрә, көлөп һөйөндөрә, бәхетле тормошоңдо тағы ла тулыраҡ яһай. Б. Бикбай. • Дошманыңды һөйөндөрмә, дуҫыңды көйөндөрмә. Әйтем.
ҺӨЙӨНӨС (Р: радость; И.: joy; T: sevinç) и.
Һөйөнөү тойғоһо; ҡыуаныс, шатлыҡ. □ Радость. Ҙур һөйөнөс. Һөйөнөскә тарыу. Һөйөнөс килтереу. М Бәбделхәкимов ҡыҙыҡайҙың бер ағарыу ын, бер ҡыҙарыуын, уҙенсә, һөйөнөсөнән тулҡынлана, тип уйланы. Яр. Вәлиев. Йәш уләнде куреу Мәҙинә куҙҙәренән мөлдөрәмә һөйөнөс булып аҡты. Т. Ғарипова. • Бала - һөйөнөс тә, көйөнөс тә. Әйтем.
ҺӨЙӨНӨСЛӨ (Р: радостный; И.: joyful; T.: sevinçli) с.
һөйөндөрә торған, шатлыҡлы, ҡыуаныслы. □ Радостный. Һөйөнөслө ваҡиға. Һөйөнөслө хәбәр. Һөйөнөслө хәл булыу. ■ Морат шул саҡ, шатлығынан нимә эшләргә белмәйенсә, ата-әсәһенә хәҙер ук ебәрәсәк һөйөнөслө телеграммаһын иҫләне. Р. Байбулатов. Әртистәр шундай һөйөнөслө тойғо менән Мәскәуҙән Делиға осто. Р. Камал.
ҺӨЙӨНӨҮ (һөйөн-) (Р.: радоваться; И.: rejoice; be glad; T.: sevinmek) ҡ.
Күңелгә ризалыҡ, рәхәтлек биргән ҡыуаныслы тойғо кисереү; шатланыу. □ Радоваться. Ныҡ һөйөнөу. ■ Барсынһылыуҙың бәхете өсөн бөтәһе лә һөйөндө, ти. «Алпамыша». [Кесе инәй - Оло инәйгә:] Балаларым аша мине ҡабул итеуеңә һөйөндөм. М. Кәрим. • Ир улһә, ил көйөнөр, дошман һөйөнөр. Мәҡәл.
ҺӨЙӨНӨШӨҮ (һөйөнөш-) ҡ. урт. ҡар. һөйөнөү, взаимн. от һөйөнөү. Һөйөнөшөп киттеләр. Ҡыуаныстары йөҙҙәренә сығып һөйөнөштөләр.
ҺӨЙӨНСӨ (Р: радостная весть; И.: joy; gladness; T: müjde) и.
1. Шатлыҡлы яңылыҡты хәбәр итеү алдынан әйтелә торған һүҙ (яуап итеп буләк бирелә). □ Радостная весть (произносится, когда сообщается о радостном известии; тому, кто принёс такую весть, обычно полагается вознаграждение). ■ һөйөнсө, Маян! Һөйөнсө, Маян!.. Ҡуҙый ҙа курпәс килә ятыр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Фатима:] Хәҙер Сәлиха еңгәнән һөйөнсө һорайым. Ж. Кейекбаев.
2. Шуға яуап итеп бирелгән бүләк. □ Вознаграждение (за радостное известие). Һөйөнсө алыу. һөйөнсө биреу. һөйөнсө һорау. ■ Ҡарабай хан ялсыға башындағы ҡамсат буркен һөйөнсөгә бирә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Әхмәҙи -һөлли әбейгә:]һөйөнсөһөнә - бер яулыҡ! Ж. Кейекбаев.
♦ һөйөнсөһөнә - <бер> ҡолағы һөйөнсө хәбәре алдан билдәле булғанда йәки бүләккә торошһоҙ булғанда шаяртып әйтелә. □ За радостное известие - твоё собственное ухо (говорится шутливо, когда сообщение недостойно вознаграждения ).
ҺӨЙӨНСӨ АЛЫУ (һөйөнсө ал-) ҡ. ҡар. һөйөнсөләү. ■ Кендек әбейе сығып һөйөнсө алғанды Ҡара Йомағол сыҙам ғына көтөп торорға тейеш тә бит, курәһең, сыҙай алмай. М. Кәрим.
573