ҺӨРӨМЛӘНЕҮ
тора. ■ Әле генә салт аяҙ, көләс булып торған зәңгәр кук йөҙө һөрөмләнде. 3. Биишева. Ҡояштың йөҙө һөрөмләнде. Яр. Вәлиев. Гөлсөмдөң шатлыҡлы йөҙө, аяҙ көндө болот ҡаплаған һымаҡ, ҡапыл һөрөмләнде. М. Садиҡова.
ҺӨРӨМЛӘНЕҮ II (һөрөмлән ) (Р.: покрываться мглой; И.: haze; T.: dumanlanmak) ҡ. диал.
1. Күтәрелгән эҫе һауа тулҡын-тулҡын булып томанланып болот һымаҡ күренеп тороу; томан менән ҡапланып тороу; томанланыу монарланыу □ Покрываться мглой. Тау башы һөрөмләнгән. Буран һөрөмләнеп килә.
2. Күренер-күренмәҫ булыу □ Быть едва заметным. Ҡояш һөрөмләнеп тора. Ай һөрөмләнгән. Һөрөмләнгән кук көмбәҙендә тегендә-бында йондоҙҙар емелдәй.
ҺӨРӨМЛӘҮ (һөрөмлә-) (Р.: коптить; И.: cure; soot; T.: islemek) ҡ.
1. Һөрөмлөгә әйләндереү, һөрөмлө итеү. □ Коптить. Һауа һөрөмләу. һөрөмләп бөтөу. Быяланы һөрөмләу. Быҫҡып янған ут аҡ мейесте һөрөмләй башланы. ■ Бинаның уртаһында .. бина эсен яҡтыртыуға ҡарағанда куберәк һөрөмләп ултырған етем гильза һерәйеп тора ине. Ш. Бикҡол.
2. кусм. Күңелһеҙ тәьҫорат ҡалдырыу кәйефте ҡырыу. □ Опечалить, испортить настроение. М Баҡсала ятҡан хазина шомлоғо, ер аҫтынан сыҡҡан ҡара быу һымаҡ, әле генә балҡып торған куңелемде һөрөмләп, кәйефемде төшөргәйне инде. Р. Вәлиев.
ҺӨРӨНДӨ I (Р: пахотный; И.: arable; Т.: ekilebilir) с.
һөрөп, иген сәсә торған. □ Пахотный, һөрөндө баҫыу, һөрөндө ҡырҙар. Һөрөндө ҡатламын тәрәнәйтеу. ■ Ҡактубә бригадаһында һөрөндө ер бик әҙ, .. куберәк сабынлыҡ та мал көтә торған сиҙәм ер. Ә. Вәли.
ҺӨРӨНДӨ II (Р: пашня; И.: tilled terrain; T.: sürülmüş toprak) и.
Һөрөп, иген сәсә торған ер. □ Пашня. Ҡөҙгө һөрөндө, һөрөндө уртаһындағы кул. Байтаҡ һөрөндө һөрөлмәй ҡалған.
ҺӨРӨНДӨРӨҮ (һөрөндөр ) ҡ. йөкм. ҡар. һөрөнөү, понуд. от һөрөнөү. Малды шәп ҡыуып һөрөндөрөу. Атты һөрөндөрөу. Тигеҙ ерҙә һөрөндөрөу.
ҺӨРӨНКӨ (Р: смуглый; И.: swarthy; Т.: esmer) с.
Ҡараға тартым, ҡарағусҡыл (тән төҫөнә ҡарата). □ Смуглый. Һөрөнкө битле. Һөрөнкө тәнле. Ҡара һөрөнкө йөҙлө кеше. ■ Мыр-ҙабайҙың итләс ҡара һөрөнкө йөҙөнә ҡурҡыу ҙа, укенеу ҙә сыҡманы. Р. Байымов. Ҡупшы ҡола атта сәсе ҡояшта уңған Лоҡман менән былай ҙа һөрөнкө йөҙө ҡара көйгән Саҙрый килеп туҡтаны. А. Абдуллин.
ҺӨРӨНКӨЛӘНЕҮ (һөрөнкөлән-) (Р: сереть; И.: appear gray; T.: hüzünlenmek) ҡ.
Күңелһеҙ, ҡараңғы төҫ алыу □ Сереть, темнеть. Һөрөнкөләнеп китте. Йөҙө һөрөнкөләнде. ■ [Бикҡужаның] ҡаштары төйөрөлөп, асыҡ сырайы һөрөнкөләнде. Т. Килмөхәмәтов.
ҺӨРӨНКӘК (Р.: часто спотыкающийся; И.: oft stumbling; T.: sık sık topallayan ) c.
Йыш һөрлөккән. □ Часто спотыкающийся. һөрөнкәк мал. һөрөнкәк һыйыр, һөрөнкәк бала.
ҺӨРӨНӨҮ (һөрөн-) ҡ. ҡар. һөрлөгөү. һөрөнөп китеу. һөрөнөп ҡуйҙы. Ҡапыл һөрөндө. М Саша, хәлһеҙләнеп, барған һайын куберәк һөрөнә башланы. Ә. Бикчәнтәев. • Дурт аяҡлы ат та һөрөнә. Әйтем. Яңылышмаҫ яңаҡ булмаҫ, һөрөнмәҫ тояҡ булмаҫ. Әйтем.
ҺӨРӨНӨҮ ӘПСЕНЕ (Р: заговор от спотыкания; И.: spell against stumbling; T.: büyü sözleri) и. миф.
һөрөнгән кешене имләгәндә әйтелгән дауалау һүҙе. □ Заговор от спотыкания, һөрөнөу әпсенен бышылдап әйтеу. Һөрөнөу әпсенен бер нисә ҡат ҡабатлау. ■ һөрөнөу әпсенен әйтеп, тышау киҫәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺӨРӨНТӨ I и. ҡар. һөрөндө II. Яҙғы һөрөнтө. Көҙгө һөрөнтө. Бер нисә тиҫтә һөрөнтө ятып ҡалған, һөрөнтө өҫтөн тырматыу. S Иң һәйбәт сабынлыҡтар, һөрөнтө ерҙәр, урман, кулдәр, туғайлыҡтар тартып алына. Р. Байымов. Тегендәге әрәмәлек тә тик улар [Батыр менән Ҡаһымбай] арҡаһында йөҙ проценты менән һөрөнтөгә әйләндерелде. И. Ғиззәтуллин.
ҺӨРӨНТӨ II (Р: мусор, принесённый водой; И.: high water litter; T.: suyun getirdiği çöpler) и. диал.
Һыу менән ағып килгән сүп-сар. □ Мусор, принесённый водой. Баҡса артын һөрөнтөнән
590