Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 643


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҘАТЛЫ
2. Тигеҙ ерҙәге оҙон соҡор; уй. □ Долина, ложбина. Һыҙа буйлап барыу, һыҙаға төшөу. һыҙанан сығыу.
3. диал. ҡар. һыҙағайым. Һыҙанан барыу, һыҙаға килеп сығыу. Һыҙаны урап сығыу.
ҺЫҘАҒАЙЫМ (Р.: лесная полоса; И.: forest strip; T.: ağaçlık) и.
Оҙон, буйынан-буйына һуҙылған ағаслыҡ. □ Лесная полоса. М Оҙон тирәктәр һыҙағайымы араһынан Дим йылғаһы куренер-куренмәҫ йылтырап ҡала. Ғ. Хөсәйенов. Ян-яғына һыҙағайым тирәктәр ултыртылған оло юлға төшкәс, Айытбай уҙҙәренең ҡайҙалығын һорашырға кереште. Ә. Хәкимов.
ҺЫҘАҠ (Р: узкий; И.: narrow; T: dar) с.
һыҙыҡ һымаҡ тар. □ Узкий, һыҙаҡ ек. Ишекте һыҙаҡ ҡына асыу. Һыҙаҡ ҡына яҡтылыҡ төшә.
ҺЫҘАН и. диал. ҡар. ыҙан. ■ Уға ла [Кәйумгә], элек һыҙан бураҙнаһы ла булмаған көнлөксө Нурмөхәмәткә лә бер сама. Ғ. Лоҡманов.
ҺЫҘАТ (Р: полоса; И.: line; T.: dar hat) и.
1. Оҙонға һуҙылған тар буй. □ Полоса, черта, линия. Арҡыры һыҙат. Буй һыҙат. Урман һыҙаты. ■ Эйе, урман-тау һыҙатына ингәс, команда ярты көнгә махсус туҡтаны, һәм теләгәндәр мәмерйәгә экскурсия яһаны. С. Шәрипов. Алғы һыҙатта ярылған снарядтарҙың ерән һары төтөнө офоҡ буйлап ағылды, дары һәм көйөк еҫе аңҡыны. Я. Хамматов.
2. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер килеш-килбәтен, һүрәтен тәшкил иткән төрлө билдә. □ Черта, свойство, особенность. Тышҡы һыҙат. Төп һыҙат. Я Туңкәрелгән янға оҡшап ята Мағаш тауҙың тышҡы һыҙаты. Р. Ниғмәти. Ҡурайсының кәуҙәһе генә шәйләнә, йөҙ һыҙаттары куренмәй, алыҫ. Г. Яҡупова. Миң-неғәле Фәриҙәнән куҙен алмай, уның йөҙөндәге таныш һыҙаттарҙы төҫмөрләгәндән һуң, йәнә ҡулын аймап тотоп ҡыҫты. Ш. Янбаев.
3. кусм. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер сифатына хас булған билдә. □ Черта. Кире һыҙат. Ыңғай һыҙат. V Тик [Туҡтамыштың] ҡусҡыл йөҙөндә һаман тәкәбберлек, мин-минлек һыҙаты, ҡарашында мәкерле, уҫал йылмайыу. Ә. Хәкимов.
4. диал. Күлдәк итәгенә һалынған таҫма.
□ Тесьма, нашитая на подол платья, һыҙат тегеу. һыҙаты һутелгән. Кулдәк һыҙаты бик матур.
5. Нимәнеңдер сағылышы, белдергән билдәһе. □ Черта. Арыу һыҙаты. Ауырыу һыҙаты. Йөҙөнә ҡайғы һыҙаты сыҡҡан.
ҺЫҘАТЛАНДЫРЫУ (һыҙатландыр-) (Р: прочерчивать; И.: streak; T: çizgi çizmek) ҡ.
һыҙат рәүешенә килтереү. □ Прочерчивать, обозначать. М Куп тә утмәй, алыҫтағы тау һырттарын, ялҡын ялмағандай, сағыу яҡтылыҡ һыҙатландырып ебәрә. Ә. Хәкимов.
ҺЫҘАТЛАНЫУ (һыҙатлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. һыҙатлау, страд, от һыҙатлау. Һыҙатланған таҡта. Һыҙатланған стена. Һыҙатланған биттәр.
2. һыҙат рәүешенә килеү, һыҙат булыу.
□ Прочерчиваться, обозначаться. Йыйырсыҡтар һыҙатланды. ■ Ҡуштирәктең әле бер осонда, әле икенсеһендә әтәстәр һөрән һала, таң һарыһында офоҡ ситендәге армыттар айырым-асыҡ һыҙатлана башланы. Ә. Хәкимов. Ҡояш байышында саҡ һыҙатланып куренеусе шомло тау шәуләләре лә һис Уралға оҡшамаған. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Ниндәйҙер бер төрлө сифат йәки рәүешкә килеү. □ Проявляться, прорисовываться. Куҙ алдымда уның һыны һыҙатланды. М Үтеләсәк юл ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та булып һыҙатланды Гәуһәргә. И. Ғиззәтуллин.
ҺЫҘАТЛАУ (һыҙатла-) (Р: прочертить; И.: streak; T.: çizgi çizmek) ҡ.
1. Һыҙатлы итеү, һыҙат һыҙыу. □ Прочертить; провести линии. // Прочерчивание. Ҡәләм менән һыҙатлау. Һыҙатлап сығыу. Һыҙатлап ҡуйыу. Я Штукатурсы кәрниз буйҙарын, тубә таҡталарын һыҙатлап, семәрләп сыға. 3. Биишева.
2. кусм. Нимәнеңдер бер төрлө сифатын йәки рәүешен күрһәтеү. □ Изображать, обрисовать. Холҡон һыҙатлау. Я Быны ул [Кадир] башҡа һуҙ юҡлыҡтан ғына әйттеме, постелдең ҡупшы йыйыштырылғанын һыҙатларға теләнеме - уныһын асыҡламаны. Б. Бикбай.
ҺЫҘАТЛЫ (Р: полосатый; И.: striped; Т.: çizgili) с.
643