Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 641


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҒЫНДЫ
стена ҡырындағы ҡара күн менән ҡапланған, кешеләр куп ултырыуҙан йышылған, элгәрге һығылмалығын юғалтҡан диванға ятты. Р. Өмөтбаев.
ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ (һығылмалылығы) (Р.: гибкость; И.: flexibility; T: esneklik) и.
1. Еңел һығылыу һәләте. □ Гибкость, упругость. Кәүҙәнең һығылмалылығы. Ҡоростоң һығылмалылығы, һығылмалылыҡ берәмеге. В Яшинскийҙың төлкө битен хәтерләткән осло йөҙөндәге татлы йылмайыу ҙа, эсе уткәшеп торған ялпаҡ, йоҡа кәүҙәһенең һығылмалылығы ла кәмемәне. 3. Биишева.
2. кусм. Йүнәлешен үҙгәртергә һәләтлелек. □ Гибкость. Сәйәсәттең һығылмалылығы. В [Мәулиҙә:] Донъя көткәндә кәрәк ҡайһы бер таһылдар, холоҡ һығылмалылығы, мәҫәлән, етмәй миндә. Г. Яҡупова.
ҺЫҒЫЛТЫУ (һығылт-) (Р: гнуть; И.: bend; bow; T.: bükmek) ҡ.
Бөгөлдөрөү, һығылдырыу. □ Гнуть. В Камиләнең был һүҙҙәргә иҫе лә китмәне, ҡурай тартырға арыу уҡ оҫтарып алған Таһирҙың һыҙҙырып ебәреуе булды, сәхнә иҙәнен һығылта баҫып бейеп тә китте. Н. Мусин.
ҺЫҒЫЛЫУ I (һығыл-) (Р: гнуться; И.: bow; cave in; T.: eğilmek) ҡ.
1. Көс тәьҫирендә эйелеп кәкре хәлгә килеү; бөгөлөү. □ Гнуться, прогибаться. һығылып тороу, һығылған ағас. В Йәштәр күмәкләшеп йырлағанда, клубтың стеналары һелкенде, бейегәндә, иҙәндәре һығылды. Ф. Әсәнов. Ағастар, емештәрен саҡ күтәреп, һығылып ултыра, һауала төрлө төҫтәге нәфис сәскәләрҙең хуш еҫе өйөрөлә. Ә. Хәкимов. Урал тауҙарында төрлө сәскә һығыла микән, елдәр иҫкәндә? Халыҡ йырынан.
2. Билдән эйелеү; бөгөлөү. □ Гнуться, прогибаться. В Нефёдыч, күкрәген тотоп, һығылып төштө. Ә. Хәкимов.
3. күсм. һөйл. Ауырлыҡҡа, ҡайғыға бирешеү. □ Прогнуться, сдать, һығылып төшөү. Ҡайғынан һығылыу. В Рәилдең ата-әсәләре лә ҡара ҡайғынан һығылып төштө, «һаҡмар», 25 декабрь 2012.
ҺЫҒЫЛЫУ II (һығыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. һығыу 2. страд, от һығыу
2. Бәй менән һығылған беләк. В Шул саҡ ике аяғы ла һиртмәнең элмәгенә ҡуша һығылған һыйыр .. күҙ алдыма килде. Н. Мусин.
2. Быуылыу, тын ала алмау. □ Удушиться, удавиться. Һығылып үлеү. Муйыны һығылған. В Хужа иртәнсәк малын сығарам тип һарайын асһа, иҫе китә: күптәре йән биргән, ҡайһыларының арҡаһы умырып алынған йә муйыны һығылған. «Башҡортостан», 3 ноябрь 2012.
ҺЫҒЫЛЫУ III (һығыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. һығыу III. страд, от һығыу
III. Кер йүнләп һығылмаған. В Эҫе көндәрҙә һалҡын һыу, сәй, яңы һығылған һут, кеүәҫ эсергә кәңәш ителә. «Башҡортостан», 24 июль 2015.
2. Ҡыҫылып һарҡыу, һығылып сығыу. □ Сочиться. В Йүкәләрҙән һығылып бал тама\ Р. Бикбаев. Ҡысҡырмай Аҫылбай, күкрәк менән йырлай, рәхмәт төшкөрө, моңо, әйтерһең, йөрәгенән һығылып сыға. Р. Байымов. Өҫ-баштары сыланған, аяҡтарындағы сабатанан баҫҡан һайын һығылып һыу сығып тора. Ф. Чанышева.
ҺЫҒЫЛЫУСАН (Р: гибкий; И.: pliant; T.: esnek) с.
Һығылыу үҙенсәлегенә эйә. □ Гибкий. Һығылыусан таҡталар. Һығылыусан сыбыҡ. Һығылыусан тимерсыбыҡ.
ҺЫҒЫМСА (Р: вытяжка; И.: extraction; T.: hulasa) и.
Махсус иреткес ярҙамында үҫемлектәрҙән һ. б. иретеп, һығып алынған матдә. □ Вытяжка, экстракт. Сәй һығымсаһы. Элеутерококк һығымсаһы. Пәйғәмбәр тырнағы һығымсаһы.
ҺЫҒЫМТА (Р: вывод; И.: conclusion; Т.: sonuç) и.
Уйлап, фекер йөрөтөп, сағыштырыу нәтижәһендә барлыҡҡа килгән дөйөм фекер; йомғаҡ. □ Вывод, заключение. Дөрөҫ һығымта. Һығымтаға килеү, һығымта яһау. Һығымта сығарыу. В Ҡатындарҙың һөйләүҙәренән дә, үҙ күҙе күргәндәре буйынса ла Тимер Янһаров бер ниндәй һығымтаға ла килә алманы. Б. Бикбай.
ҺЫҒЫНДЫ (Р: выжимки; И.: pulp; Т.: cibre) и.
Нимәнеңдер һутын һыҡҡандан һуңғы ҡалдығы. □ Выжимки, избоина, жмых. Алма һығындыһы. Сөгөлдөр һығындыһы. Кишер һығындыһы.
641