Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 579


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӨЙӘЛЛӘНЕҮ
Һөйәк онтағы. □ Костная мука, һөйәк оно ҡушыу, һөйәк оно ҡушып бешерелгән икмәк. Тауыҡтарға һөйәк оно биреу.
ҺӨЙӘК СЕРЕҮ СИРЕ (Р.: костоеда; И.: caries; T.: diş çürümesi) и. мед.
Һөйәктең, тештең сереп тарҡалыуға дусар булған ауырыу атамаһы. □ Костоеда (воспаление костной ткани или зуба, сопровождаемое их разрушением). Һөйәк сереу сире менән ауырыу. Һөйәк сереу сиренән яфаланыу. Һөйәк сереу сиренә ҡаршы дарыу, һөйәк сереу сиренең тәуге һыҙаттары.
ҺӨЙӘК СИХУТЫ (Р.: туберкулёз костей; И.: osteoarticular tuberculosis; T.: kemik tüberkülozu) и. мед.
Һөйәк туберкулёзы. □ Туберкулёз костей. Һөйәк сихуты диагнозы ҡуйыу, һөйәк сихуты менән ауырыу, һөйәк сихутын дауалау.
ҺӨЙӘК ТАРАҠ (тарағы) (Р: костяная расчёска; И.: osseous rake-comb; T: kemik tarak) и.
Салыу һөйәгенән яһалған тараҡ. □ Костяная расчёска. Һөйәк тараҡ һатып алыу. Борон һөйәк тараҡ менән сәс тарағандар.
ҺӨЙӘК ТОТОУ (Р: название обычая обмывания покойника; И.: corps ablution; T: cenazeyi yıkama) и. этн.
Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыр алдынан йыуындырыу; мәйет йыуыу. □ Название обычая обмывания покойника, доел. Держать кости. И Һөйәк тотҡан әбейҙәргә кулдәк йә кулдәклек тауар бирәләр. «Башҡорт мифологияһы» нан.
ҺӨЙӘК ҺАТЫУ (Р: получение калыма за дочь; И.: exchange bride-money; T: mihr almak) и. этн.
Ҡыҙ өсөн мәһәр алыу. □ Получение калыма за дочь. доел. Продажа кости. Һөйәк һатып ҡайтыу. Һөйәк һатыу йолаһы икенсе яҡтарҙа ҡалын алыу тип атала.
ҺӨЙӘК-ҺАЯҠ (һөйәк-һаяғы) (Р: кости;
И.: bones; T.: kemikler) и. йыйн.
Төрлө һөйәктәр. □ Кости. ■ Ашай торғас, ашъяулыҡта һөйәк-һаяҡ ҡына тороп ҡалды.
з. Биишева. Элекке сауҙаһын ташлап, еҙнәбеҙ сепрәк, һөйәк-һаяҡ, мөгөҙ-тояҡ, тимер-томор йыйырға кереште. М. Кәрим.
ҺӨЙӘЛ (Р: бородавка; И.: wart; T: siğil)
и. диал. ҡар. сөйәл.
1. Тәнгә сыға торған ҡаты түңәрәк төйөрсөк.
□ Бородавка. Һөйәл сығыу. Һөйәл сығыуға
ҡаршы дарыу майҙары. М Ябай һөйәл махсус вирустарҙың тәнгә эләгеуе менән барлыҡҡа килә. В. Ғүмәров, һөйәл сыҡһа, уны ағас ботағы менән төртөп имләйҙәр, имләгәндә ошо һамаҡты әйтәләр: «Һөйәл сөрөккә сыҡһын, сөрөк дуңгәккә сыҡһын!» «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
2. Ҡул-аяҡтағы тиренең өйкәлеүҙән ҡаты булып ҡабарған урыны. □ Сухая мозоль. Ҡулға һөйәл сығыу. Ҡара эшкә өйрәнмәгән ҡулға салғы тиҙ генә һөйәл сығарҙы, һөйәл баҫҡан ҡуллы баҫыу батыры.
3. Үҫемлектәрҙә һәм хайуандар тәнендә була торған ҡоро шеш; оро, тыңҡауыҡ. □ Нарост, шишка на теле животного, растения. Япраҡ һөйәле. Ағас олонон бихисап һөйәл ҡаплаған.
4. миф. Тәнгә сыҡҡан мифлаштырылған ауырыу. □ Бородавка (мифологизированная болезнь кожи). ■ һөйәл бөтһөн өсөн, уның өҫтөндә кук ептән ҡырҡ бер төйөн төйнәп, мунса эләукәһе аҫтына ташларға кәрәк. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺӨЙӘЛДЕ (Р: чурбан; И.: block; T: kütük) и. диал. ҡар. киҫкә.
Йығылып, сереп ятҡан йыуан ағас йә серегән йыуан түмәр. □ Чурбан, валежник (гнилые). Һөйәлдегә эләгеп йығылыу. Урманды һөйәлделәрҙән таҙартыу. Ҡара урман тулы һөйәлде.
ҺӨЙӘЛЕҮ (һөйәл-) (Р: прислониться; И.: lean unto; T: dayanmak) ҡ.
Аумаҫ өсөн нимәгәлер терәлеү, ауыш хәлдә таянып тороу. □ Прислониться. Мейескә һөйә-леу. Стенаға һөйәлеу. К Миңһылыу ҡулын ғына һелтәне лә, кинәт башы әйләнеп китеуҙе тойоп, ишек яңағына һөйәлде. Ә. Байрамов. Сергей рәшәткәгә барып һөйәлде. А. Абдуллин. Тарпан ишек эргәһендәге букәнгә сугәләне, Алдарбай, тушәмгә тейә яҙып, стенаға һөйәлде. Н. Мусин.
ҺӨЙӘЛЛӘНЕҮ (һөйәллән-) (Р: покрываться бородавками; И.: break out (of warts); T: siğillemek) ҡ. диал. ҡар. сөйәлләнеү.
Һөйәлле булыу, һөйәл менән ҡапланыу. □ Покрываться бородавками. Һөйәлләнеп бөткән. Һөйәлләнеп тора. Ш Таһир ағай һөйәлләнгән ҙур ҡулы менән мыйығының осон һыпырып
579