Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 642


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҒЫНТЫ
ҺЫҒЫНТЫ и. һөйл. ҡар. һығынды. Сөгөлдөр һығынтыһы. Армут һығынтыһы. Кәбеҫтә һығынтыһы.
ҺЫҒЫНЫУ (һығын-) (Р.: выжимать одежду; И.: wring clothes; T.: sıkmak) ҡ.
1. Өҫ кейемдәренең һыуын һығыу □ Выжимать одежду Һығынып алыу. һығынырға инеп китеу. һығынып тороу.
2. Ныҡ яҡын килеп, ҡыҫыла килеп терәлеү; һырыныу, һыйыныу □ Прижиматься. һығынып ултырыу. Һығынып ятыу. Һығынып ҡына барыу.
3. кусм. Ышыҡ эҙләп, ярҙам теләп һырлығыу; һыйыныу □ Прижиматься. Туғандарға һығыныу. Ағай-энегә һығыныу. Ата-әсәһенә һығыныу.
4. Йөҙ ороу, табыныу. □ Преклоняться перед кем-чем. Аллаға һығыныу. ■ Изге теләктәрем ҡабул булһын тип, [Айбикә апай]Хоҙайға һығынды. И. Ғиззәтуллин.
ҺЫҒЫП ҮЛТЕРЕҮ (һығып үлтер ) (Р.: удушение; И.: stifle; T.: boğmak) ҡ.
Быуып үлтереү (улем язаһының борон ҡулланылған бер ысулы). □ Удушение (один из древних способов смертной казни), һығып ултереу йолаһы. Һығып ултереу язаһын ҡулланыу.
ҺЫҒЫТ с. диал. ҡар. һыҡмыр. Һығыт булыу. һығыт кеше. һығыт ҡәйнә.
ҺЫҒЫУ I (һыҡ-) (Р: гнуть; И.: bend; Т.: eğmek) ҡ.
1. Көс менән түбән эйеп кәкре хәлгә килтереү; бөгөү. □ Гнуть, прогибать кого-что. Иҙәнде һыға баҫыу. ■ Уйға сумған Разия шығырлап ишек асылыуын да, иҙән таҡталарын һыға баҫып кемдеңдер инеуен дә тойманы. Яр. Вәлиев. Сейә сыбыҡтарын һығып, һалҡын ел иҫә. Р. Ғабдрахманов.
2. кусм. Ғазап-яфа менән бирештереү; бөгөү. □ Гнуть, прогибать кого-что. Уны ҡайғы һыҡмаҫ. ■ Ә бына баланы ауырыу һығып алған да ебәрмәй ҙә ебәрмәй һаман. Б. Бикбай.
ҺЫҒЫУ II (һыҡ-) (Р: затягивать; И.: strap up; T.: sıkmak) ҡ.
1. Уратып, ҡыҫа тартыу; быуыу. □ Затягивать. ■ Оҙаҡ та утмәне, ылыҫлы ботаҡтар саналарға тейәлде, яурынға кутәрә торғандарын да бау менән һығып бәйләнеләр. Й. Мостафин.
2. Уратып, ҡыҫа тартыу; быуыу. □ Душить, задушить, удавить. Муйынды һығыу. Һығып ҡосаҡлау. ■ Ҡәмәр, тәуҙә ҡото осоп, сәбәләнгән була, ләкин ҡасмай, егетте, муйынынан һығып, яңынан һыуға йыға. Д. Бүләков.
3. кусм. Ҡамау, уратып алыу. □ Окружить кого-что. Ике тау араһына һығып алдыҡ.
ҺЫҒЫУ III (һыҡ-) (Р: выжимать; И.: wring out; T.: sıkmak) ҡ.
1. Бороп, ҡыҫып, һыуын һарҡытыу. □ Выжимать, отжимать что. Керҙе һығыу. ■ Зөлҡәрнәй оҙон ҡамыллы, тулы башаҡлы бойҙайҙарҙы көсәнеп тарта-тарта манма һыуға батты. Уның кулдәктәре һығып алмалы булды. Ғ. Дәүләтшин. Ҡараңғы төшөр алдынан ғына ирҙәр эштән ҡайттылар: атайымдың бөтә кейеме һығып алырлыҡ - ҡоро ере ҡалмаған. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ҡыҫып һарҡытыу. □ Выжимать, һығып сығарыу. Алма һуты һығыу. Май һығыу. Кершәнде һығып сығарыу. ■ Сәскәләр ойоп ултыра, татлы бал һығып. Р. Назаров.
3. кусм. һөйл. Көс-хәйлә менән йолоу. □ Выжать. Аҡсаһын һығып алыу. ■ Өйрәнсек һәр көршәктән биш хаҡ һығып сығарыуға өлгәшә. 3. Биишева. Сөнәғәт тәуҙә быяла заводының Петербургта йәшәусе, эшселәрҙең көсөнән файҙа, аҡса һығып алып ятыусы генерал Дашковты белмәй ине әле. Ж. Кейекбаев.
4. кусм. Ауырлыҡ менән сығарыу. □ Выдавливать. М Ялҡынланып һөйләне Танағол Ҡанбулатов, йөрәгенән ауыртҡан нәмәләрен һығып сығарҙы. Д. Бүләков.
ҺЫҒЫУ IV (һыҡ-) (Р: прижимать; И.: pin; T.: sıkıştırmak) ҡ.
Ҡыҫыу, ҡыҫырыҡлау. □ Прижимать. Ергә һығыу. Мөйөшкә һығыу. Һыға башлау. Һығып уратып алыу.
ҺЫҘА (Р: косогор; И.: slope; T.: dağ yamacı) и.
1. һөҙәк тау битләүе буйлап һуҙылған ялан. □ Косогор. Һыҙа буйлап барыу. ■ Баһау улән баҫып бөткән иҫке арба юлы менән һыҙа башына менеп китте. Ж. Кейекбаев. Анау һыҙалағы шыйлан уҫаҡтар куптән генәме әле саҡ ҡына иҫкән елгә лә бөгөлөп-һығылып, балта менән бер һелтәнеп сапһаң да, өҙөлөп йығылырға торған йырҙалыҡ ағастар ғына ине. Н. Мусин.
642