ҺӨРЛӨГӨШӨҮ
рева от коры). һөргө менән ағас әрсеү, һөргө менән имәнде ҡайырынан таҙартыу, һөргө менән ерек ҡабығын әрсеү.
2. диал. Ейеткән тирене ҡыра торған ҡорал; ирәк. □ Скребок (для обработки кожи при дублении). Һөргө менән тире ҡырыу. Һөргө менән шымартыу.
3. диал. Тәпән, умарта кеүек нәмәләрҙең эсен ҡырып таҙарта торған ҡорал исеме. □ Скребок (для очистки внутренней поверхности ульев и т. п.). Тәпәндең эсен һөргө менән һөрөп таҙарталар. Умарта эсен һөргө менән ҡырып таҙартыу.
ҺӨРГӨН (Р.: ссылка; И.: exile; T: sürgün) и.
Ғәйепләнгән кешене алыҫ төпкөлгә ебәреү язаһы һәм шул язаны үткәргән урын. □ Ссылка, изгнание. Ғәйепһеҙгә һөргөнгә оҙатылыу. Себергә һөргөнгә ебәреү, һөргөндән ҡайтыу. Һөргөн ғазабы кисереү. ■ Григорийҙың алыҫ Нарымский крайына һөргөнгә оҙатылыуына ла оҙаҡламай дүрт йыл тула. Һ. Дәүләтшина. Буранбай ҙа һөргөн китеү менән баҫылыр микән илдең ирҙәре. Халыҡ йырынан.
ҺӨРГӨНСӨ (Р.: ссыльный; И.: cast-off; sent into exile; T: sürgün) и.
Һөргөндәге кеше. □ Ссыльный, һөргөнсөләр күмелгән урын. Сәйәси һөргөнсө. ■ Яманатлы Рогервикка тәүгеләрҙән аяҡ баҫыр һөргөнсө башҡорттар. Ғ. Хөсәйенов. Ике һөргөнсө бер-береһен тиҙ аңлайҙар. Ә. Чаныш.
ҺӨРГӨС I (Р: рыхлитель; И.: ripper; Т.: sökücü) и.
1. һөйл. Нимәнелер ышырып өйә торған ҡорамал. □ Рыхлитель, толкатель (о приспособлениях и машинах). Ҡар һөргөс таҡҡан тракторҙар. Ҡом һөргөс. Балсыҡ һөргөс. Ер һөргөс.
2. диал. ҡар. һөргө 2. Тирене һөргөс. Тирене иләгәс, һөргөс менән ҡырыу.
ҺӨРГӨС II (Р: якорь плота; И.: armature; T: sal demiri) и. диал.
1. Һал якоры. □ Якорь плота. Һөргөс һалып, һалды йылға уртаһында туҡтатыу. Һал һөргөсөн һыуға төшөрөү.
2. ҡар. һуҡа ҡырғысы, һөргөс менән һуҡаның ҡатҡаҡ тупраҡтарын таҙартыу. Тығылған сүп-сар ҡатыш тупраҡты һөргөс менән ҡырып төшөрөү.
ҺӨРГӨСЛӘҮ (һөргөслә-) (Р: сгребать;
И.: cover with furrows; T: sökmek) ҡ.
1. һөргөс менән ышырып өйөү. □ Сгребать. Ҡарҙы һөргөсләү. Ҡом һөргөсләү.
2. диал. Тегеләй-былай йырмаслау. □ Избороздить, изрезать. Юлды һөргөсләү. Һабан менән һөргөсләү, һөргөсләп бөтөү.
ҺӨРҘӨРӨҮ (һөрҙөр ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һөрөү, понуд. от һөрөү. Ерҙе һөрҙөрөү. ■ Кәмә мороно тулҡын ыңғайына ҡом һөрҙөрөп һөҙәк ярға килеп ҡаҙалды. Ф. Иҫәнғолов. Арсланов, бөтә тырышлығын һалып, колхоздарҙың көтөүлектәрен, сабынлыҡтарын һөрҙөрә башланы. Д. Исламов.
2. күсм. диал. Ныҡ итеп ышырыу; әрләү.
□ Ругать. Барыбыҙҙы хужанан ҡаты шелтә менән һөрҙөрҙө.
ҺӨРҘӘҮ (һөрҙә-) (Р: обнюхивать; И.: sniff; smell; T: koklamak) ҡ. диал.
Тегенән-бынан еҫкәү, еҫкәнеү. □ Обнюхивать. Эт һөрҙәп йөрөй. Эт һөрҙәп сығып китте.
ҺӨРИТ и. диал. ҡар. һөрһөгән ит. Һөрит ҡаҡлау, һөрит менән тамаҡ ялғау. Мул итеп юлға һөрит һалған.
ҺӨРКӘ (Р: бурый (о масти); И.: bay; Т: boz) с.
Ҡуңыр төҫтәге (малға ҡарата). □ Бурый (о масти). Һөркә бәрәс. Һөркә йәйләүес. Һөркә бәрән. Һөркә ҡолон.
ҺӨРЛӨГӨҮ (һөрлөк-) (Р: спотыкаться; И.: stumble; T: sürçmek) ҡ.
1. Барған ерҙән нимәгәлер эләгеп йығыла яҙып ҡалыу; абыныу. □ Спотыкаться, оступаться, споткнуться. Һөрлөгөп йығылыу. ■ Күк толпар һөрлөгөп китеп, Маянһылыу осоп төшөп ҡалған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Ҡеше түгел, дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә. Мәҡәл.
2. күсм. Тормошта, эштә хаталаныу. □ Спотыкаться, отступаться. К [Кунаҡҡол:] Ҡара, ҡыҙыҡай, .. минең авторитет менән шаярма, һөрлөгөрһөң. X. Ғиләжев.
3. миф. Уңышһыҙлыҡ һәм кире семантика менән бәйле мифлаштырылған хәрәкәт.
□ Спотыкаться. ■ Гел һөрлөгөп йөрөгән кешегә тышау ҡырҡыу йолаһы үткәрелә. Ф. Хисамитдинова.
ҺӨРЛӨГӨШӨҮ (һөрлөгөш ) (Р: двигаться гурьбой, скопом; И.: rattle past; T: hürya etmek) ҡ.
587