ҺӨЙӨНСӨЛӘҮ
ҺӨЙӨНСӨЛӘҮ (һөйөнсөлә-) (Р.: сооб щать радостное известие кому-л:, И.: bring a joyful message; T.: müjdelemek) ҡ.
Һөйөнсө хәбәрен еткереү. □ Сообщать радостное известие кому-л. ■ [Ялсыһы - Ҡарабай ханға һөйөнсөләне:] Һөйөнсө, ханым, солтаным, ҡыҙың бар! «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҺӨЙӨҮ I (һөй ) (Р.: любить; И.: love; Т.: sevmek) ҡ.
1. Икенсе енес кешеһен бөтә күңелдән яҡын күреү; яратыу; мөхәббәт тотоу. □ Любить. // Любовь. Өҙөлөп һөйөу. Үлеп һөйөу. Яуапһыҙ һөйөу. Көслө һөйөу. ■ Һөйөп кенә йөрөгән егетеңдән, Ҡарасәскәй, тороп ҡалдыңмы. Халыҡ йырынан. • Һылыу һылыу курен-мәҫ, һөйгән һылыу куренер. Әйтем.
2. Тәрән яҡынлыҡ хисе тотоу, күңелгә яҡын күреү; яратыу. □ Любить. // Любовь. Атайсалды сикһеҙ һөйөу. Ватанға ҡарата һөйөу. Тыуған ерҙе һөйөу. ■ Яландарым, урманым, куккә ашҡан Уралым - минең изге төйәгем, һеҙҙе һөйә йөрәгем. С. Юлаев.
3. Күңелгә ятыу, яратыу. □ Любить. Хеҙмәт һөйөу. Эш һөйөу. ■ Өйөр генә йылҡы араһында һөйөп менгән атым буртә ине. Халыҡ йырынан. • һуҙ һөймәгән - тирмән ҡорған. Әйтем. Эт йугереген төлкө һөймәҫ. Әйтем.
4. Иркәләтеп, ҡосаҡлап, һыйпап наҙлау. □ Гладить, ласкать. Бала һөйөу. Арҡаһынан тапап һөйөу. Яратып һөйөу.
ҺӨЙӨҮ II (Р: любовь; И.: love; T.: sevgi) и.
Икенсе енес кешеһенә булған тәрән яратыу хисе; мөхәббәт. □ Любовь. / Любовный. Ысын һөйөу. Тәуге һөйөу. һөйөу наҙы. Саф һөйөу хисе. Һөйөу тойғоһо уятыу, һөйөу хаттары. ■ Һөйөу, тартылыу тойғоһо булмағас, Вәсиләгә лә наҙ эләкмәне. М. Хужин. Ә был хаттарҙа, моғайын, мөлдөрәмә тулы һөйөу һәм һағыш һуҙҙәрелер. Д. Юлтый. Ут-ҡыйралыш эсендә яралған һөйөуҙән ғаиләләр пәйҙә була, балалар тыуа. Ә. Хәкимов.
ҺӨЙӨҮСЕ (Р: любитель; И.: amateur; Т.: meraklı, fan) и.
Нимәнелер яратҡан, шуны күңеленә яҡын иткән, күңел биреп шөғөлләнгән. □ Любитель, поклонник. Рок музыкаһын һөйөусе. Мостай Кәрим ижадын һөйөусе. Башҡорт шиғриәтен
һөйөусе. М Мансур кеуек эш һөйөусе егет тә булһа. X. Зарипов. Ҡартуҙе -хеҙмәтһөйөусе һәм ҡаты характерлы кеше. Ә. Бикчәнтәев.
ҺӨЙӨҮСӘН с. ҡар. һөйөүсе. Дан һөйөу-сән. Эш һөйөусән. Ирек һөйөусән. Йыр-моң һөйөусән. М Сәлимдең әсәһе лә хеҙмәт һөйөу-сән булған. С. Поварисов. Йәш агроном Рәшит артыҡ тырыш, эш һөйөусән һәм.. зирәк аҡыллы кеше ине. Д. Исламов.
ҺӨЙӨҮСӘНЛЕК (һөйөүсәнлеге) (Р: лю бительство; И.: dabbling; amateurishness; T.: amatörlük) и.
Нимәнелер ныҡ яратыу сифаты, хәле. □ Любительство. Кеше һөйөусәнлек. Кунаҡ һөйөу-сәнлек. Эш һөйөусәнлек. ■ Матурлыҡты, ирә-белекте Буранша әсәһенән, батырлыҡты, кеше һөйөусәнлекте атаһынан алғайны, шикелле. 3. Биишева.
ҺӨЙӨШӨҮ (һөйөш-) (Р: любить друг друга; И.: love each another; T: sevmek) ҡ.
Бер-береңде яратыу, һөйөү. □ Любить друг друга, һөйөшөп йөрөу. Һөйөшә башлау. Ғумер буйы һөйөшөп йәшәу. ■ Алдан ҡыҙ менән егет уҙ-ара килешә, һөйөшә, мөхәббәттәренең билдәһе итеп буләктәр бирешә. Д. Бүләков.
ҺӨЙӨШҺӨҘ с. диал. ҡар. һөйкөмһөҙ. һөйөшһөҙ кеше.
ҺӨЙРӘКЛӘТЕҮ (һөйрәкләт ) ҡ. йөкм. ҡар. һөйрәкләү, понуд. от һөйрәкләү. Кешене һөйрәкләтеу. һөйрәкләтеп йөрөтөу. һөйрәкләтә башлау. ■ Ирали солтан .. иҫән ҡалған башҡорт ир-егеттәрен һөйрәкләтеп килтерт-те. Ғ. Хөсәйенов. Ҡыҙҙар ниндәй генә хәйлә ҡорһа ла, еңгәләре Фатиманы икеһе ике беләгенән тотоп, һөйрәкләтеп алып сығып китте. Ж. Кейекбаев. [Сажиҙә - Вәлиткә:] Кит бынан, һөйрәкләтеп йөрөтөргә мин һиңә мал тугел. И. Ғиззәтуллин.
ҺӨЙРӘКЛӘҮ (һөйрәклә-) (Р: волочить;
И.: drag; T.: sürüklemek) ҡ.
Тартҡылап, көслөк менән һөйрәү. □ Волочить, тащить. Һөйрәкләй башлау. Һарыҡ һөй-рәкләу. Бурәнә һөйрәҡләу. ■ Һатыбал, йугереп барып, мал өйөнән Иҙрис ҡартты ишек алдына һөйрәкләп алып сыҡты. 3. Биишева. Ай юғарыға кутәрелгән һайын, ниндәйҙер көс Юламанды тауға һөйрәкләне. Г. Ғиззәтуллина.
ҺӨЙРӘЛДЕРЕҮ (һөйрәлдер-) (Р: волочить что-то; И.: drag along; T.: sürüklemek) ҡ.
574