Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 582


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӨЛДӘ
ҺӨЛДӘ (Р.: скелет; И.: skeleton; T: iskelet) и.
1. Кеше һәм йәнлектәр тәненең тотоноп тороуын тәшкил иткән һөйәктәр берекмәһе. □ Скелет./Скелетный. Кеше һөлдәһе. Балыҡ һөлдәһе. Боронғо ҡәберлектә кешенеке менән бергә ат һөлдәһе лә табылған. ■ [Шәйхетдин] соҡор төбөндәге мышы һөлдәһен дә курҙе. С. Ильясов. Кейек ҡаҙ һөлдәһе саҡлы ғына кәуҙәне мәңгелек бишегенә һалдылар ҙа зыяратҡа йунәлделәр. М. Кәрим. Юламан, соҡор төбөнә эйелеп, уның ләхет уйымын буш ҡулы менән һәрмәп сыҡты, һөлдә урынында юҡ. Б. Рафиҡов.
2. кусм. Бик ныҡ ябыҡ (кеше йәки хайуандарға ҡарата). □ Скелет, худышка. Коро һөлдә. Һөлдәгә тороп ҡалыу. Тире лә һөлдә булып ҡалыу. ■ Малай куптән ук инде ҡаҡашҡан тире менән кәпләнгән тере һөлдәгә әуерелгәйне. X. Мохтар. Үткән ҡыш ҡарҙың ҡалын булыуы сәбәпле йылҡы тибендән һөлдәһен генә алып сыҡты. Ғ. Дәүләтшин.
3. кусм. Төҙөлә, ҡорола торған нәмәнең төп нигеҙен тәшкил иткән төп ҡоролма. □ Каркас, скелет. Өй һөлдәһе. Бина һөлдәһе. Буласаҡ өйҙөң һөлдәһен ҡороп ҡуйыу. ■ Киев метроһын төҙөгәндә иллегә яҡын бер, ике, хатта өс ҡатлы ағас йорттарҙың буралары -һөлдәләре табыла. И. Абдуллин. Гөлшан .. барып етә алманы, веранда стенаһының кумер һөлдәһе уҙе ауҙы. Д. Бүләков.
ҺӨЛДӘР и. диал. ҡар. һөлдә 1. ■ [Хужа ҡатын:] Айһылыуҙы куреп, иҫән-һаулыҡ ҡына һораштым, хәлен һораша алманым, уҙе бик ябыҡ, ҡоро һөлдәре генә ҡалған. Әкиәттән. Кемдер уҙенең иренән зарланды: ҡоро һөлдәр генә инде алып ҡайтҡан тауары. Ж. Кейекбаев.
ҺӨЛӨК (һөлөгө) (Р: пиявка; И.: leech; T: sülük) и. зоол.
1. Йән эйәләренең тәненә йәбешеп ҡанын һура торған һыу йәнлеге. □ Пиявка (лат. Hirudinea). Кара һөлөк. Шифалы һөлөк. Һөлөк һалыу. ■ Елена Васильевна, сестралар ауырыуға укол яһаған саҡта ла, уның сикәләренә һөлөк ултыртҡан мәлдә лә, Фәриттең пульсын тотоп, йөрәген тыңлап ҡына торҙо. Ф. Әсәнов. Ас һөлөктәр.. тәнгә йәбешәләр ҙә ҡан һура башлайҙар. Һ. Дәүләтшина. • Аптыраған һөлөк ағас тешләр. Әйтем.
2. миф. Магияла һәм дауалауҙа ҡулланылған, ҡан һурыусы һыу йәнлеге. □ Пиявка (хтоническое животное из змееподобных, нечистое животное, которое используется в магических и лечебных целях). ■ Аҫҡы донъя - йыландар, һөлөктәр, улеләр донъяһы. Ф. Хисамитдинова.
♦ Һөлөк кеүек (йәки һыу һөлөгө кеүек, һыу һөлөгөндәй, һөлөктәй) 1) ҡупшы кәүҙәле, зифа буйлы. □ Стройный, статный, грациозный, гибкий (о красивой фигуре). Һын булмышы һыу һөлөгөндәй. ■ һөлөктәй егеттәр, береһенән-береһе таҙа, көс тигәнең -ташып тора. Ә. Бикчәнтәев. Мирхәйҙәров-тың куҙ алдына ебәктәй наҙлы бармаҡтар, һөлөктәй һығылмалы һын килде. Т. Ғарипова; 2) тиреһе һөлөк һымаҡ ялтырап торған шәп, көр (йылҡы малына ҡарата әйтелә). □ Красивый, статный (о лошадях). П Айғырҙың аҡ кубектәре сығып, манма һыуға төшкән, эҫтәре йәбешеп, һөлөк кеуек һурылып, һылыуланып киткән. С. Агиш. Һыу һөлөгөндәй һимеҙ аттар .. тигеҙ ерҙә лобогрейканы осор-топ ҡына алып баралар. Ғ. Дәүләтшин.
ҺӨЛӨКСӨ (Р: лекарь, лечащий пиявками; И.: healer applying leeches; T: sülükçü) и. һөйл.
1. Һөлөк һалып дауалаусы. □ Лекарь, лечащий пиявками, һөлөксө әбей. Һөлөксөләргә мөрәжәғәт итеп ҡарау. Һәр кем һөлөксө була алмай. Ата-бабанан ҡалған һәләт һинең ҡаныңда һәм аңыңда булырға тейеш.
2. һөлөк тотоусы. □ Ловец пиявок. Оҫта һөлөксө. Һөлөксө файҙалы һөлөктәр тотҡан.
ҺӨЛӨК ҺАЛЫУ (һөлөк һал-) (Р: ставить пиявки; И.: apply leeches; T.: sülük vurmak) ҡ.
Дауалау маҡсатында һөлөктө тәнгә ҡуйып ҡанды һурҙырыу. □ Ставить пиявки. Ҡара ҡанға һөлөк һалыу, һөлөк һалыу серҙәре. Һөлөк һала белгән әбейгә барыу. ■ [Барсын әбей:] Юҡ, Сәғиҙә, бөгөн шишәмбе көн һөлөк һалыуҙың бер файҙаһы ла булмай ул. Иртән шаршамбы көн һәйбәтләп тороп һалырбыҙ. Һ. Дәүләтшина. Инәйем аяғы, биле, яурынбашы һыҙлауҙан интеккән кешеләргә һөлөк һала. Т. Ғәниева.
ҺӨЛӘЙ с. диал. ҡар. һондор, һөләй кеше. Һөләй кәузәле. Һөләй егет булып китеу.
ҺӨЛӘЙМӘН I (Р: сёмга; И.: Atlantic salmon; T: Atlantik sombalığı) и. зоол.
582