ҺӨЙӘК
еле ноги передвигать. ■ Әсәйем аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтты. Р. Низамов. Бауыр һөйрәү тормошта хәлләнә, нығына алмай йонсоу. □ Тащиться, влачить существование. М [Сурағол:] Тәненә ит урмәй, йөрәгенә май ҡунмай, бауыр һөйрәп, ыҙа сиккән Кусәрбай ҡусты ла беҙҙән китте. Т. Хәйбуллин. Эт һөйрәгер ҡарғағанда әйтелә. □ Чтобы тебя собака утащила!
ҺӨЙӨТТӨ с. диал. ҡар. һөйкөмлө. Һөйөштө бала. Һөйөттө ҡыҙ.
ҺӨЙӨТҺӨҘ с. диал. ҡар. һөйкөмһөҙ. Һө-йөтһөҙ йөҙлө, һөйөтһөҙ сырай, һөйөтһөҙ ҡатын.
ҺӨЙҺӨН (Р.: скот в подарок (от жениха в честь переезда невесты в его дом); И.: animal stock for a wedding present; T: düğünde hediye olarak verilen mal) и. этн.
Ҡыҙҙы оҙатып алырға килгәндә, туй мәһәренән тыш һыйлау өсөн кейәү килтергән мал. □ Скот в подарок (от жениха в честь переезда невесты в его дом), һөйһөнөнә һарыҡ биреу. ■ Ҡыҙ һөйһөн итен ашамай. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺӨЙҺӨН КИЛТЕРЕҮ (Р: обряд получения скота от жениха; И.: animal stock for a wedding present; T: bir tür düğün geleneği) и. этн.
Туй мәһәренән тыш кейәү яғынан мал килтереү йолаһы (ҡыҙҙы оҙатып алырға килгәндә һыйлау өсөн). □ Обряд получения скота от жениха. ■ Туйлыҡты алып килеу «һөйһөн килтереу» тип атала. «Башҡорт мифологияһынан.
ҺӨЙҺӨНӨҮ (һөйһөн-) (Р.: любить; И.: love; T: sevmek) ҡ.
Күңелгә хуш күреү, яҡшы күреү, яратыу, хушһыныу. □ Любить, прийтись по душе. һөйһөнөп тороу. Кеше һөйһөнмәу. һөйһөнөп етмәу. ■ Нәфисә әллә ниңә шул яңы кешене һөйһөнөп етмәй. Д. Бүләков. Ҡотлояр Хәби-буллинға көндәш һымаҡ, уның власын һөйһөнмәй кеуек куренде. Р. Камал.
ҺӨЙҺӨН ТУЙЫ (Р.: пир в честь переезда невесты в дом жениха; И.: feast in honor of the bride; T: düğün) и. этн.
Ҡыҙҙы оҙатып алырға килгәндә яһаған туй. □ Пир в честь переезда невесты в дом жениха. ■ Кейәу ҡыҙҙы оҙатып алырға
килгәндә бер баш мал алып килә һәм шуны һуйып туйлай. Ошоно Арғаяшта һөйһөн туйы тиҙәр. Т. Морат.
ҺӨЙӘК I (һөйәге) (Р: кость; И.: bone; Т: kemik) и.
1. Умыртҡалы хайуандарҙың һәм кешенең һөлдәһен тәшкил иткән ҡаты өлөшө. □ Кость. / Костяной, костный. Ҡулбаш һөйәге. Сикә һөйәге. Мал һөйәге. Арҡа һөйәге. Бот һөйәге. Ҡоймос һөйәге. Умрау һөйәге. Янбаш һөйәге. Яңаҡ һөйәктәре. Салыу һөйәге. Һөйәк һаплы бәке. Һөйәк брошка. ■ Һөйәге сатнаған тинеләр, бына әле гипс һалдылар. Р. Байбулатов. Снаряд ярсығы терһәк һөйәгенә инеп ултырған икән. Ғ. Аллаяров. Был шаҡтай ныҡ ашалған, һары һөйәк һаплы бритва ине. И. Абдуллин. • Ата-әсә - алтын һөйәк. Мәҡәл. Йылы һөйәк һындырмай. Әйтем.
2. Ит түшкәһенең бер киҫәге. □ Кость (с куском мяса). Бер һөйәк ит. Һөйәк мөнйөу. һөйәк итен турау. ■ Егеттәр тауыҡ, ҡаҙ боттарының һөйәктәренә тиклем онтап бөттөләр. И. Ғиззәтуллин. Фариза уға [Мәғ-фурәгә] бер сулмәк ҡалған һурпа, һалмалы ит, мөнйөлмәгән һөйәктәр, турағандан ҡалған ҡаҙы төпсөктәре кутәреп ебәрҙе. Һ. Дәүләтшина. [Бай - көтөусегә:]Бына һиңә, һөйләшеу буйынса, ике һөйәк ит. Әкиәттән. • Дуңғыҙҙан - бер ҡыл, байҙан - бер һөйәк. Әйтем. Эткә һөйәк ташлаһаң, шыңшымаҫ. Әйтем. Һөйәк сәйнәп май сыҡмай. Әйтем.
3. Кеше тәненең төрлө өлөштәрҙән торған буй-һыны, кәүҙәһе. □ Стан, телосложение, строение тела, фигура, һөйәге ҡупшы. Эре һөйәк. Ҡаҡ һөйәк. Шау һөйәк. ■ Яҙғы каникул тамамланыуға ҡоро һөйәккә ҡалған Нәфисә өйгә ҡайтты. Н. Алсынбаев. [Ҡыҙ - атаһына:] Алтмыш йәшлек ҡартҡа бирҙең, аҫыл һөйәгем хурланһын тип. Сеңләүҙән. • Һөйәр кеше һөйәгенән билдәле. Әйтем. Таяҡ иттән утә, һуҙ һөйәктән утә. Мәҡәл.
4. диал. ҡар. ара, зат, аймаҡ. Беҙҙең һөйәк. Шәғәле Шакман һөйәгенән.
5. Үлгән кешенең кәүҙәһе; һөлдә. □ Скелет. ■ Үлгән кешене яманлап һөйләһәң, һөйәге ҡуҙғала, йәне рәнйей, имеш, тиҙәр. һ. Дәүләтшина. Ябырылып яу килгәндең һөйәге ҡалған Уралтау, айбарлаған батырҙарҙың төйәге булған Уралтау. Ҡобайырҙан. Ерен-
577