ҺЫБАЙЛЫ
ҺЫБА I (Р.: ведро, сделанное из козьей шкуры; И.: sort of leather bucket; T.: keçi derisinden yapılan kova) и. диал.
Кәзә тиреһенән яһалған биҙрә. □ Ведро, сделанное из козьей шкуры. Һыба тегеу. Һыбаға ҡойоу. Һыба тултырып һөт һауыу.
ҺЫБА II и. диал. ҡар. ҡолға. Һыбаға менеу. Һыба башына туҡыма элеу. Һыба ултыртыу.
ҺЫБАЙ I (Р.: всадник; И.: horseman; Т.: atlı) и.
Атҡа менгән, атҡа атланған кеше. □ Всадник. Ҡораллы һыбай. М Менгу хан караптарын ҡалдырып, һуғышсылары менән яр буйлап һыбай килә. Р. Байымов. Көтә торғас, өйлә намаҙы етәрәк, өс байҡайын янына ла ике һыбай килеп туҡтаны. Ғ. Ибраһимов. • Һыбайға юл куп. Әйтем.
ҺЫБАЙ II (Р: верховой; И.: riding; T: atlı) с.
Атҡа менгән, атҡа атланған. □ Верховой. һыбай егет. Һыбай ҡыҙ. Һыбай кеше. ■ Көтөуҙе һыбай егеттәр көтә, ҡулдарында ҡорал, эттәре бар. И. Ғиззәтуллин. Һеләуһен ҡартты ултыртҡан арба, уны һаҡлап барған батша һалдаттары ҡарурманға килеп кергәс, ҡаршыларына һыбай Юлдашбай килеп сыҡҡан. М. Ғиләжев. • Һыбай егет юл һорашмаҫ. Мәҡәл.
ҺЫБАЙ III (Р.: верхом; И.: ahorse; T.: atla) р.
Ат менгән рәүештә. □ Верхом. Һыбай йөрөу. Һыбай сабыу. ■ Атаһы Әлмираны йыш ҡына уҙе менән ипподромға алып бара ла, кескәй атҡа ултыртып, туңәрәк буйлап һыбай ҙа йөрөтә торғайны. Р. Кинйәбаев. Нурҙың был юлдан нисә тапҡыр йәйәу, һыбай, арбала уткәне булды, әммә быға саҡлы уның бөтә гузәллеген иҫкә алғаны булмаған икән. И. Абдуллин.
ҺЫБАЙ АТЫ (Р: верховая лошадь; И.: riding horse; T.: binek atı) и.
һыбай менеп йөрөү өсөн тәғәйенләнгән менге ат. □ Верховая лошадь. ■ Ул [Әхмәди] һыбай атынан төшмәйенсә генә кулдең буйынан-буйына урле-тубәнле бер йөрөп әйләнде. Ж. Кейекбаев.
ҺЫБАЙҠАЙ и. диал. ҡар. һыпайта күлдәк. һыбайҡан тегеу. Һыбайҡан кейеу. Һыбайҡан буләк итеу.
ҺЫБАЙЛАНЫУ (һыбайлан-) (Р: садиться верхом на кого-что; И.: mount; Т.: binmek) ҡ.
һыбай менеү. □ Садиться верхом на кого-что. Яурынға һыбайланып ултырыу. Атҡа һыбайланыу. ■ Ҡуҙыйкурпәс туғыҙ йыл тыу йөрөгән бейәне һә тигәнсе тотоп алып һыбайланып алды ла, саба-саба манма тиргә төшөрҙө, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Мырҙағолов та йәһәт һыбайланып, башҡалар менән бергә әйтелгән ауыл тарафына ашыҡты. Й. Солтанов. Иҫән ҡалған йәнһаҡсылары уны [ханды] уратып ала һалдылар, атҡа атландырып, уҙҙәре лә һыбайланып, ҡайтыу яғына саптылар. Б. Рафиҡов.
ҺЫБАЙЛАУ I (һыбайла-) (Р: садиться верхом на кого-что; И.: mount; T.: ata binmek) ҡ.
Ат менеү. □ Садиться верхом на кого-что, оседлать кого-что. Һыбайлап килеу. Ат һыбайлау. Бурәнәне һыбайлау. ■ Ерән am һыбайлап алған Ғәлимйән аҡландарына килеп ингән ине инде. Ә. Ғибәҙәтов. Аҙаҡ, аҙбарҙағы туры бейәһен йугәнләп, һыбайлап ҡына ырҙын арттарын, Базы буйҙарын урап ҡайтты [Низам, ҡарт]. В. Исхаҡов.
ҺЫБАЙЛАУ II (Р.: верхом; И.: ahorse; Т.: ata binerek) р. диал.
һыбай, һыбайлап. □ Верхом. Һыбайлау килеп ҡайттылар. Ҡалаға һыбайлау китте. Һыбайлау йөрөу ярышы.
ҺЫБАЙЛЫ I (Р.: всадник; И.: horseman; T.: atlı) и.
Ат менгән кеше; һыбай. □ Всадник. Ауыл осонда бер һыбайлы куренде. ■ Алыҫта тояҡ дөпөлдәуе ишетелде һәм йән-фарман сабып килгән һыбайлы куренде. А. Абдуллин. Бағауылдары ҡайҙалыр боҫҡан, ана, ҡаршы яҡ ҡалҡыулыҡтарҙа ғына, куләгәләй, ара-тирә яңғыҙ һыбайлылар куренеп ҡала. Б. Рафиҡов.
ҺЫБАЙЛЫ II (Р: верховой; И.: riding; T.: atlı) с.
Ат менгән; һыбай. □ Верховой. Һыбайлы егет. ■ Аҡһаҡал олпат ҡына атлап, бейеп торған ат янына килә, ә һыбайлы малай кеше курмәгәндә, аттың ҡорһағына уксәләрен тейҙереп ала ла, йугәнен тартып, тырр тигән була. И. Абдуллин. Тиҙҙән, мотоциклистар артынан әллә ни алыҫ ҡалмайынса, ике взвод самаһы һыбайлы эсэсовсы килеп етте. Р. Байымов.
639