ҺӨРӨМЛӘНЕҮ
ҺӨРӨЛӨҮ I (һөрөл ) ҡ. төш. ҡар. һөрөү
1. страд, от һөрөү 1. Баҫыу яңы ғына һөрөлгән. Ер туңға һөрөлдө. Ялан көҙҙән һөрөлгән булған. ■ Көҙгө һабан һөрөлөп, арыш сәселгән. Ғ. Дәүләтшин. Парға һөрөлгән ер сәселмәй ята. Ә. Байрамов. Баҫыу ере һөрөлөп бөттө, башаҡлы культураларҙы, сәсеу тамамланды. Ә. Бикчәнтәев.
ҺӨРӨЛӨҮ II (һөрөл ) ҡ. төш. ҡар. һөрөү
2. страд, от һөрөү 2. Ауылдан һөрөлөу. Илдән һөрөлөу. Себергә һөрөлөу. ■ [Тәфтишсе - Ғәлиәхмәттән:] Ауылдан һөрөлгән Сәйфетдин кулак менән ҡәрҙәшлегеңде таныйһыңмы? Р. Байрамов. Ирназаровтар Куҙәй тупрағынан һөрөлгән саҡта ул.. Исламғәле ҡарт йортонда тора бирҙе [АбдуловJ. И. Насыри.
ҺӨРӨЛӨҮ III (һөрөл-) ҡ. диал. ҡар. һөрлөгөү. Һыбай барғанда ат һөрөлөп китте. Ҡапыл ғына һөрөлдө лә йығылды.
ҺӨРӨМI (Р.: копоть; И.: soot; T.: kurum) и.
1. Ҡоромло ҡара төтөн. □ Копоть. Шәм һөрөмө. Ҡыуыҡһыҙ янған бишле лампаның һөрөмө, һөрөмгә буялыу. Ҡара һөрөм кутә-релде. Мейестең һөрөмөн алыу. һөрөм таҙартыу. ■ Утлы һөрөм бышҡырып барған ауыр паровоз, һалдат уйҙарын хуплағандай итеп, һуҙып-һуҙып ҡысҡыртты. Ә. Байрамов. Бөтә нәмәне: ҡояшты, йондоҙҙарҙы, кукте ҡара һөрөм баҫҡайны һәм ул һөрөм бер ҡасан да таралмаҫ төҫлө ине. И. Абдуллин. Туптар атыуҙан ҡара һөрөм ауылды ҡапланы. Ғ. Аллаяров.
2. кусм. Нимәнеңдер аң-күңелгә тәьҫир иткән насар шауҡымы. □ Влияние. Дин һөрөмө ялманы. Хәсрәт һөрөмө баҫты. ■ Һуғыш бер нәмә менән дә иҫәпләшмәй, уның уҙ ҡанундары бар, уҙенең ҡара һөрөмө менән миллиондарса йән эйәһенең йөрәген сорнап алған ул. Ғ. Аллаяров.
3. кусм. Күңелдәге ауыр хистең йөҙгә сыҡҡан билдәһе. □ Печаль, скорбь, тоска. Йөҙөн һөрөм баҫҡан. М Колхоз председателенең йөҙөнә дошманға булған асыу, нәфрәтенең һөрөмө сыҡҡан. Ғ. Аллаяров. Һөнәрсенең әле генә өмөтләнеп, яҡтырып киткән йөҙөнә ҡайтанан һөрөм йугерә. 3. Биишева. Асыуы һөрөм булып йөҙөнә сыҡҡан Желедко, йомош тапҡан булып, Фәтихов янына керҙе. И. Абдуллин.
ҺӨРӨМ II (Р: угар; И.: coal gas; T.: kömür gazı) и.
Яғыулыҡ материалы тулыһынса янып бөтмәгән осраҡта таралған төҫһөҙ ағыулы газ. □ Угар. / Угарный (угарный газ, оксид углерода, монооксид углерода). Һөрөм башка тейҙе. Кумер һөрөмө. Һөрөм сығыу, һөрөмдән иҫереу. Мөрйәләр тартмағанлыҡтан һөрөм газы булмәләргә таралған. ■ һөрөм газы -мәкерле һәм бик көслө ағыу. Уның еҫе лә, төҫө лә юҡ. «Таң», 23 декабрь 2011.
ҺӨРӨМ III и. ҡар. һөмһөр. Һөрөмө ҡасҡан. ■ [Әмирханов] сәғәт дурттәр самаһында ҡобараһы осоп, битенең һөрөмө ҡойолоп килеп инде. С. Агиш.
ҺӨРӨМ ЕҪЕ (Р: угарный запах; И.: carbon monoxide smell; T: karbon monoksit) u.
Яғыулыҡ материалы тулыһынса янып бөтмәгәндән таралған төҫһөҙ ағыулы газ еҫе. □ Угарный запах, һөрөм еҫе сыға. Һөрөм еҫе таралды. Һөрөм еҫенә иҫереу. Һөрөм еҫенән аң юғалтыу.
ҺӨРӨМЛӨ (Р: испачканный копотью; И.: soot smeared; T: kurumlu) c.
1. Һөрөмө (I, 1) булған, һөрөм буялған, һөрөм һеңгән. □ Испачканный копотью, в копоти. Һөрөмлө ҡул. Һөрөмлө кейем.
2. кусм. Ҡараңғы, күңелһеҙ, кәйефһеҙ. □ Хмурый, печальный, һөрөмлө сырай.
ҺӨРӨМЛӘНДЕРЕҮ (һөрөмләндер-) (Р: нахмуриться; И.: frown; T.: somurtmak) ҡ.
һөрөмлөгә әйләндереү, һөрөмлө итеү. □ Нахмуриться. Йөҙҙө һөрөмләндереу. Яғымлы ҡарашын һөрөмләндерҙе.
ҺӨРӨМЛӘНЕҮ I (һөрөмлән-) (Р: коптиться; И.: become smoke-dry; T: kurumlanmak) ҡ.
1. Һөрөм сығарыу, һөрөмлө булыу. □ Коптиться. һөрөмләнеп тора. Һөрөмләнә башлаған. Шәм ҡыуығы һөрөмләнгән. ■ Өҫтәлдәге етеле лампаның ҡыуығы һөрөмләнә башланы.
3. Ураҡсин. Айнурҙың әсәһе шәмдең филтәһен юғарыраҡ кутәргәйне, шәм һөрөмләнеп яна башланы, өйгә кәрәсин, сепрәк еҫе таралды. Н. Мусин.
2. кусм. Ҡараңғы, күңелһеҙ төҫ алыу; ҡараңғыланыу. □ Темнеть, печалиться. Сырай һөрөмләнеу. Һағыш менән һөрөмләнеу. Йөҙө һөрөмләнде. Караштары һөрөмләнеп
589