Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 586


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӨНӘР-ҮНӘР
Ниндәйҙер һәнәргә эйә булыу йүнәлешендәге, махсус профессияға ҡағылышлы. □ Профессиональный. Һөнәрселек мәктәбе. Һөнәрселек училищеһы. ■ Мәктәп һөнәрселек училищеһына уҡыусылар ебәрергә тигән күрһәтмә алды. Ф. Чанышева. Сәлим һигеҙен-сенән һуң һөнәрселек училищеһына кергән, эшләй башлағас, туғандарына ярҙам иткән. Г. Яҡупова.
ҺӨНӘР-ҮНӘР (Р.: всякое мастерство; И.: workmanship; T.: hünerler) и. йыйн.
Төрлө һәнәр. □ Всякое мастерство, всякие ремёсла. Ҡарттарҙан ҡалған һөнәр-үнәрҙәрҙе өйрәнеү. Төрлө һөнәр-үнәр үҙләштереү.
ҺӨНӘРХАНА [фарс. gjlk + ] (Р: ма-
стерская; И.: workshop; T.: yapımevi) и.
Ниндәй ҙә булһа махсус һәнәр башҡарыла торған бина. □ Мастерская. Асҡыстар эшләтеп алыу һөнәрханаһы. Итек төпләтеү һөнәрханаһы. Аяҡ кейемдәрен йүнәтеү һәнәр-ханаһы. Мәктәп һөнәрханаһы. Шәхси һәнәр-хана. Пәрҙәләр тектереү һөнәрханаһы.
ҺӘНӘРҺЕҘ (Р: не владеющий каким-л. ремеслом; И.: without skill; T: hünersiz) с.
1. һәнәре булмаған, һәнәргә эйә булмаған.
□ Не владеющий каким-л. ремеслом. ■ Һәнәре бар күрһәтә үҙ һәнәрен, һөнәрһеҙҙәр күрһәтәләр үҙҙәрен. М. Кәрим. • һәнәрһеҙ кеше - бәхетһеҙ кеше. Әйтем, һәнәрһеҙ кеше көн күрмәҫ. Мәҡәл. һәнәрһеҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош. Әйтем.
2. күсм. Эш мәғәнәһе белмәгән, булдыҡһыҙ.
□ Неумелый, неспособный, һәнәрһеҙ ҡуллы. • һәнәрһеҙ тырышты күрә алмаҫ, эшләп оҙаҡ түҙә алмаҫ. Мәҡәл.
ҺӨҢГӨ (Р: копьё; И.: javelin; gavelock; T.: süngü) и.
1. Оҙон һаплы, тимер осло боронғо яу ҡоралы. □ Копьё, пика, һөңгө менән сәнсеү, һөңгө менән һунар итеү. Һөңгөгә ҡаҙалыу. Ике һөңгө буйы ара. ■ Урманлы яҡтарҙа ағастан тирмә кирәгәләре, һөңгө һаптары, эйәрҙәр, биҙәкле һауыт-һаба яһайҙар. Ә. Хәкимов. Ике ғәскәр ҙә ҡылыс, һөңгө, хәнйәр, ҡалҡан менән ҡоралланған. Ғ. Хисамов. Яйыҡ батыр хәүеф барын һиҙенгән, ат тотоп йүгәнләгән, һол һөңгөһөн һаплаған, ҡылыс, хәнйәр ҡайраған. «Иҙел менән Яйыҡ».
2. миф. Металл һәм осло предмет булараҡ һаҡлау функцияһына эйә ҡорал. □ Копьё
(как металлический предмет, имеет обе-режную силу). Тирмә алдына һөңгө ҡаҙап ҡуйыу. Һөңгөгә һуйған эре малдың баш һөйәген элеү.
ҺӨҢГӨЛӘНЕҮ (һөңгөлән-) (Р: пускать стрелки (о растениях); И.: shoot out; T: filizlenmek) ҡ. диал.
Һабаҡ ебәреү. □ Пускать стрелки (о растениях). Йыуа һөңгөләнгән, ҡаты хәҙер. Һуған һөңгөләнгән.
ҺӨҢРӘТӘЙ и. диал. ҡар. һуҙмаҡай, һөң-рәтәйҙең бер аяғын баҫҡансы, икенсеһен эт ашай.
ҺӨПӨП и. диал. ҡар. һөҙһөт. Һөпөп тауышы. һөпөп ояһы. Инә һөпөп. Ата һөпөп. һөпөп бала сығарған мәл.
ҺӨПӨСӨК (Р: опа!; И.: zoink!; Т: һор!) ымл.
Йәш баланы һикерткәндә таҡмаҡлап әйтелә. □ Опа! Опля! (междометие, выражающее радость, подбадривание при подкидывании вверх младенца, ребёнка). Һөпө-һөпө, һөпөсөк, ҡайҙа минең бәпесем.
ҺӨПӨСӨКЛӘҮ (һөпөсөклә-) (Р: причитать при подкидывании вверх младенца; И.: ululate; T: hoplamak) ҡ.
1. Йәш баланы һамаҡлап һикертеү. □ Причитать при подкидывании вверх младенца. Ихлас һөпөсөкләү, һөпөсөкләй башланы, һөпөсөкләп тороу.
2. күсм. Баланы саманан тыш иркәләтеү.
□ Слишком сильно баловать (ребёнка). Үтә ныҡ һөпөсөкләү. Гел һөпөсөкләп тороп баланы мыжыҡҡа өйләндергәндәр.
ҺӨР I (Р: вяленый; И.: air-dried; charqued; T.: havada kurutulmuş et) c.
Көҙҙән яҙға тиклем елдә ҡаҡланған; ҡаҡ (иткә ҡарата). □ Вяленый. Юлға һөр ит менән кәлсә һалып алыу. Һөр ит ашау. Һөр ит кимереү.
ҺӨР II (Р: уют; И.: coziness; T.: rahatlık) и. диал.
Күңелгә кинәнес, рәхәтлек биргән сифат; йәм, нур, ҡот. □ Уют, благоустроенность. Өйөнөң һөрә юҡ. • Ирле кеше - һөрлө кеше. Әйтем.
ҺӨРГӨ (Р: струг; И.: adz; T.: rende) и.
1. Ағасты һөжөрөп таҙарта торған ҡорал.
□ Струг (инструмент для очистки ствола де-
586