ҺӨЙРӘТЕЛЕҮ
Нимәнелер ергә һәлберәтеп һөйрәү; һөйрәлтеү. □ Волочить что-то. Аяғын һөйрәлдереп атлай. Салбар балағын һөйрәлдереп йөрөй. ■ Рауза, өҫтөндәге толобоноң итәген иҫәндән һөйрәлдереп, тургә утте. Ш. Янбаев. [Сержант Ғөбәйҙуллинға] ҡан һарҡҡан аяҡтарын һөйрәлдереп шыуыу ғазапҡа әйләнде. Я. Хамматов.
ҺӨЙРӘЛЕҮ (һөйрәл-) (Р.: волочиться; И.: be dragged; T.: sürüklenmek) ҡ.
1. Ергә тейеп һәлберәп йөрөү. □ Волочиться, тащиться. Ҡойроғо ерҙән һөйрәлеп бара. Арҡаны һөйрәлеп бара. Дилбегәһе ергә тейеп һөйрәлеп бара. ■ Ҡайһы аралалыр, Йыһангир һөйрәлеп барған оҙон дилбегәне эләктереп алған. С. Агиш. Ул [монгол] тәбәнәк кенә, ҡойроғо ергә һөйрәлеп торған тура атҡа атланған. Ғ. Аллаяров.
2. кусм. Яй ғына ауыр итеп атлау, саҡ ҡуҙғалып йөрөү. □ Брести, тащиться. Мыштырлап һөйрәлеп киләләр. Ҡөскә һөйрәлеп бара. М Айҙар, артта һөйрәлеп килгән Иринаға һиҙҙермәй генә, тегенең [Разияның] беләгенән ҡыҫып ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Минең [Ҡендек] алдан ғына, айыу табандары менән арҡыры баҫып, Әнуәр һөйрәлә. М. Кәрим.
3. кусм. Эштә, уҡыуҙа һ. б. бүтәндәрҙән артта ҡалыу. □ Отставать, тащиться. Артта һөйрәлеу. Ҡойроҡта һөйрәлеу. ■ [Ғибат менән Айытбай - староста хаҡында:] Ниңә байҙарҙы ҡушмай икән ошоноң кеуек мир эшенә, биш-алты егенке ат аҫраған кешеләрҙе? Бер атың менән эт һөйрәткән эсәк урынына һөйрәләһең. Ж. Кейекбаев.
ҺӨЙРӘЛЕҮСЕ (Р: пресмыкающееся; И.: reptile; T.: sürüngen) с.
1. Һөйрәлеп, шылып йөрөгән (йәнлектәргә ҡарата). □ Пресмыкающееся, һөйрәлеусе йәнлек. Һөйрәлеусе януарҙар. ■ Таңды шулай һөйрәлеусе ҡиәфәтендә ҡаршыланым. Ш. Бикҡол.
2. кусм. Артта ҡалыусы, өлгәшмәүсе. □ Неуспевающий, отстающий. ■ Хужалыҡ артта һөйрәлеуселәр теҙмәһенә ингәне юҡ. Н. Мусин. Бөтә күрһәткестәр буйынса ла артта һөйрәлеусе «Алға» колхозы рәйесе иртә менән хужалыҡтың баш белгестәрен йыйҙы. Ә. Әминев.
♦ Ҡойроҡта һөйрәлеүсе иң артта килеүсе, насар күрһәткестәр менән характерланыусы. □ Отстающий. Ҡойроҡта һөйрәлеусе хужалыҡтар. ■ Ул [Әлфиә] быға саҡлы ла ҡойроҡта һойрәлеуселәрҙән тугел ине. И. Абдуллин.
ҺӨЙРӘЛЕҮСЕЛӘР (Р: пресмыкающиеся; И.: the reptiles; T.: sürüngen) и. зоол.
Һөйрәлеп, шылып йөрөгән йылан, кеҫәртке, крокодил һымаҡ умыртҡалы йәнлектәр төркөмө. □ Пресмыкающиеся. Һөйрәлеуселәр класы. Һөйрәлеуселәр отряды. Һөйрәлеуселәр төркөмөнә ингән йәнлектәр. Һөйрәлеүселәрҙең төҙөлөш уҙенсәлектәре.
ҺӨЙРӘЛСЕК (Р: блудливый; И.: wanton; T.: şehvetli) с. һөйл.
Күп йөрөүсән; аҙғын. □ Блудливый, развратный, распутный, похотливый, һөйрәлсек ҡатын. И [Ҡәйнәһе:] Һөйрәлсек булды был килен аҡтығы. Г. Яҡупова. [Хәмиҙә - иренә:] Әллә ниндәй һөйрәлсектәр янында йөрөп ҡайттың да хәҙер мине мыҫҡыл итәһең. Ф. Әсәнов.
ҺӨЙРӘЛТЕҮ (һөйрәлт-) (Р: тащить; И.: drag; lug; T.: sürümek) ҡ.
Ергә һәлберәтеп һөйрәү. □ Тащить, волочить. Сабыуҙы һөйрәлтеп барыу. Ҡороғон һөйрәлтеп алған. ■ Байгилде бер кемгә лә ҡарамай, сыбыртҡыһын әлһерәгән йылан шикелле һөйрәлтеп, аты янына китте. X. Ғиләжев. Мотаһар, аяҡтарын йәшел уләндән һөйрәлтә атлап, ирәуән генә эйәрҙе. Й. Солтанов.
ҺӨЙРӘЛТКЕ и. диал. ҡар. шамтыр. Йы-уынып-сайынмай һөйрәлткегә әйләнеп бөткән. Ҡашык-аяғын йыумай һөйрәлтке булып йәшәй.
ҺӨЙРӘСЕ (Р: грузчик копны; И.: loader of stack; T: yığını sürücü) и. диал.
Күбә тейәүсе; күбәсе. □ Грузчик копны. Оҫта һөйрәсе, һөйрәсе егет. Һөйрәселәр кубәне ослап ҡуйҙы. Һөйрәсе кубәләй башланы.
ҺӨЙРӘТЕЛЕҮ (һөйрәтел-) ҡ. төш. ҡар. һөйрәтеү, страд, от һөйрәтеү. Сумәлә арҡан менән һөйрәтелде.
♦ һөйрәтелеп йөрөп эшләү бөтә тырышлыҡ менән ихлас эшләү, әрһеҙ эшләү. □ Работать от души. Һөйрәтелеп йөрөп эшләп эштән ҡайтыу.
575