Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 640


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫБАЙСА
ҺЫБАЙСА и. диал. ҡар. һыбай аты. Һыбайсаларҙы менеп киттеләр. Һыбайсаларҙы айырым тәрбиәләйҙәр. Был тайҙы һыбайсаға әҙерләйбеҙ.
ҺЫБАЙСЫ и. ҡар. һыбай I. Оҫта һыбайсы. ■ Халыҡ йырында уның [Салауаттың] ун дурт йәштә ук батыр булыуы, оҫта һыбайсы булыуы, ҡорал менән бик оҫта эш итә белеуе тураһында әйтелә. Ә. Харисов. Әле уҙ теләге менән атлығып, яу тип ярһып торған азаматтарҙан алғыр һыбайсылар туплау шарт. Ғ. Хөсәйенов.
ҺЫБАУ с. диал. ҡар. һыуһыл 2. һыбау картуф. Бәрәңгебеҙ һыбау тугел. Тиреҫтә уҫкән бәрәңге һыбау була.
ҺЫБАУ ҠАР (Р.: пороша; И.: sprinkle of snow; T.: yeni yağmış kar) и. диал.
Ҡырпаҡ ҡар. □ Пороша. Һыбау ҡар яуа. Һыбау ҡарҙар ергә тушәлде. Буркемә, туныма һыбау ҡар һырыны.
ҺЫБАШҠАҠ (Р.: липкий; И.: sticky; Т.: yapışkan) с. диал. ҡар. йәбешкәк.
Һылашып торған, һылашҡаҡ. □ Липкий, липучий, һыбашҡаҡ ҡар. Һыбашҡаҡ улән. Һыбашҡаҡ бал.
ҺЫБАШҠЫ (Р: смолёвка; И.: campion; T.: serçe otu) и. бот. ҡар. елем үлән.
Ике телле биш таждан торған ал көрән төҫтәге ваҡ сәскәле, эсе ҡыуыш оҙонса касалы, ҡыҙғылт төҙ һабаҡлы йәбешкәк үлән. □ Смолёвка (лат. Silene). Һыбашҡы япрағы. Һыбашҡы сәскәһе. Һыбашҡы аяҡҡа йәбешә.
ҺЫБАШЫУ (һыбаш-) ҡ. диал. ҡар. һылашыу 2. Кейемгә ҡар һыбаша. Йәбешкәк улән аяҡҡа һыбаша. Һыбашып тороу, һыбашып ятыу.
ҺЫБЫҘҒЫ (Р: дудка; И.: whistle flute; T.: düdük) и.
1. Ауыҙға ҡабып уйнай торған ҡыҫҡа ағас көпшә рәүешендәге бер нисә тишекле музыка ҡоралы. □ Дудка, свирель. Һыбыҙғы уйнау, һыбыҙғы яһау. Һыбыҙғы һыҙғыртыу. Һыбыҙғы тауышы.
2. диал. ҡар. һыҙғыртҡыс. М Перронда һыбыҙғы һыҙғыртҡаны ишетелде. Ә. Байрамов. Көнгә янған ҡоңғорт йөҙлө, ялан аяҡ малай утмәҫ бысаҡ менән йәш еректән һыбыҙғы йунләп маташа ине. И. Ноғманов.
ҺЫБЫЛЖЫУ (Р: неряшливый; И.: slovenly; T.: çapaçul) с. диал. ҡар. шамтыр.
Ҡулынан йүнле эш килмәгән, йыйнаҡ булмаған, таҙалыҡ тотмаған. □ Неряшливый. һыбылжыу ҡатын, һыбылжыу хужабикә. Һыбылжыу булыу.
ҺЫҒЫЛДЫРЫУ (һығылдыр-) ( Р.: гнуть;
И.: bow; T.: eğmek) ҡ.
һығылған, бөгөлгән хәлгә килтереү. □ Гнуть, прогибать что. Һығылдыра баҫыу. ■ Мыҡты кәуҙәле Яҡуп Мырҙабаев, сейҙәре сыҡҡан ҡалтырлаҡ иҙән таҡталарын һығылдыра баҫып, тышҡа атланы. Б. Бикбай. Ҡыр-ҡаҙаҡ йырауҙары думбыра сиртә, сибәр ҡыҙҙар, билдәрен һығылдырып, турә алдынан бейеп, йылмайып утеп тора. Ғ. Хөсәйенов.
ҺЫҒЫЛМА (Р.: гибкий; И.: pliant; Т.: esnek) с.
Һығылып, бөгөлөп торған. □ Гибкий. Һығылма бил. һығылма таҡта. ■ Сәлимә, һығылма көйәнтәһен икенсе яурынына кусе-реп, егеттәрҙең ҡаршыһында аҙ ғына туҡтап ҡалды. 3. Биишева. Арҡаһына һуҙып һалынған ике туҡмаҡ толомо, .. һылыуҙың һығылма нәҙекәй билен нығыраҡ һыҙатлата, талпынырға кирелгән торна ҡанаттары кеуек елпенә ине. Й. Солтанов.
ҺЫҒЫЛМАЛЫ (Р: гибкий; И.: pliant; Т.: esnek) с.
1. Еңел генә бөгөлөп, һығылып торған.
□ Гибкий, упругий. Һығылмалы кәуҙә. Һығылмалы кырандас. Һығылмалы баҫма, һығылмалы сиртмә. ■ Юлаусы иһә, кырандасында ултырған килеш, Рәшиҙәнең һығылмалы биленә ҡарап, һоҡланып ҡуйҙы. Ғ. Аллаяров. Саша, һығылмалы хәрәкәт яһап, аяғурә баҫты ла ҡапыл дзоттың ҡарайып торған амбразураһына ташланды. Ә. Бикчәнтәев.
2. кусм. Йүнәлешен үҙгәртергә һәләтле.
□ Гибкий, һығылмалы сәйәсәт, һығылмалы аҡыл. М Далаға ҡарата дөйөм сәйәсәтте уҙгәртергә кәрәк. Беҙҙең был әлкәләге сәйәси эшебеҙ куп яҡлы һәм һығылмалы булырға тейеш. 3. Ураҡсин.
ҺЫҒЫЛМАЛЫҠ (һығылмалығы) (Р: гибкость; И.: flexibility; T.: esneklik) и.
Еңел һығыла торған сифат. □ Гибкость, упругость. Ҡоростоң һығылмалығы. ■ Хәлимов
640