ҺӨРЛӨКТӨРӨҮ
1. Өйкөлөшөп, эркелешеп бер-береңә тейеп бергә ашығыу. □ Двигаться гурьбой, скопом. Һөрлөгөшөп килеп сығыу. Халыҡ һал тотмаға һөрлөгөшөп сыға. М Тай-тулаҡтар йылҡылдашып, һөрлөгөшөп, тауҙан тауға сабып йөрөр ине. Н. Мусин.
2. урт. ҡар. һөрлөгөү 1. взаимн. от һөрлөгөү 1. Һөрлөгөшөп китеу. Ташлы ергә сыҡҡас, малдар һөрлөгөшә башланы.
ҺӨРЛӨКТӨРӨҮ (һөрлөктөр-) ҡ. йөкм. ҡар. һөрлөгөү, понуд. от һөрлөгөү. Һөрлөктөрә яҙыу. Һөрлөктөрөп ебәреу. Һөрлөктөрөп алып барыу, һөрлөктөрөп йығыу. ■ Беҙ уларҙың ат кеуектәрен дурт яҡҡа һөрлөктөрөп йығабыҙ, һ. Дәүләтшина. [Саҡай уҙ алдына:] Ҡайһылай булһа ла, теҙ аҫтына һуғып, Тимерҙе тиҙерәк һөрлөктөрөргә кәрәк. Б. Бикбай.
ҺӨРМӘ [фарс.<о^ I (Р.: сурьма; И.: surma; T.: sürme) и.
1. Химик элемент; мурт аҡ металл (техникала, медицинала ҡулланыла). □ Сурьма. / Сурьмяный, һөрмә ташы. һөрмә әсемәһе.
2. Ҡаш-керпекте ҡарайта торған буяу. □ Сурьма. Һөрмә тартыу. Һөрмә буяу. Һөрмә яғыу. ■ Ҡашың ҡара, ҡашың ҡара, һөрмә тартҡанһың, буғай. Халыҡ йырынан. [Мөслимә] сумкаһындағы крем-пудраларын, һөрмәләрен сығарып, бер аҙ ғына биҙәнеп тә алғас, ул бермә-бер яғымлыланды. М. Садиҡова. Бит остарын кисәге һымаҡ ҡыҙылға буяп, куҙ төптәренә күкһел һөрмә тартып ебәргән Резеда. Р. Байбулатов. [Хөббөниса] кершән яҡты, күҙенә һөрмә тартты, битенә ҡыҙыл буяп ебәрҙе. Р. Ғабдрахманов.
ҺӨРМӘКЛӘТЕҮ (һөрмәкләт-) ҡ. ҡар. һөйрәкләтеү. Һөрмәкләтеп алып барыу. Һөрмәкләтә башлау. □ Ҡайҙа барырға белмәй аптырап торғанда, .. еңгәң менән икебеҙҙе һөрмәкләтеп алып барып, алға уҡ ултыртып ҡуйҙы [Таймаҫ]. Ғ. Дәүләтшин. Ике малай, аҡ һарыҡтың муйынына еп бәйләп, һөрмәкләтеп алып килеп, лапаҫ аҫтына бағанаға бәйләнеләр. Һ. Дәүләтшина.
ҺӨРМӘКЛӘҮ (һөрмәклә-) ҡ.
1. ҡар. һөрлөгөү 1,2. Һәрмәкләп китеу. Һәрмәкләп барып ҡолап китеу. Ҡапыл һәрмәкләне.
2. ҡар. һөрөү. Һәрмәкләп сығыу. Юлды һәрмәкләп бөтөу. Ары-бире юлға һалған ҡарҙы
һәрмәкләне. ■ Ағастарҙың төпһәләренә тиклем бульдозерҙар менән аҡтара тарттырып, һәрмәкләп өйҙөләр, яндырҙылар. Ш. Янбаев.
ҺӨРМӘКЛӘШЕҮ I (һөрмәкләт-) ҡ. урт. ҡар. һөрмәкләү, взаимн. от һөрмәкләү. Тигеҙһеҙ юлда һөрмәкләшеп киттеләр. Уйламаған ерҙә һөрмәкләттеләр.
ҺӨРМӘКЛӘШЕҮ II (һөрмәкләт-) (Р: схватиться в борьбе; И.: wrestle; T: güreşmek) ҡ. диал. ҡар. көрмәкләшеү.
Ҡулға-ҡул килеп, ҡосаҡлашып, кем еңерҙән алышыу; айҡашыу. □ Схватиться в борьбе, бороться. Һөрмәкләтә башлау. Һөрмәкләшеп тороу. Бер аҙ һөрмәкләтеү. Ҡаты ғына һөрмәкләтеп алыу.
ҺӨРМӘЛЕ (Р: накрашенные сурьмой; И.: made up with surma; T: sürmeli) c.
1. һөрмә буялған. □ Накрашенные сурьмой. һөрмәле ҡаш. Һөрмәле куҙ. И Әлфиә, һөрмәле керпектәрен елпетеп, юлдашына ҡарап алды. Д. Бүләков.
2. кусм. Керпек төбө һөрмә тартҡан һымаҡ ҡарайып торған матур (күҙҙәргә ҡарата). □ Красивые, как накрашенные сурьмой (о глазах). Түп-түңәрәк һөрмәле ҡара күҙҙәр. ■ Сәғүрә еңгә иренең ҡасандыр дала бөркөтө шикелле ҡыйыу ҡарашы менән уҙенең йөрәген дер һелкеткән, әле инде ҡайғылы тынып ҡалған һөрмәле ҡара күҙҙәренә, сөйәлләнеп ҡатҡан ҙур көслө ҡулдарына моңайып ҡарай. 3. Биишева. Беҙҙең колхоз ҡыҙҙары, ҡара ҡашлы, бөҙрә сәсле, һөрмәле куҙҙәре. С. Ҡудаш.
ҺӨРМӘЛӘНЕҮ (һөрмәлән-) ҡ. төш. ҡар. һөрмәләү, страд, от һөрмәләү. Ҡуҙҙәре һәрмәләнгән. Һөрмәләнеп тороу. Куҙе, ҡашы һәрмәләнгән.
ҺӨРМӘЛӘҮ (һөрмәлә-) (Р: сурьмить; И.: dye with surma; T.: sürmelemek) ҡ.
Һөрмә (2) тартыу. □ Сурьмить. Күҙҙе һөрмәләү. Ашыҡ-бошоҡ ҡашын-куҙен һәрмәләне. Я Айбикәлер һылыуҡайҙың исеме, тура килгән исеменә есеме. Тартмаһа ла керпегенә һөрмәләр, ҡарашынан баҙап, телең көрмәлер. М. Ямалетдинов. Битен кершәнләгән, күҙҙәрен һәрмәләгән гимназисткаларҙың [һалдаттарҙы] ҡаршылағандары күренмәй. А. Таһиров.
588