ҺӨЙРӘТЕҮ
ҺӨЙРӘТЕҮ (һөйрәт-) ҡ. ҡар. һөйрәү 1-4. Ағас һөйрәтеү. Сана һөйрәтеү. Һөйрәтеп алып барыу. Ш Һунарсы йәнлектәрҙең ҡайһыһын елкәһенә йөкмәп,.. ҡайһыһын күтәреп, ҡайһыһын һөйрәтеп ҡайтырға сыҡҡан, ти. Әкиәттән. Ике трактор әлеге эҫкертте ҡорос сымдарға эләктереп, ҡайҙалыр һөйрәтеп алып китте. Р. Байбулатов. Айыуҙы тау яғынан, урмандан һанасаға һалып кис ҡорон, ҡараңғы төшөр алда ғына һөйрәтеп алып ҡайтҡайнылар. Ж. Кейекбаев.
ҺӨЙРӘТКЕ (Р.: волокуша; И.: travois; Т.: taşıyıcı) и.
1. Үҙе йөрөй алмаған, башҡа берәр төрлө машинаға, атҡа һ. б. тағып йөк һөйрәтә торған ҡорамал. □ Волокуша. Һөйрәткеле трактор. Бүрәнә һөйрәткеһе. ■ Сабирйән Туратты һөйрәткегә екте, бесәнде бер урынғараҡ тарттырҙы. Р. Камал. Сәмиғ бакуйҙан йыйылған бесәнде һөйрәткегә тейәй ҙә төбөнә килтереп ауҙара. Т. Ғиниәтуллин. Ҡыҙ-ҡыркын бесән йыя, үҫмер егеттәр, атҡа атланып, һөйрәтке менән сүмәлә тарттыра. М. Кәрим.
2. Һөргән ерҙе тигеҙләү һ. б. эш өсөн йәтешләнеп, ялбыр ботаҡлы ағастан йәки башҡа нәмәнән яһалған ябай ҡорал. □ Грабли, волокуша. Һөйрәтке менән тигеҙләү. Һөйрәтке менән тырматыу. М Абдрахман .. сәскесте ҙур майҙанға төшөрҙө, бураҙна эҙен юғалтмаҫ өсөн, уң яҡ тәгәрмәс артына тимер һөйрәтке таҡты. Р. Өмөтбаев.
ҺӨЙРӘТМӘ и. ҡар. һөйрәтке. I Бесән йыя ҡыҙҙар болонлоҡта, һөйрәтмәләр килә эркелеп. Р. Ниғмәтуллин. Таған ағастары ҡуйылды, һөйрәтмәләргә аттар егелде, булаһы кәбән урынына йыйылған бесән ташылды. И. Ғиззәтуллин. Эҫелә һөйрәтмә тартып тирләгән, талсыҡҡан аттарҙың ашау ғәме юҡ, һырып алған эре күгәүендәрҙән ҡасып, шырлыҡ араһына йәшенгәндәр. Ш. Янбаев.
ҺӨЙРӘҮ (һөйрә-) (Р: тянуть; И.: pull; drag; T.: sürümek) ҡ.
1. Нимәнелер тартып хәрәкәт иттереү, йөрөтөү. □ Тянуть, тащить, волочить. Арба һөйрәү). Бесәнде һөйрәп ташыу. Һөйрәп сығарыу. * Сәй эскәс, Аҡназар арбаны келәттең алдына һөйрәп килтереп ҡуйҙы. Ғ. Дәүләтшин. Тоҡ, кәрзинкә, сумаҙандар һөйрәгән пассажирҙар һөрәнләшә-һөрәнләшә вагонға ябырылдылар. А. Абдуллин. Урман юлы тәгәрмәс бүкәненән
батҡаҡ: аттар буш арбаны саҡ һөйрәйҙәр. Ж. Кейекбаев.
2. Ерҙән һ. б. урындан тотош күтәрмәй, бер яғынан тотоп тартыу. □ Волочить, һөйрәп алып китеү. Һөйрәп сығарыу. Һөйрәп йөрөтөү. Таҡта һөйрәү. Сыбыртҡы һөйрәү. ■ Балыҡсылар тағы сисенделәр, йылымдарын һөйрәп, тағы һыуға инеп киттеләр. Р. Ғабдрахманов. • Эткә йомош ҡушһаң, һөйәк һөйрәп килтерер. Мәҡәл.
3. Көслөк менән тартҡылап, һөйрәкләп ҡайҙалыр алып барыу. □ Тащить, волочить. Һөйрәп килтереү. Һөйрәп төшөрөү. Баҙҙан һөйрәп сығарыу. ■ Януарҙың тиреһен тунап, арлы-бирле эшкәрткәс, яҫы шыршы ботаҡтарынан шоман яһап, тау аҫтына һөйрәнек. Р. Вәлиев.
4. Ҙур кейем кейеп, һалындырып көскә йөрөү. □ Волочить (об одежде). Оҙон бишмәт һөйрәү. Ҙур итек һөйрәү. Н [Гәүһәр] ауыр, тупаҫ кирза итектәрен һөйрәп, дымлы, йомшаҡ баҫыуҙарҙа йөрөнө. И. Абдуллин.
5. күсм. Тормоштоң, хеҙмәттең һ. б. ауыр өлөшөн үтәү, башҡарыу. □ Тянуть. Эште һөйрәү. ■ [Хәләф Хәлитович] пенсия йәшендәге хужаһын борсоманы, ойошманың бөтә эшен үҙе һөйрәне. «Ағиҙел», № 4, 2011. [Апаһы - Ләйләгә:] Донъяны яңғыҙ һөйрәргә хәлемдән килмәй. Ф. Чанышева.
6. һөйл. Тәбиғәттең тартыу көсө менән хәрәкәт иттереү; тартыу. □ Тянуть, уносить. Ағым һөйрәй. Өй йылыһын ел һөйрәй. Өйрөлмәк һыу төбөнә һөйрәй. ■ Тулҡындар торған һайын диңгеҙ эсенәрәк һөйрәй бирә. Ә. Бикчәнтәев. Ағым фонтан булып атыла, эре-эре таштарҙы өйрөлтөп түбәнгә һөйрәй. Б. Рафиҡов.
7. күсм. Ҡайҙалыр тартыу, алып китеү (хис-тойғо, уйға ҡарата). □ Уносить. ■ Ағым һыуҙар кире аҡмай, ә Ғүмәровтың уйҙары кире Кронсфелъдҡа һөйрәй. А. Мағазов. Өҫкә ябырылып килгән ҡурҡыныс мине лә артҡа һөйрәне. Д. Юлтый. Сәғит Айҙарға бармаҡсы булды... Ошо уй уны алға һөйрәне. И. Ғиззәтуллин.
♦ Аяҡты саҡ (йәки көскә) һөйрәү хәлһеҙ булып көскә йөрөү (ауырыу, йонсоу, ҡартайыу һ. б. арҡаһында). □ Еле шевелиться,
576