ҺӨЛГӨ СӘЙЕ
ҙәренә мөкиббән булһа, уҙҙәренә тағы ла нығыраҡ ғашиҡ итәләр, тигән һығымтаға килде уҙе [Ғәйнияр]. Д. Бүләков. • һөймәҫемде һөйәмен һөйәремдең хаҡы өсөн. Әйтем. Йөрөгәне куп булһа ла, һөйәре берәу булыр. Әйтем.
2. Берәй ҡатын менән никахһыҙ бәйләнештә булған ир (шул ҡатынға ҡарата). □ Любовник. Һөйәр булыу. Һөйәренә алданып йөрөй. Осрашып йөрөгән һөйәре бар. И [Нурия ] һаман һөйәрен уйланы, һаман ҡайғырҙы. Р. Камал.
ҺӨЙӘРКӘ (Р.: любовница; И.: fancy woman; T.: metres) и.
Берәй ир менән никахһыҙ бәйләнештә булған ҡатын (шул иргә ҡарата). □ Любовница. һөйәркә тотоу, һөйәркә табып алыу. Һөйәркәләр менән сыуалыу.
ҺӨЙӘТЕҮ (һөйәт-) ҡ. йөкм. ҡар. һөйәү, понуд. от һөйәү. Мотоциклын ҡоймаға һөйәткән. Ҡолғаны өй артына һөйәтеп ҡуйған. Баҫҡысты нығыраҡ итеп һөйәтеу.
♦ Кәкре ҡайынға һөйәтеү алдау, һемәйтеү. □ соотв. Оставить с носом. М Сөмбөл Марат-ты бер ҡасан да ғәфу итмәйәсәк. Нисек итеп уҙен бер кәкре ҡайынға һөйәтергә икән? С. Поварисов.
ҺӨЙӘҮ (һөйә-) (Р.: прислонить; И.: lean (against); T.: dayamak) ҡ.
Ауыш йәки текә баҫтырып, үрге яғын нимәгәлер терәү. □ Прислонить. Тәртешкәне мейескә һөйәу. Ситәнгә таяҡты һөйәп ҡуйыу. Ҡоймаға һөйәу. ■ Ул [Сәғиҙә] саңғыларҙы ҡоймаға һөйәп ҡуйҙы. М. Тажи. Ағастың йыуан башы соҡорҙоц ситенә килеп ятты. Тағын аҙ ғына һөйрәгәндә, бурәнәне ҡыйшайтып, аҫҡа төшөрөп һөйәргә була. Ғ. Хисамов.
ҺӨЙӘҮЛЕ (Р.: прислонённый; И.: leaned to; T: dayalı) с.
Һөйәп ҡуйылған. □ Прислонённый. Һөйәуле көрәктәр, һөйәуле тырма. Һөйәуле торған салғы. ■ Барый, мөйөштә һөйәуле торған һәнәк менән көрәкте алып, ҡураға сыҡты. Р. Ғабдрахманов. Мохтасар, .. ҡайынға һөйәуле ҡалтағайын килтереп, аяғына бәйләргә тотондо. Н. Мусин.
ҺӨЙӘШЕҮ (һөйәш-) ҡ. урт. ҡар. һөйәү. взаимн. от һөйәү, һөйәшергә ярҙам итеу. Ҡойма буйына таҡта һөйәшеу.
ҺӨЛ (Р.: взяли!; И.: hey-ho!; yo-heave-ho; T: haydi) ымл.
Ниндәйҙер эште ҡапыл башлау өсөн күмәк кешене саҡырып, өндәп әйтелә. □ Взяли!, давай! ■ [Милиционер:] Ну, малайҙар, хәҙер команда бирәм. Бер, ике, өс, һөл! С. Агиш.
ҺӨЛГӨ (Р: полотенце; И.: towel; T: havlu) и.
1. Ике башы ҡыҙыл кизе менән сигеп эшләнгән оҙон киндер таҫтамал; сөлгө. □ Полотенце (с вышивкой на концах), рушник, һөлгө башы. Һөлгө сигеу. һөлгө ҡайыу. Һөлгө буләк итеу. Ҡыҙыл башлы һөлгө. ■ Мәҙинә ҡомғанға йылы һыу һалып, һөлгөһөн иценә һалды -атаһы бит инеп тә килә! Т. Ғарипова. Алдар һөлгө алып майҙан уртаһына сыҡты ла уҙенә ҡаршы көрәшәсәк кешене көттө. Н. Мусин. Берәу тиҙ генә өйөнә ҡайтып, сәкәнле һөлгө алып килде. Ғ. Хәйри.
2. этн. Йәрәшеү билдәһе итеп ҡыҙҙың ата-әсәһе яусыға биргән таҫтамал. □ Полотенце, подаренное родителями девушки в знак согласия на брак тому, кто пришёл сватать. Һөлгө алырға барыу. Һөлгө алып ҡайтыу. Матур ҡайылған һөлгө әҙерләу.
3. этн. Йола таҫтамалы. □ Полотенце (ритуальное полотенце, участвующее в семейных обрядах, гаданиях; символ дома). ■ һөлгө һуҡҡан ҡыҙ, бөткәс, һөлгөһөн муйынына һалып урамға сыға. Урамда кем (йәшме, ҡартмы) осрай, шундай кешегә кейәугә сыға. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺӨЛГӨБАШ (Р.: вышитый конец полотенца; И.: embroidered tail of a towel; T.: havlu başı) и. этн.
һөлгөнөң сигелгән башы. □ Вышитый конец полотенца. Һөлгөбаш биҙәктәре. Һөлгөбаш өсөн өлгөләр. Һөлгөбашты ҡыҙылдан йә йәшелдән ҡайыйҙар.
ҺӨЛГӨ СӘЙЕ (Р: ритуал чаепития у родителей жениха после обоюдного сговора на брак; И.: ritual tea-party before wedding; T.: nişanlanma sözleşmesinden sonra yapılan çay içme töreni) и. этн.
Ҡыҙ яғынан яусы һөлгө алып ҡайтҡас, егеттең ата-әсәләре, ағай-энеләре менән йыйылышып эскән сәй. □ Ритуал чаепития у родителей жениха после обоюдного сговора на брак, һөлгө сәйе эсеп ҡайтыу. Һөлгө сәйенә саҡырыу. Һөлгө сәйе уткәреу. ■ һөлгө сәйендә ҡыҙ менән егеттец аталары ризалыҡ билгеһе итеп һөлгө бирешәләр. Халыҡ ижадынан.
581