Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 584


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӨМҺӨҘЛӨК
ғы был һөмһөҙ, оятһыҙ кешене бар көсөнә этеп ебәрҙе. Ғ. Лоҡманов. • һөмһөҙ һаҡлағанды ҡуймаҫ, ҡарға ҡаҡлағанды ҡуймаҫ. Мәҡәл.
2. Күрер күҙгә йәмһеҙ; һөйкөмһөҙ. □ Некрасивый, несимпатичный, неприглядный. һөмһөҙ бәндә, һөмһөҙ булыу, һөмһөҙ йөҙлө. Һөмһөҙ ир. ■ Шура Мансурҙы юллап өс-дүрт мәртәбә төҙөлөшкә килгән һөмһөҙ ҡиәфәтле, ҡул һырттары татуировка менән сыбарланып бөткән бер егет хаҡында һөйләп алып китте. X. Зарипов.
3. диал. Ашамһаҡ, бирән. □ Обжора, һөмһөҙ һыйыр, һөмһөҙ кеше кеуек ҡыланыу, һөмһөҙ мал.
диал. Ауыр кәүҙәле, шөкәтһеҙ, килбәтһеҙ, һупата. □ Неуклюжий (о человеке), һөмһөҙ ҡиәфәтле булып киткән, һөмһөҙ кәуҙәле.
ҺӨМҺӨҘЛӨК (һөмһөҙлөгө) (Р.: бесстыдство; И.: impudence; T.: yüzsüzlük) и.
Оятһыҙлыҡ, әрһеҙлек. □ Бесстыдство, нахальство, непристойность, һөмһөҙлөгөн ҡуймай, һөмһөҙлөк курһәтеу. һөмһөҙлөгө менән шулай ҡылана. ■ Торомтай, был хәбәрҙе ишетеп, улының отҡорлоғона ҡыуанды, Ҡотлоғужаның һөмһөҙлөгөнә йәне көйҙө. Н. Мусин. Биксәнтәй асыҡтан-асыҡ һөмһөҙлөккә кусте. И. Ноғманов.
ҺӨМҺӨҘЛӘНЕҮ (һөмһөҙлән-) (Р: нахальничать; И.: be insolent; T.: küstahlaşmak) ҡ.
һөмһөҙ булыу, оятһыҙ, тартыныуһыҙ ҡыланыу. □ Нахальничать, һөмһөҙләнеп китеу. һөмһөҙләнеп йөрөу. ш Кеше шашҡандан-шаша, һөмһөҙләнә. Р. Камал. Хәбибуллиндың торған һайын тупаҫлана һәм һөмһөҙләнә барыуы һәм төптө юҡ һуҙҙәр һөйләуе Маһираны аптырашта ҡалдырҙы. X. Ғиләжев.
ҺӨМҺӨК (Р: скрытный; И.: secretive; clandestine; T.: sinsi) с. диал. ҡар. аҫтыртын.
Уй-ниәтен һиҙҙермәй, йәшерен эш итеүсән. □ Скрытный, һөмһөк холоҡло булыу. Һөмһөк кеше менән һуҙ ҡуйышма. Уның һөмһөк әҙәм икәнен кем белмәй. ■ Юныс уҙ биләмәләренә ҡабаланды, ләкин уны тыуған илендә Мәскәу батшаһының һөмһөк хатын алған Исмәғил көтөп тора ине. М. Ямалетдинов. Мырҙанан бындай һөмһөк ғәмәлде көтмәгән йыйын халҡы бер ауыҡ ауара хәлендә ҡалды. М. Ямалетдинов.
ҺӨМҺӨР (Р: выражение лица; И.: facial expression; T.: yüz ifadesi) и.
Кеше йөҙөнөң төҫө, сырайы. □ Выражение лица, облик, обличье, һөмһөрө юҡ. ■ [Кәбән һалғас] кейәүенең йөҙө лә яҡтыра төштө, тәуге көндәрҙәге һөмһөрө бөттө. Т. Ғиниәтуллин. Хужаның һөмһөрө төшөуен куреп, Батыев бөтөнләй шор ебәрҙе. Яр. Вәлиев. Әлибайҙың һөмһөрө һынып, башы түбән эйелде. Ғ. Ибраһимов.
♦ Һөмһөрө ҡойолоу кәйефһеҙләнеп, төҫ үҙгәреү, сырай йәмһеҙләнеү. □ Нахмуриться. М [Дамир:] Нимә, гел генә һөмһөрөм ҡойолоп йөрөргә тейешме ни? Ф. Аҡбулатова. Дошмандың йыртҡыслығын ишеткән һайын, Рамазан, һөмһөрө ҡойолоп, Федотовты ҡыҫымға алды. Ә. Хәкимов. Сәйетгәрәй генә, күрәһең, һаман онота алмай, килеүсене күреү менән һөмһөрө ҡойолдо. Р. Байымов.
ҺӨМҺӨРӘҮ (һөмһөрә-) (Р: нахмуриться; И.: frown, become gloomy; T.: somurtmak) ҡ.
Кәйефһеҙләнеп төҫ үҙгәреү, сырай боҙолоу.
□ Нахмуриться. Һөмһөрәп йөрөу. һөмһөрәп тороу. ■ Һәр ҡайһыһы һөмһөрәгән, хәлдән тайған, теләр-теләмәҫ кенә ҡалаҡ күтәрә. А. Таһиров.
ҺӨМӘЙ (Р: бородатая неясыть; И.: Siberian gray owl; T.: büyük gri baykuş) и. зоол.
1. Күгәрсендән бәләкәйерәк, мөгөҙлө ҡош.
□ Бородатая неясыть (лат. Strix nebulosa). Һемәй күреү. Һемәй ҡанаты.
2. миф. Изгеләштерелгән мөгөҙлө ҡош. □ Хумай (рогатая священная птица). Һемәй күләгәһе, һөмәй мөгөҙөнә элеу. • һәр кемдең уҙ һөмәйе бар. Әйтем.
ҺӨМӘЙҒӨШ и.
1. зоол. ҡар. һөмәй 1. Һөмәйғош ояһы. Һө-мәйғош балалары.
2. миф. ҡар. һөмәй 2. Һөмәйғошҡа ышаныу, һөмәйғош - ул бик куп халыҡтар мифологияһында урын алған мифик ҡош. ■ Һөмәй-ғоштоң күләгәһе кемгә төшә, шул бәхетле була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺӘНӘР [фарс. jSa] (Р: ремесло; И.: trade; handicraft; T.: hüner) и.
1. Билдәле бер эш, шөғөл әлкәһе. □ Ремесло, профессия. Яҡшы һәнәргә эйә булыу. Кәрәкле һәнәргә өйрәнеү. Үҙең өсөн файҙалы һәнәр белеү. Төп һәнәр. Ата-бабанан ҡалған
584