ҺӨНӘРСЕЛЕК
һәнәр. Һәнәр эйәһе. ■ Трофим бабай баҡырсы һәнәрен әйрәнә һәм ғүмерен ошо эшкә сарыф итә. И. Абдуллин. Кәрзин үреү һәнәрен Булатҡа былтыр йәй ауылда ял иткәндә олатаһы өйрәткәйне. Р. Байбулатов. • Ата һәнәре - балаға мираҫ. Әйтем. Егет кешегә етмеш тәрлө һәнәр ҙә аҙ. Әйтем. Бармағыңа аң килһә, һәнәреңә дан килер. Әйтем. Ир һәнәре эш булыр. Мәҡәл.
2. Билдәле бер оҫталыҡ, махсус күнекмә талап иткән эш, хеҙмәт. □ Промысел, һәнәр менән көн күреү. Ағас эшкәртеү һәнәре. Быйма баҫыу һәнәре. ■ Ярлы-ябағаның .. шаҡтай ҙур өлөшө һәнәр менән көн күрә: ике-өс кеше ҡушылып таҡта яра, дегет ҡайната, һалабаш һала, күнәк, тәпән яһай, септә, ҡап һуға. Ғ. Ғүмәр. • Өйрәнә белеү - үҙе бер һәнәр. Әйтем. Һәнәре бар асҡа үлмәҫ. Мәҡәл. Һәнәре бар хур булмаҫ. Әйтем.
3. Билдәле бер нәмәгә булған тәбиғи һәләт, талант. □ Талант, способность, һәнәр күрһәтеү. Таҡмаҡ әйтеү һәнәре. Йыйында йә һабантуйҙарҙа һәр кемдең бығаса билдәһеҙ һәнәре асыла. И Ҡыҙҙар артынан егеттәр, егеттәр артынан тағы ҡыҙҙар, берәм-берәм түңәрәккә сығып, үҙ һәнәрҙәрен күрһәтте. К. Мәргән. • һәүәҫкәр һәнәр арттырыр. Әйтем.
4. Нимәнелер эшләй белеү оҫталығы, һәләте (балаға һәм хайуандарға ҡарата). □ Умение. Бәләкәй балалар үҙ һәнәрҙәрен күрһәтеп ҡалырға тырыша. Сабыш аттарының һәнәрҙәре. Һунар эте байтаҡ һәнәрҙәргә өйрәтелгән. * Коновод .. уның [аттың] һәнәрҙәрен күрһәтте. Ҡыҙыҡ инде: «ят!» тиһәң, ята, «тор!» тиһәң, тора. С. Әлибаев.
ҺӘНӘРЛЕ (Р.: владеющий каким-л. ремеслом; И.: versed in a handicraft; T.: hünerli) с.
Ниндәй ҙә булһа бер һәнәргә эйә булған, һәнәре булған. □ Владеющий каким-л. ремеслом. Һәнәрле кеше. • һәнәр - һәнәрле ҡулында ғына һәнәр, һәнәрһеҙ ҡулында - түмәр. Әйтем.
ҺӨНӘРМӘН I (Р: мастер; И.: expert; maestro; foreman; T.: hünermend) и.
Һәнәр эйәһе, һәнәрле кеше. □ Мастер, мастер на все руки. / Мастерский. Ауыл һөнәрмәндәре. Я Тау һелкетеп бейей егеттәр,.. әле көрәшселәр алыша, әле һөнәрмәндәр ярыша.
С. Кулибай. Тамъян волосына ла төрлө һөнәрмәндәр байтаҡ йыйылғайны. Н. Мусин. Ишетеүебеҙсә, бик һөнәрмән, һил холоҡло, киң күңелле халыҡ икән. Ә. Хәкимов.
ҺӨНӘРМӘН II и. ҡар. һәнәрсе 1. Я Һөнәрмәндәр - тире иләүселәр, итек тегеүселәр, көршәк әүәләүселәр. Б. Рафиҡов. Арала уҡымышлы кешеләре осрай, һәр төрлө һөнәрмәндәре күп. Ә. Хәкимов.
ҺӘНӘРСЕ (Р: ремесленник; И.: craftsman; T: zanaatçı) и.
1. Үҙенә башҡа күнекмә, оҫталыҡ талап иткән бер эш менән шөғөлләнгән кеше. □ Ремесленник. Тәжрибәле һәнәрсе, һәнәрсе булыу. Я Бөрйәндәр үрсей, ҡалалары үҫә, һөнәрселәр арыу-талыу белмәй, сауҙа киңәйә. Б. Рафиҡов. • Сәсәндең һүҙе уртаҡ, һөнәрсенең ҡулы уртаҡ. Әйтем.
2. һөйл. Һөнәрселек мәктәбе уҡыусыһы. □ Ремесленник, воспитанник профессиональной школы. Һөнәрселәр мәктәбен тамамлау. Һәнәрсе булыу. Я Хәмит һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, атаһы кеүек үк, токарь булыу өсөн һөнәрселәр мәктәбенә инергә иҫәпләне. М. Садиҡова.
3. һөйл. Ниндәй ҙә булһа эштең барлыҡ серҙәрен белеп, нәзәкәтлек, оҫталыҡ менән башҡарыусы; оҫта. □ Мастер, һөнәрсегә әйләнеү. Ысын һәнәрсе кимәленә күтәрелеү. Оҫта һәнәрсе. Я Һөнәрсене иң бошондорған нәмә Өйрәнсектең теге тупаҫ балсыҡ көршәктәре булған. 3. Биишева. Сәмәндәр хан иң оҫта һөнәрселәрҙе үҙ ҡашына саҡырған. Б. Рафиҡов. Оҫта һөнәрселәрҙең ҡулына күҙ эйәрмәй. Ә. Хәкимов.
ҺӨНӘРСЕЛЕК I (һөнәрселеге) (Р: мастерство; И.: mastery; T.: zanaat) и.
Айырым күнекмә, оҫталыҡ талап иткән төрлө эш әлкәһе. □ Мастерство, ремесло. Я [Ялҡынбай - Әсфәндиәргә:] Бөрйәндәрҙең төп шөғөлдәре - һөнәрселек, сауҙа. Мал аҫрайҙар, иген сәсәләр. Б. Рафиҡов. Башҡорттарҙың балаларын уҡытыр өсөн ауылдарҙа ул [генерал Перовский] мәктәптәр һалдыртты, .. кешеләрҙе төрлө һөнәрселек эшенә өйрәтергә ҡушты. Я. Хамматов.
ҺӨНӘРСЕЛЕК II (Р: профессиональный; И.: professional; T.: mesleki) с.
585