ҺӨЙӘК
һыуын һаҡлап ҡорбан булған, шунда [Урал тауында] ята батырҙар һөйәге. Халыҡ йырынан.
Ъ.миф. Төрлө йолалар атҡарғанда кеше урынына тәғәйенләнгән һөлдә өлөшө. □ Кость (мифологизированная часть тела, используемая в различных магических обрядах, порче вместо самого человека). М Ерҙә ятҡан һөйәккә баҫһаң, ауырырһың. «Башҡорт мифологияһы »нан. • Һөт менән кергән һөйәк менән китер. Мәҡәл.
7. Емеш эсендәге ҡаты көплө орлоҡ. □ Косточка, семя (у плодов, ягод и фруктов). Муйыл һөйәге. Сейә һөйәге. Өрөк һөйәге.
+ Ҡаҡ {йәки ҡоро) һөйәккә ҡалыу бик ныҡ ябығыу. □ Сильно похудеть, отощать. ■ Как һөйәккә ҡалды ҡасҡы, дәу кәуҙәһе шиңде. Ә. Ғибәҙәтов. [Йәмил - Дамир тураһында:] Һин ул ҡоро һөйәктән көслөрәкһең. Р. Байбулатов. [Гөлнур:] Гел илаулап, уҙеңде-уҙең ашап йөрөһәң, һурылыу тугел, ҡаҡ һөйәккә ҡалырһың әле. Б. Бикбай. Сит һөйәк ҡәрҙәш булмаған, ят бауыр. □ Не родня, чужой. ■ [Мәулиҙә - Нурияға:] Хөрмәт курһәтәләр. Барыбер сит һөйәкмен. Г. Яҡупова. Тире лә һөйәк үтә ябыҡ. □ соотв. Кожа да кости. ■ Элекке сибәрлеген йыйырсыҡтар ҡаплаған, һуңғы арала тире менән һөйәккә тороп ҡалған ап-аҡ сәсле ҡатындың куҙ алдынан төрлө куренештәр уттеләр. Б. Рафиҡов. Үҙ һөйәгем үҙемдең нәҫел-нәсәбем, үҙ туғаным, үҙ ҡаным тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Кость от костей наших, плоть от плоти нашей. ■ [Ишмырҙа:] Алдан өсөнсөһө әллә ағайым инде. [Тәңкәбикә:] Юҡ, ул тугел. Үҙ һөйәгемде уҙем таныр инем. М. Кәрим. • Үҙ һөйәгең уҙеңә ауыр тугел. Әйтем. Үҙ һөйәгем уҙемә яҡын. Әйтем, һөйәген сәйнәү кеше тураһында төрлө ғәйбәт һөйләү. □ соотв. Перемывать косточки. Үлгән кешенең ғәйебен һөйләп, һөйәген сәйнәп ултырыу эш тугел инде. һөйәккә үтеү үтә ныҡ өшөтөү. □ До мозга костей замёрзнуть. ■ Көҙгө ҡоро һалҡындар кейемһеҙ ас юлсыларҙың ҡаҡ һөйәгенә утеп инә. Р. Өмөтбаев, һөйәккә һеңеү ҡанға һеңеү. □ Крепко усвоить, воспринять что-л., быть в крови у кого-л. Һөйәккә һеңгәнсе өйрәтте. һөйәк таралып барыу бик ныҡ арыу, хәлдән тайыу, йонсоу. □ Измотаться, уставать. Шул тиклем ныҡ эшләугә һөйәк таралып бара.
ҺӨЙӘК II (һөйәге) (Р: костра; И.: shive, awnchaff; T.: saman) и. диал. ҡар. талҡыш.
Етендең, киндерҙең талҡынан үткәргәндә сыҡҡан сүбе, киндер талҡышы; көнйәлә. □ Костра. Киндер һөйәге. Етен һөйәге.
ҺӨЙӘКЛЕ (Р: с костью; И.: with a bone; having bones; T.: kemikli) c.
1. Һөйәге булған. □ С костью, һөйәкле um. Һөйәкле киҫәк. Һөйәкле һурпа. ■ Хужаның оло ҡатыны биҙәкле батмус тулы һөйәкле ит ултыртты. Р. Өмөтбаев.
2. Орлоғо булған (емеш-еләктең уртаһында). □ С косточкой (у плодов, ягод и фруктов). Һөйәкле емеш-еләк. һөйәкле сейә. Һөйәкле муйыл.
3. Эре, ҙур кәүҙәле. □ Ширококостный (о строении тела, фигуры). Аҫыл һөйәкле. Эре һөйәкле. ■ Был бер ҡарауға ауыр һөйәкле куренгән Прохоров Харитон операциялар ваҡытында ҡыйыу һәм сапсан тотона ине. Ғ. Аллаяров. Эре һөйәкле, ҡалын ҡашлы сибәр ир-уҙаман килеп инде. Р. Камал. Әсәһе эре һөйәкле, оҙон буйлы, ҡырыҫ холоҡло, көслө характерлы, ифрат тырыш булды йәш сағында. Ә. Әминев.
ҺӨЙӘКЛӘНЕҮ (һөйәклән-) (Р: окостенеть; И.: Become вопс-like. T.: sertleşmek) ҡ.
һөйәккә әйләнеү. □ Окостенеть. Икмәк һөйәкләнгән. Кәлсә һөйәкләнеп бөткән.
ҺӨЙӘКЛӘҮ (һөйәклә ) (Р: разделывать (с костями)-, И.: dispart by bone; T.: eti kemiklerle bölmek) ҡ.
Һөйәге менән өлөшләү; итте һөйәге менән бергә итеп бүлеү. □ Разделывать (с костями), разделить по костям (мясо). Итте һөйәкләп сығыу. ■ Ҙур тушкәне һөйәкләп ҡуйҙы. Бөтәһен дә Булат яратҡанса бешергән: һөйәкләп ит ҡуйған, билмән, винегрет яһаған, хатта йәш ҡыяр, әфлисун да тапҡан. Р. Сол-тангәрәев. Алдарбай, уҙенән байтаҡҡа өлкән кешенең әйткәненә буйһоноп, һуҙ яңыртманы. Тәуҙә һәр береһенең алдына һөйәкләп ҡуйылған өлөш итен алдырҙағы тоҙлоҡҡа манып ашанылар. Н. Мусин.
• •
ҺӨЙӘК МАИЫ (Р: костный жир; И.: bone oil; T.: kemik yağı) u.
Һөйәк эсендәге май; елек майы. □ Костный жир. Һөйәк майы һурыу.
ҺӨЙӘК ОНО (Р: костная мука; И.: bone flour; T.: kemik unu) u.
578