Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 591


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӨРПӨЛДӘТЕҮ
таҙартыу. Һөрөнтөнө сүплеккә түгеү. Ташҡын һыу урамға теләһә ниндәй һөрөнтө ҡалдырып китте.
ҺӨРӨҮ I (һөр-) (Р.: пахать; И.: plough; Т.: sürmek) ҡ.
1. һуҡа-һабан менән ер өҫтөн аҡтарып йомшартыу. □ Пахать, распахивать. // Вспашка, пахота. Сәсеүлекте һөрөү. Киң баҫыуҙы һөрөп сығыу. Һабан һөрөү. Пар һөрөү. Туңға һөрөү. Тәрән итеп һөрөү. ■ Арыш сәселәсәк ерҙе яңынан һөрөргә тура килде. С. Агиш. Йәй буйы Шакир байҙың хеҙмәтсеһе менән уның һабанын һөрҙөм. М. Ғафури.
2. ҡар. һөжөрөү. Ер өҫтөнән һөрөү. S Ул [Сәхи] биҙрәнең ал яғынан көйәнтә башындағы тимер ырғаҡты ҡомға батырҙы ла ҡаршы һөрөп килтерә башланы. И. Ғиззәтуллин. Туры айғыр .. түше менән ерҙе һөрөп шылыша, алғы аяҡтарына баҫырға итә. Т. Килмөхәмәтов.
3. миф. Ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлау, һаҡланыу ысулы булараҡ ерҙе тәрән итеп, кеше һәм мал кереп-сығып йөрөмәҫлек булғансы, 40 тапҡыр һуҡа-һабан менән йомшартыу. □ Пахать (ритуализированное действие). ■ Мал ауырыуы ҡалҡҡанда ауыл тирәләй бураҙна һөрәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺӨРӨҮ II (һөр-) (Р: ссылать; И.: exile; Т.: sürgüne göndermek) ҡ.
1. Яза рәүешендә алыҫ төпкөлгә оҙатыу, һөргөнгә ебәреү. □ Ссылать, изгонять. // Ссылка, изгнание. Ауылдан һөрөү. Илдән һөрөү. Тыуған ерҙән һөрөү. Себергә һөрөү. ■ Хәллерәктәрҙән һаналһа, Хәбибуллин Һа-ҙыйҙы ике аяғының береһен ергә тейҙермәй Себер һөрөр ине. Р. Камал. Хәллерәктәрҙең мөлкәтен таратып алып, үҙҙәрен ситкә һөрәләр икән тигән шомло хәбәрҙәр ҙә сәселде тирә-яҡҡа. Р. Байымов.
2. Дөрләтеп, ҡыҙыулатып ҡыуыу. □ Двигать, толкать вперёд. Баҫҡыстан һөрөп төшөрөү. Һөрөп сығарыу. Алға һөрөү. ■ Чапаев дивизияһы.. аҡтарҙы һөрөп алып барып, һепереп түкте лә донъя шаулатып ары китте. Һ. Дәүләтшина. Алтынбаев иһә .. гуманизм принциптарын алға һөрә. X. Зарипов.
3. Исемдән һуң килеп, айырым бер хәл-ваҡиғаны белдерә. □ Употребляется после
существительных для обозначения определённого состояния. Ғүмер һөрөү. Тынлыҡ һөрә.
ҺӨРӨҮ III (һөр-) (Р: шлифовать; И.: furnish; burnish; T.: taşlamak) ҡ. диал.
1. Йышыу, шымартыу. □ Шлифовать. Кирбесте һөрөү. Ҡытыршы ерҙәрен һөрөү. Һөрөп шымартыу. Шымартҡансы һөрөү.
2. Йырыу, ағыҙыу. □ Прорыть, һыу һөргән ер. Канау һөрөү. Йырын һөрөп ебәреү, һөрә башлау. * Һыу һөрөп килтергән ағас, сытыр-сатыр йәйҙең-йәй буйы лапы булып ята. Ж. Кейекбаев.
3. Ырыу. □ Пазить. Таҡтаның ситен һөрөп сығыу. Ағас тәпән эшләгәндә, ағастың эсен һөрөп алаһың.
ҺӨРӨҮ ЙОЛАҺЫ (Р: обряд ритуального вспахивания; И.: sort of Bashkir rite; T.: ritüel olarak toprak sürme) и. этн.
Кире көстәрҙән таҙартыу, һаҡлау өсөн үткәрелгән ерҙе йомшартыу йолаһы. □ Обряд ритуального вспахивания. ■ Яңы өй һалғанда, йорт урынын һөрөү йолаһы бар. «Башҡорт мифологияһы»нан. Тиф ауырыуынан һаҡланыу өсөн, ауырыу эйәһе ауылға инмәһен тип, ҡырҡ тапҡыр уратып һөрөү йолаһы булған. Ф. Хисамитдинова.
ҺӨРӨШӨҮ (һөрөш-) ҡ. урт. ҡар. һөрөү
1. взаимн. от һөрөү 1. Ер һөрөшөү. Баҫыу һөрөшөү. Күрше хужалыҡ сәсеүлектәрен һөрөшөү. К [Искәндәр бабай - Мөхәммәт ағайға:] Ғәпкәбир һөрөшөр ҙә,.. кәрәк тапһа, ҡәбергә лә керетешер. Р. Ғабдрахманов.
ҺӨРП (Р: хлёп!; И.: surp!; T.: höpür!) оҡш.
Шыйыҡ нәмәне тын менән ҡапыл тартып эскәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хлёп! (подражание звуку, возникающему при втягивании жидкости). Һөрп итеү. Һөрп итеп һыу эсеп ебәреү. Һөрп иткән тауыш һиҫкәндерҙе.
ҺӨРПӨЛДӘТЕҮ (һөрпөлдәт-) (Р: пить, шумно втягивая жидкость; И.: drink; noisily T.: höpürdetmek) ҡ.
Һөрп-Һөрп иттереү, һөрпөлдәгән тауыш сығарып эсеү. □ Пить, шумно втягивая жидкость, чавкать. Һөрпөлдәтә башлау. Һөрпөлдәтеп ҡуйыу. Һыуһаған эт таҙа, саф йылға һыуын бер туҡтауһыҙ һөрпөлдәтте. Бер һемереүҙә бер туҫтаҡ ҡымыҙ һөрпөлдәтеп
591