ҺӨЙӘЛ ЭЙӘҺЕ
алды ла, күҙҙәрен аҫҡа төбәп, тынып ҡалды. X. Зарипов. [Мөжәүирҙең] ялан аяҡтарының һөйәлләнгән табандары ғына ялт-йолт итеп ҡалды. Л. Якшыбаева.
ҺӨЙӘЛ ЭЙӘҺЕ (Р.: дух бородавки; И.: wart’s sprite; T.: Siğil İyesi) и. миф.
һөйәл ауырыуының эйәһе. □ Дух бородавки. Я һөйәл эйәһен икмәк валсығы менән алдаштырып алып китеп аҙаштырһаң, һөйәл бөтә икән. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺӨЙӘМ (Р.: пядь; И.: span; T.: sele) и. иҫк.
Кирелгән баш бармаҡ менән һуҡ бармаҡ остары араһына тиң булған боронғо үлсәү берәмеге. □ Пядь (старая мера длины). Я Ул [крәҫтиән] ҡасандыр аршынды ла белмәй, ҡарыш һәм һөйәм менән, аҙым менән үлсәй ине. С. Агиш. Тирәнтәй, башҡаларҙыҡы төҫлө итеп, одеялының бер ситен иҙәнгә бер нисә һөйәм генә еткермәй ҡуйҙы. С. Агиш. • Ҡарыштан һөйәм яҡын. Мәҡәл.
ҺӨЙӘМЛӘҮ (һөйәмлә-) (Р: измерять пядями; И.: span; T.: sele ile ölçmek) ҡ.
Һөйәмгә һалыу, һөйәмләп үлсәү. □ Измерять пядями. Һөйәмләп сығыу. Һөйәмләй башлау. Һөйәмләргә кәрәк.
ҺӨЙӘМӘ (Р: поленница; И.: woodpile; Т.: odun yığını) и. диал.
Урманда әҙерләп, һөйәп өйөлгән утын. □ Поленница. Бер һөйәмә утын әҙерләу. Утын һөйәмәлә яҡшы кипкән. Утынды һөйәмәгә өйөү.
ҺӨЙӘН (Р: липовая древесина; И.: shill wood; T.: ıhlamur kerestesi) и.
Ҡабығы һыҙырылған йыуан йүкә ағасы. □ Липовая древесина. Һөйәндән мунса һалыу. Һөйән ағас. Йукә һыҙырып һөйән әҙерләу. Һөйәндән һап эшләу. Я Өйҙөң ишектәре аҡ шыршынан, тәҙрә рамдары һөйән ағасынан эшләнде. Ә. Бикчәнтәев. Башҡортостан ағасы, бигерәк тә һөйән менән ҡарағас, донъялағы ун ете илгә оҙатыла. Н. Мусин. Олатайыбыҙ беҙ ҡайтҡансы уҡ беләк йыуанлыҡ һөйәнде бысҡылап, ҡарыш буйлыҡ туҡмаҡтар эшләп ҡуйған. Й. Солтанов.
ҺӨЙӘНГЕС (Р: спинка (стула и m. n.)\ И.: chairback; T.: arka) и. һөйл.
Ултырғыс һымаҡ нәмәләрҙең арҡа терәп ултыра торған урыны; арты. □ Спинка (стула и т. п.). Ултырғыс һөйәнгесе. Кресло һөйәнгесе.
Һөйәнгескә терәлеп ултырыу. Я Стена буйҙарында - йомшаҡ креслолар, һөйәнгес һәм беләксәләренә арыҫлан баштары эшләнгән, ялт итеп торған дивандар. Н. Мусин. Әмилә тыныслана төштө, арҡаһын йомшаҡ һөйәнгескә терәп.. иҙрәп ойоп китте. М. Ҡаһарманова.
ҺӨЙӘНГЕСЛЕ (Р: со спинкой (стул и т. п.); И.: with a chairback; T.: arkalı) и. һөйл.
Һөйәнгесе булған. □ Со спинкой (стул и т. п.). Бәләкәй һөйәнгесле балалар креслоһы. Ҡолатмалы һөйәнгесле кресло. Я Бутурлин ҙур өҫтәл артындағы бейек һөйәнгесле ултырғыста башын артҡа саңҡайтып ултыра. Н. Мусин.
ҺӨЙӘНГЕСҺЕҘ (Р: без спинки (стул и т. п.); И.: without a chairback; T: arkasız) и. һөйл.
һөйәнгесе булмаған. □ Без спинки (стул и т. п.), һөйәнгесһеҙ диван. Һөйәнгесһеҙ ултырғыс. Я Йыуан булмаған муйыл ағасынан еүеш ергә ҡағып әтмәләнгән һөйәнгесһеҙ йәтеш ултырғыста бөкрәйә биреңкерәп ултырған Ҡолтой ҡарт дәртләнеп китеп ҡурай һыҙҙыра ине. И. Ноғманов.
ҺӨЙӘНДЕРЕҮ (һөйәндер ) ҡ. йөкм. ҡар. һөйәнеү, понуд. от һөйәнеү. Тырмаларҙы һөйәндереп сығыу. Ҡоймаға һөйәндереп ҡуйыу.
ҺӨЙӘНЕҮ (Һөйән-) (Р: прислониться; И.: lean unto; T.: dayanmak) ҡ.
Аушая, ҡыйшая биреп, нимәгәлер терәлеү; һөйкәлеү (кәүҙә, ағас һымаҡ баҫып торған нәмәләргә ҡарата). □ Прислониться. Ҡарағайға һөйәнеү. Ҡайынға һөйәнеү. Я Ҡулына стакан тотҡан Сәмәрә йоҡо бүлмәһе ишегенең яҡтауына һөйәнде. Т. Ғарипова. Люда китап шкафына һөйәнеп тора. Ә. Бикчәнтәев. • Йәш ағасҡа һөйәнеп, ҡыу ағас ҡырҡ йыл ғүмер иткән. Мәҡәл.
ҺӨЙӘНӘКҺЕҘ I с. ҡар. һөйкөмһөҙ. Бигерәк һөйәнәкһеҙ кеше.
ҺӨЙӘНӘКҺЕҘ II (Р: нескромный; И.: immodest; T.: utanmaz) с. диал. ҡар. тыйнаҡһыҙ.
Әҙәп һаҡламаған, тотанаҡһыҙ, тәртипһеҙ. □ Нескромный; недисциплинированный, несдержанный. һөйәнәкһеҙ холоҡло, һөйәнәкһеҙ ҡыҙ бала.
ҺӨЙӘР (Р: любимый; И.: paramour; love; T.: sevgili) и.
1. Яратҡан, һөйгән кеше. □ Любимый (человек). Я Матур ҡыҙҙар, сибәр бисәләр һөйәр
580